Хан-Тәңре
Хан-Тәңре (ҡырғ. Кан-Теңири, ҡаҙ. Хан Тәңірі, ҡыт. 汗腾格里峰) — Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы сигендә Тянь-Шандәге Тәңре-Таг һыртында пирамида түбәһе. Бейеклеге — 7010 метр (боҙлоҡ менән), тоҙ ҡатламын иҫәпкә алмайынса — 6995 метр. Төрөк теленән тәржемә иткәндә уның исеме «Күк батшаһы» тигәнде аңлата.
Хан-Тәңре | |
Тау һырты | Khrebet Tengritau[d] |
---|---|
Яҡынса бейеклеге | 1685 метр |
Топографическая изоляция | 19,46 km[1] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт |
Ҡырғыҙстан Ҡаҙағстан Ҡытай |
Административ-территориаль берәмек | Ак-Суйский район[d], Райымбекский район[d] һәм Вэньсу[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 7010 метр |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | мәрмәр[d] |
Peak bagging classification | ультрапик[d] һәм Снежный барс[d] |
Хан-Тәңре Викимилектә |
Өйрәнеү тарихы
үҙгәртергәХан-Тәңре түбәһе бик күптән билдәле. Уның барлығы тураһында боронғо сәйәхәтселәр яҙған. Төрки-монгол сығышлы боронғо халыҡтарҙың ҡарашында Тәңре юғары алла, алиһә Һомай һәм Эрлик менән бергә донъяны барлыҡҡа килтереүсе була. Тәңреселек динендә Тәңре кешеләрҙең яҙмышын билдәләй, ғүмер ваҡытын бүлә, йәмғиәттә юғары власть бирә. Шулай итеп, Тянь-Шань түбәһе Хан-Тәңре — юғары алланың йәшәү урыны.
Хан-Тәңре тураһында беренсе фәнни мәғлүмәттәр XIX быуат уртаһына ҡарай, был түбәне Тянь-Шангә үҙенең сәйәхәтендә 1856—1857 йылдарҙа билдәле рус географы һәм сәйәхәтсеһе Петр Петрович Семёнов-Тян-Шанский һүрәтләй[2].
1857 йылда Ысыҡ-Күлде уратҡан Терскей Алатау һыртының көнсығыш артылышынан Түбәләрҙең һәм боҙлоҡтарҙың мөһабәт күренешенә таң ҡалып, ул пирамидаларҙың иң бейеген һәм матурын — бөтә Тян-Шандең иң бейек нөктәһен легендар Хан-Тәңре түбәһе тип билдәләй.
Ул уның артынан Ҡаҡшаал-Тоо сик һыртының бөтә Тянь-Шань өҫтөнән ҡалҡып торған ҙур ҡарлы-боҙло тауын күрмәй. Көньяҡтан, уйғыр Аҡсу ҡалаһынан, Тарим йылғаһы үҙәненән, был тау яҡшы күренә һәм электән Хан-Тәңре тип атала. Оҙатып йөрөүселәрҙең был түбәне урындағы ҡырғыҙҙар Ҡан-Тоо, ә ҡаҙаҡтар Ҡантау (тәржемәлә «ҡанлы тау», ҡояш байығанда ҡыҙыл мәрмәрҙән торған тауҙың алһыу төҫкә инеп сағылыуы) тип атай, тигән дәлилдәренә иғтибар итмәй, Петр Семенович осло түбәле пирамиданы Хан-Тәңре түбәһе тип атай һәм картала түбәне төньяҡҡа ҡарай 20 км күсереп, уны Тянь-Шань һырттарының үҙәгенә урынлаштыра
Ләкин 1895 йылда Ҡытай яғынан билдәле швед сәйәхәтсеһе Свен Гедин, европалыларҙан беренсе булып, ысын Хан-Тәрене күрә (7320 м) һәм бейеклеген дөрөҫ билдәләй (әлеге ваҡытта — Еңеү түбәһе), әммә уның Хан-Тәңреһе Ҡаҡшаал-Тоо һыртында урынлаша.
1902 йылда немец географ Готфрид Мерцбахер Тироль оҙатып йөрөүселәре менән тәүге тапҡыр Ҡан-Тоо итәгенә етә (Семеновтың Хан-Тәңреһе) һәм Көньяҡ Иныльчек боҙлоғо буйынса үтеп, был пирамиданың төп һырттың үҙәгендә түгел — унда ике осло Сатыр түбәһе тора (6700 метр), ә унан көнбайышҡа ҡарай, Тәңре-Тау һырты тип аталған ҡыҫҡа бейек армытта урынлашҡанлығын асыҡлай. Уның бейеклеген 7200 метр тип билдәләй.
1943 йылда совет топографтары, Свен Гединдан һуң 50 йыл үткәс, шулай ҙа боронғо йылъяҙмалар буйынса билдәле булған ысын Хан-Тәңрене таба, әммә уны ошо айҡанлы Еңеү түбәһе (7439 м) тип атайҙар.
Географик сығышы менән проблемалар
үҙгәртергәРус географы Петр Петрович Семёнов- -Тян-Шанскийҙың хатаһы был түбәнең дөрөҫ булмаған атамаһын ғына тыуҙырмай, шулай уҡ был тау районындағы сиктәрҙең үтеүе тураһында күп йыллыҡ бәхәстәргә килтерә. Киләһе тикшеренеүселәр дөрөҫ булмаған Семёновтың схемаһын ала һәм уны сик буйы комиссарҙары 1882 йылғы Ҡашғар протоколы буйынса Ҡытай менән сиктәрҙе билдәләгәндә ҡуллана.
Һуңғараҡ, Еңеү пигын тапҡандан һуң 1943 йылда, Семёнов-Тян-Шанскийҙың хатаһын аңлап, совет топоргафтары үҙҙәренең карталарында сикте төп үҙәккә шылдыра (Сатыр пигы) һәм уны, Нарынколь һыртын Еңеү түбәһе менән тоташтырған Меридиональ һырт буйынса үткәрә. Ысын Хан-Тәңренең Савабци һыртында урынлашыуы тураһында һәр ваҡыт белгән Ҡытай яғы шулай ҙа Семёнов-Тян-Шанскийҙың хатаһы менән файҙалана, һәм сикте үҙҙәренең карталарында Семёнов Ха-Тәңреһенән көнбайыштараҡ һәм төньяҡтараҡ үткәрә, шулай итеп үҙҙәренә көньяҡтан Кокшаал-Тоо һырты һәм төньяҡтан Тәңре-Таг һырты араһында урынлашҡан Көньяҡ Эныльчек боҙлоғон ала. Семёнов-Тян-Шанскийҙың география фәнендә абруйы ҙур, әммә уның XIX быуатта эшләгән иң ҙур хатаһы, беҙҙең көндәрҙә прецедент — ҡытай-ҡырғыҙ сигендә бәхәсле участка тыуҙыра[2].
Семёнов-Тян-Шанскийҙың хатаһы әлегә тиклем төҙәтелмәгән, әммә дипломаттар тапҡан компромисс яҡтарҙы ҡәнәғәтләндерә. 1996 йылдың 4 июлендә ҡытай-ҡырғыҙ сиге тураһында Ҡытай һәм Ҡырғыҙстан араһында килешеү төҙөлә. Хан-Тәңре пигы районы проблемалары буйынса оҙайлы фекер алышыуҙарҙан һуң ике яҡ та компромисс нигеҙендә майҙаны яғынан тигеҙ территориялар менән алмаша. Килешеүгә 1999 йылдың 24 — 26 авгусында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы башлыҡтарының осрашыуы ваҡытында Ҡырғыҙстандың президенты ҡул ҡуя[3].
Ҡан-Тоо (Хан-Тәңре) формаль өс дәүләттең түбәһе һәм бөгөнгө донъяның хәлен сағылдыра. Әммә ысынында ҡытай сиге, элекке кеүек, 12 км көнсығыштараҡ, һыу айырғыс буйлап үтә, бөтә донъяла ҡабул ителгәнсә, был ҡоролоҡло төбәктә ҙур әһәмиәткә эйә. Совет карталарындағы кеүек, сик Ҡаҙағстан Нарынколынан көньяҡҡа Мәрмәр стена, Рус географик йәмғиәтенә 100 йыл, Көнбайыш Сатыр (Көнсығыш Сатыр Ҡытайға күсә) түбәләре аша үтә һәм артабан Меридиональ һырты буйлап Зорге, Дуҫлыҡ, Нагела түбәләре аша, һуңынан Кокшаал-Тоо һырты буйынса Хәрби топографтар, Еңеү, Важа Пшавела, Неру һәм артабан һырт буйлап көньяҡ-көнбайышҡа борола. Ҙур боҙлоҡтарҙа йыйылған Һыу запастары, үткән быуаттарҙағы кеүек үк Тянь-Шандән көнбайышҡа һыу айырғыстан — ҡырғыҙ Нарынына һәм Һырдаръяһына һәм көнсығышҡа — ҡытай Таримы бассейнына ағыуын дауам итә, шуның менән бергә Ҡырғыҙстан һәм Урта Азияның башҡа үҙәндәрен, шулай уҡ ҡытай Синьцзянының тығыҙ ултырған ерҙәрен һуғара.
Ә Тәңре-Таг Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан араһындағы сик булып тороп ҡала. Ҡаҙағстан яғынан уны Төньяҡ Иныльчек, ә Ҡырғыҙстан яғынан Көньяҡ Эныльчек боҙлоғо уратып ала. Был боҙлоҡтарҙа тауға үрләүселәр өсөн, шул иҫәптән Хан-Тәңрегә лә, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ турфирмалары ойошторған халыҡ-ара Альп лагерҙары урынлаша.
Күтәрелеүҙәр
үҙгәртергә1931 йылда беренсе тапҡыр түбәһенә Михаил Погребецкой, Борис Тюрин һәм Зауберер Франц күтәрелә. Экспедицияның баҫмасыларҙан ҡораллы һаҡлаусылары була, сөнки баҫмасылыҡ шул саҡта әле таулы тарлауыҡтарҙа реаль ҡурҡыныс була. Погребецкийға тау түбәһенә менеү өсөн дөрөҫ маршрутты билдәләүгә ике йыл кәрәк була. Беренсе тау түбәһенә менеүселәрҙең мемуарҙарынан юлдың өс варианты ҡаралғанлығы билдәле, әммә бер юл һайлап алына «киң, ҡар менән тулған соҡор, ул төньяҡта ҡара ҡаялар һәм көньяҡта яҡты мәрмәр ҡаялар араһынан үтә һәм бер-береһе менән түбә аҫтында тоташа, унан һыртҡа сығырға кәрәк була». Улар Көньяҡ Иныльчек боҙлоғо буйлап Чапаев пигына, һуңынан Хан-Тәңренең көнбайыш яғына һәм артабан көньяҡ-көнбайыш битләү буйлап өҫкә бара. 11 сентябрь бөтә өс күтәрелеүсе түбәгә етә[4].
М. Т. Погребецкий «В глубь Центрального Тянь-Шаня». Сборник «К вершинам Советской земли», стр. 361 —
Кис етеп килә. Тауҙарҙан үҙәнгә еңел күләгә ята. Ҡояш һырт түбәләрен алтынға мана. Боҙлоҡтарҙа һәм ҡарҙарҙа бөтә горизонт буйлап бөйөк Тянь-Шань стенаһы тора. Ул алтын-ҡыҙылһыу һәм ҡыҙыл төҫтә, ә ҡараңғы йәшел-зәңгәр күккә олғашҡан Хан-Тәңре ҙур ҡырланған яҡут кеүек янып тора. Бына ҡояш горизонт артына йәшеренә, күк йөҙө ҡараңғылана, төҫтәр тоноҡлана башлай, ҡыҙылһыу төҫ алһыу төҫ, алһыу төҫтәр миләүшә төҫө, һуңынан көл төҫө менән алмашына, тик ҡараңғы күк йөҙөндә Хан-Тәңре утта ҡыҙған тимер кеүек ҡуйы-ҡыҙыл төҫтә янып тора. Тауҙар яйлап ҡараңғылыҡҡа сума һәм ниһайәт. бөтөнләй ҡуйы эңерҙә эрей. Улар артынан яй ғына Хан-Тәңре лә юҡҡа сыға. |
Хан-Тәңрегә төньяҡтан беренсе күтәрелеүҙе 1964 йылда «Дауыл ҡошо» йәмғиәтенән альпистар төркөмө, Е.И.Тамм етәкселегендә экспедиция башҡара. Төньяҡ Иныльчек боҙлоғона Мерцбахер күле яры буйлап үтергә мөмкин булыуы билдәһеҙ булғас, алдан төркөм ебәрелә, ул боҙлоҡҡа Мушкетов боҙлоғонан Сарыджас һыртындағы артылыш аша күлдән өҫтәрәк сығыу юлын өйрәнергә тейеш була. Төркөм артылышты, күл яры буйында лагерь өсөн һәм вертолеттан ташлана торған йөктәрҙе ҡабул итеү өсөн уңайлы урын таба. Экспедицияның төп составы лагерға, Төньяҡ һәм Көньяҡ Иныльчекты айырыусы һырттың контрофорс биләне аша күлде һул яр буйын урап килеп етә. Хан-Тәңрегә күтәрелеүҙе ике төркөм башҡара. Е.И. Тамм етәкселегендәге беренсе төркөм алты көн күтәрелгәндән һуң ҡатмарлы һауа торошо шарттары арҡаһында кире әйләнеп ҡайта. К.Кузьмин етәкселегендәге икенсе төркөм, беренсе төркөм сығып ике көн үткәс, маршрутҡа сыға, һалынған юлдан күтәрелеп, тиҙ хәрәкәт итә һәм бер көндән һуң «киҫкен» урынға барып етә, алдан яуған ҡарҙы ҡар ишелмәһе һепереп алып китә һәм юл шуға күрә бик үк ҡурҡыныс булмай. Тау түбәһендә бынан бер нисә көн элгәре Көньяҡ Иныльчек боҙлоғонан Хан-Тәңре мәрмәр ҡабырғаһы буйлап тауға күтәрелгән Б.Романов етәкселегендәге «Хеҙмәт» йәмғиәте төркөмөнөң яҙыуын таба. Был ике күтәрелеү ҙә бейеккә артылыу класы буйынса иң яҡшыһы тип таныла, ә уларҙың ҡатнашыусылары алтын миҙалға лайыҡ була[5],[6].
- Әлеге ваҡытта Хан-Тәңрегә, кәм тигәндә, төньяҡтан көньяҡҡа 25 артылыу маршруты һалынған[7]. Тәжрибәле альпистарҙан артылыу буйынса инструкциялар бар[8].
- Егерме бер тапҡыр Гималай һигеҙ меңлеген яулаусы Анатолий Букреев Хан-Тәңрене үҙенең дөрөҫ урынлашҡан ҡабырғалары һәм геометрик пирамидаль симметрияһы арҡаһында донъяның иң матуры тип һөйләй.
- Ҡаҙағстан альпинисы Денис Урубко, БДБ илдәрендә беренсе булып донъяның бөтә 14 һигеҙ меңлеген яулаусыһы өсөн Хан-Тәңре Гималай тауҙарын артылыу алдынан өйҙәге «күнекмә» ете меңлеге була. Ул уға тиҫтәләрсә күтәрелә. Урубко шулай уҡ Хан-Тәңрегә тиҙ менеү буйынса рекорд ҡуя, 2000 йылда — база лагерынан (4000 м) тау түбәһенә тиклем (7010 м) 7 сәғәт 40 минут ваҡытта күтәрелә [9].
- Хан-Тәңре түбәһендә бер нисә тапҡыр артылыусылар ҡуна. Еңеү пигы, Хан-Тәңренең пигы траверсына әҙерлек ваҡытында —Валерий Хрищатый етәкселеге аҫтында 1990 йылдың йәйендә акклиматизация маҡсатында түбәлә буласаҡ траверс ҡатнашыусылары ҡуна[10]. Бындай осраҡтар етди тау түәбәләрендә бик һирәк. Әммә 2011 йылдың 1 авгусында Урубко Денис Хан-Тәңре түбәһендә (7010 м) планлаштырылған яңғыҙ төндө үткәрә[11]. Ике көндән һуң Новосибирсктан Глеб Соколов һәм Виталий Горелик Хан-Тәңре түбәһендә төн үткәреүҙе ҡабатлай[12].
- Хан-Тәңре түбәһенә артылыуҙар һаны буйынса 62 йәшлек Новосибирск кешеһе Глеб Соколов рекорд ҡуя, ул донъяла Лхоцзеның өс түбәһен яулаусы өс кешенең береһе (Е.Виноградский һәм С.Тимофеевтар менән бергә — икеһе лә Екатеринбургтан) — 2015 йылдың 15 авгусында ул Хан-Тәңрегә 33-сө тапҡыр күтәрелә[13]. 2016 йылда ул үҙ рекордын 34 күтәрелеүгә тиклем еткерә[14].
- Хан-Тәңрене иң йәш яулаусы булып 17 йәшлек поляк Адам Белецкий тора, ул 2000 йылда альп стилендә түбәгә менә.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- 2002 йылда Ҡырғыҙстан Милли банкы арт яғында Хан-Тәңре һүрәте менән 100 һумлыҡ (сом) банкнота сығара (6995 м). Әлегә тиклем Иран тау һүрәте — илдең юғары нөктәһе (5604 м), һүнгән Демавенд вулканы менән 10 000 риал күләмендә банкнота сығара , шулай уҡ Төркиә — 100-лиралыҡ банкнота (1972—1986) һәм Әрмәнстан — биш банкнотаның арт яғында (1993 һәм 2001 йылдарҙа) Төркиәлә урынлашҡан Арарат тауы менән (5165 м) банкнота сығара, Арарат тауы шулай уҡ Әрмәнстандың милли символы булып тора һәм дәүләт гербында төшөрөлгән.
- Хан-Тәңре (6995 м) төньяҡтан урынлашыуы буйынса күрше Чапаев түбәһенә (6371 м) уның көнбайыш тоташтырмаһы (5900 м) Эверест тауының (8848 м) гималай гиганттары, уның Көньяҡ биләне (7900 метр) һәм күрше Лхоцзе пигы (8516 м), урынлашыуына ныҡ оҡшаған. Әммә бөтәһе лә 2 саҡрым түбән, был Гималайҙың классик маршрутына оҡшатырға мөмкинлек бирә.
Топографик карталар
үҙгәртергә- Лист карты K-44-65 пик Победы. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.peakbagger.com/peak.aspx?pid=10552
- ↑ 2,0 2,1 Хан-Тенгри. Часть 1. Risk Onlain
- ↑ О делимитации и демаркации государственной границы между Кыргызской Республикой и Китайской Народной Республикой. Risk Onlain .
- ↑ Погребецкий М. Т. «Три года борьбы за Хан-Тенгри», Харьков, 1935.
- ↑ Е. И. Тамм «На Хан-Тенгри с севера», сборник «Побеждённые вершины, 1961—1964 годы», изд-во «Мысль», Москва, 1966, стр. 5-36
- ↑ В. А. Смит «Мои друзья и горы», изд-во Игоря Балабанова, Москва, 2011, стр. 177—206
- ↑ Альпинисты Северной столицы. ХАН-ТЕНГРИ — ГОРА ТЫСЯЧЕЛЕТИЙ. Владимир Проскурин
- ↑ ЛУЧШЕ ДЕСЯТЬ РАЗ ВЕРНУТЬСЯ… Глеб Соколов
- ↑ Денис Урубко. Хан-Тенгри-2000. Скорость в стиле соло. Mountain.ru .
- ↑ Пятнадцать дней в Поднебесье Траверс п. Победа — п. Хан-Тенгри
- ↑ Денис Урубко: о маршруте на пик Победы
- ↑ RISK — Палка к «Доллару», экспедиция Глеба Соколова — новости
- ↑ 17 августа, 2015 В 33-й раз поднялся на Хан-Тенгри Глеб Соколов!
- ↑ Хрустальный пик-2016. Человек риска. Глеб Соколов
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Merzbacher Gottfried. The central Tian-Schan mountains. London, 1905
- Михайлов Н. Н. «Хан-Тенгри», 1933.
- Погребецкий М. Т. «Хан-Тенгри», Харьков, 1934.
- Погребецкий М. Т. «Три года борьбы за Хан-Тенгри», Харьков, 1935. (недоступная ссылка)
- Абалаков Е. М. «Хан-Тенгри», Москва, 1936.
- Погребецкий М. Т. В сердце небесных гор. Киев, 1956 и 1960 г.
- Ветров И. Е. Первый на Хан-Тенгри: Путешествия М. Т. Погребецкого — М.: Мысль, 1971. — (Замечательные географы и путешественники).
- Рыбак Ян. «Хан-Тенгри с севера. Негероические записки», 2006.
- Рыбак Ян. «Голливуд на Хане», 2010.
Маршруттар тасуирламаһы
үҙгәртергәФильмдары
үҙгәртергә- «Восхождение на пик Хан-Тенгри. 1975 год», автор-операторы Б. Блонштейн.
- «Мраморное сердце Тянь-Шаня», авторы А. Кислов, 2000.
- «Хан-Тенгри-2003», авторы А. Казаков, 2003.
- «Хан-Тенгри. Путь к вершине», 2008 г., реж. Алексей Рюмин.
- «Хан-Тенгри: суровый январь 2011», режиссеры Олег Парамонов, 2011.