Сатыртау
Сатыртау — Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы эргәһендә урынлашҡан тау.
Сатыртау | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы |
Мираҫ статусы | тәбиғәт ҡомартҡыһы |
Бейеклеге/буйы | 266 метр |
Емерелеүҙән (эрозия) һаҡланып ҡалған ҡалдыҡ тау булып тора. Тәбәһе киҫеп алынған кеүек булғанға сатырға оҡшап тора. Тап ошо сатыр рәүешенән сығып бирелгән атамаһы ла.
Дим буйы башҡорттары телендә «сатыра»- ботаҡтары арҡыс-торҡос үҫкән, кеше үткеһеҙ ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, шырлыҡ. Борон бәлки был тирәләрҙә ысынлап та ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар үҫкәндер, климат үҙгәреүе һәм күпләп мал көтөү, башҡа төрлө хужалыҡ эштәре башҡарыу сәбәпле Дим йылғаһының уң яҡ ярында ҡыуаҡлыҡтар юҡҡа сыҡҡандыр тигән фараз да бар. Димдең һул яғында ҡыуаҡлыҡтар һаҡланып ҡалған.
Сатыртау Башкортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Бөтәһе 8 гектар майҙанды тәшкил итә[1].
Иң бейеклек нөктәһе — 266,6 м. Дим йылғаһына ҡарата сағыштырма бейеклеге 150 м тәшкил итә.
Был тау һәм уның эргәһендәге биләмәләрҙә бөтөнләй ағастар юҡ. Улар бары тик үҫемлектәр менән генә ҡапланған. Тауҙың көнбайышынан километрҙан саҡ ҡына кәм алыҫлыҡта Дим. йылғаһы үтә.
Тау битләүендә үҫемлектәрҙең бик күп һирәк төрҙәре үҫә.
Шул иҫәптән Ҡыҙыл китапҡа индерелгәндәре бар: жестколистный тонконог, дөйә ҡылғаны, шиңмәҫгөл, йәки үлмәҫгөл (цмин песчаный),астрагал рогоплодный (дөйә һеңере), люцерна сетчатоплодная(селтәр емешле люцерна), эре тәңкәгөл (копеечник крупноцветковый)[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Федеральное управление, службы по надзору, природопользование, Республика Башкортостан . Архивировано 9 май 2008 года. 2008 йыл 9 май архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Федеральное управление, службы по надзору, природопользование, Республика Башкортостан» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сатыртау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.