Сусаҡтау
Сусаҡтау — Башҡортостандағы тау. Әлшәй районындағы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта Дим йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Сусаҡтау | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Осло түбәле Сусаҡтау — ҡалдыҡ тау, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы, уның дөйөм майҙаны 116 гектар[2]. Тауҙа һәм уның биттәрендә ағастар бөтөнләй үҫмәй, улар тик үлән менән генә ҡапланған. Тауҙың көньяҡ-көнбайыш итәгенән Дим йылғаһы аға.
Тау битләүҙәрендәге ҡомло яландарҙа күп төрлө үҫемлек үҫә, улар араһында Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгәндәре лә бар (мәҫәлән, ҡауырһынлы ҡылған)[2].
Туризм
үҙгәртергәСусаҡтау һәм уның тирә-яғы туристарҙы, шулай уҡ Раевка—Стәрлетамаҡ юлынан үткәндәрҙе хозур тәбиғәте менән йәлеп итә. Тау башынан Дим киңлектәренә матур күренеш асыла. Сусаҡтауҙан күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан Сатыртауҙы ла күрергә була.
Ялған факттар
үҙгәртергәҠайһы бер турист-блогерҙар, тауҙың тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, уны «Ҡыҙ күкрәге» тип атай. Әммә яҡын-тирәләге ауыл халҡы был исемде бер ҡасан да ҡулланмаған. Урындағылар уны «Таҙ тау» тип тә атай.
Сусаҡтау — ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә- Суфийәнова Ф. Теләктәр тауы тарта. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 17 сентябрь[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Федеральное управление, службы по надзору, природопользование, Республика Башкортостан 2008 йыл 9 май архивланған.
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2014, 17 сентябрь 2017 йыл 30 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2017)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы. Сусаҡтау.(недоступная ссылка)