Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы

Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы (24 июнь 1914 йыл2 декабрь 2001 йыл) — башҡорт актёры, эстрада артисы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2006, үлгәндән һуң).

Ғата Арыҫланов
Тыуған ваҡыты:

24 июнь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы

Вафат ваҡыты:

2 декабрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (87 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Әүҙем йылдары:

19401983

Амплуа:

мелодрама һәм музыкаль комедия лирик геройы

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:

БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1956)

Биографияһы

үҙгәртергә

1914 йылдың 24 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы) Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған[1].

1932—1934 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының Башҡорт студияһында белем ала[1].

Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1938 йылғы Хәсән күле буйында совет-япон ҡораллы бәрелештәрендә ҡатнаша[2].

1940 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын Булат Имашев һәм Ғәлләм Саттаров курсы буйынса тамамлай[1].

1940 йылдан Яңауыл колхоз-совхоз театрында актёр булып эшләй[1].

1941 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының һөйләү жанры артисы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йыш ҡына госпиталдәрҙә сығыш яһай[2].

1949—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Бер үк ваҡытта Өфө ҡалаһының балалар йорттарының береһендә театр түңәрәген етәкләй[2]. Башҡорт һөнәри эстрадаһы үҫешенә үҙ өлөшөн индерә[1].

2001 йылдың 2 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].

Төп ролдәре

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956),
  • Мәжит Ғафури исемендәге премия (2006, үлгәндән һуң).

Ҡатыны — Арыҫланова Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974)[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә