Ҡошсо
Ҡошсо — Әй буйы башҡорттары төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары — ҡайын, муйыл, ҡоштары — аҡҡош, орандары — Салауат.
Ырыу тамғаһы | |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 50 мең (яҡынса фараз[1])
| |
Тел | |
Дин | |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар | |
Этник төркөм |
аҡ-ай • буранғол • ғөҙәир • ҡаҙыр • ҡалмаҡ • ҡулсыҡай • күҫәкбирҙе • мөслим • мәтәй • сирмеш • солтан • сәкетә • төлкө • туғыҙ • үмәртәй • һабанаҡ • һарт |
Аралар
үҙгәртергәаҡ-ай • буранғол • ғөҙәир • ҡаҙыр • ҡалмаҡ • ҡулсыҡай • күҫәкбирҙе • мөслим • мәтәй • сирмеш • солтан • сәкетә • төлкө • туғыҙ • үмәртәй • һабанаҡ • һарт.
Этнонимы
үҙгәртергәҠошсо — ғалимдар «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр.
Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар.
Тарихы
үҙгәртергәҠошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.
Урынлашыуы
үҙгәртергәҠошсо башҡорттарының ауылдары[2] | ||
---|---|---|
РФ субъекты | Район | Ауылдар |
Башҡортостан | Балаҡатай районы | Айҙаҡай, Аҡҡын (бөткән ауыл), Ауышты (бөткән ауыл), Ҡурғаш, Һандалаш |
Ҡыйғы районы | Юныс | |
Мәсетле районы | Абдулла, Айып, Борғатъя, Йонос, Кесе Ҡыҙылбай, Ҡорғат, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Мәләкәҫ, Оло Ҡыҙылбай, Салйоғот, Тайыш, Тимербай, Тимерәк, Төплөкүл (бөткән ауыл), Һабанаҡ, Һөләймән, Әбдрәхим, Әжекәй | |
Свердловск өлкәһе | Красноуфимск округы | Биш ауыл, Рахманғол, Бәйәктамаҡ, Ҡуян, Үрге Бәйәк |
Түбәнге Серге районы | Аҡҡул, Өфө-Шигер, Үрмәкәй | |
Әртә ҡала округы | Бикән, Бәхмәт, Әжеғол, Әртә-Шигири | |
Әшит ҡала округы | Ғәйнә |
Ауылдарҙа халыҡ һаны
үҙгәртергәРевиз яҙмалары һәм халыҡ иҫәбен алыу мәғләүмәттәре буйынса
Ауылдар | 1795 | 1816 | 1834 | 1850 | 1859 | 1865 | 1897 | 1920 | 1939 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Балаҡатай районы | 349 | ||||||||||||||
Айҙаҡай | 336 | ||||||||||||||
Ҡурғаш | 13 | ||||||||||||||
Һандалаш | 0 | ||||||||||||||
Ҡыйғы районы | 161 | ||||||||||||||
Юныс | 161 | ||||||||||||||
Мәсетле районы | 6024 | ||||||||||||||
Абдулла | 553 | 510 | |||||||||||||
Айып | 307 | 342 | |||||||||||||
Борғатъя | 260 | 249 | |||||||||||||
Йонос | 382 | 457 | |||||||||||||
Кесе Ҡыҙылбай | 80 | 75 | |||||||||||||
Ҡорғат | 350 | 278 | |||||||||||||
Ҡотош | ..[3] | 90 | 111 | 131 | 143 | 164 | 225 | 275 | 302 | 363 | 359 | 338 | 363 | 360 | 361 |
Ләмәҙтамаҡ | 194 | 187 | 226 | 293 | 331 | 373 | 676 | 867 | 767 | 716 | 759 | 610 | 519 | 522 | 483 |
Мәләкәҫ | 274 | 259 | |||||||||||||
Оло Ҡыҙылбай | 508 | 451 | |||||||||||||
Салйоғот | 255 | 266 | |||||||||||||
Тайыш | 328 | 343 | |||||||||||||
Тимербай | 90 | 79 | |||||||||||||
Тимерәк | 132 | 118 | |||||||||||||
Һабанаҡ | 103 | 117 | 161 | 215 | 245 | 303 | 610 | 708 | 521 | 459 | 541 | 395 | 439 | 437 | 391 |
Һөләймән | 170 | 172 | 233 | 287 | 291 | 307 | 440 | 530 | 473 | 487 | 541 | 446 | 402 | 489 | 472 |
Әбдрәхим | 326 | 324 | |||||||||||||
Әжекәй | 750 | 684 | |||||||||||||
Красноуфимск округы | 1093 | ||||||||||||||
Биш ауыл | 98 | ||||||||||||||
Рахманғол | 492 | ||||||||||||||
Бәйәктамаҡ | 387 | ||||||||||||||
Ҡуян | 116 | ||||||||||||||
Юғары Бәйәк | |||||||||||||||
Түбәнге Серге районы | 1628 | ||||||||||||||
Аҡҡул | 279 | ||||||||||||||
Өфө-Шигер | 522 | ||||||||||||||
Үрмәкәй | 827 | ||||||||||||||
Әртә ҡала округы | 1742 | ||||||||||||||
Бикән | 183 | ||||||||||||||
Бәхмәт | 522 | ||||||||||||||
Әжеғол | 685 | ||||||||||||||
Әртә-Шигири | 352 | ||||||||||||||
Әшит ҡала округы | 415 | ||||||||||||||
Ғәйнә | 415 |
Арҙаҡлы ҡошсолар
үҙгәртергәМәсетле районының хөрмәтле гражданы
Академиктар
- Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы — техних фәндәре докторы (1993),
- Вәлиев Ильяс Иштуған улы — педагогия фәндәре докторы (1999)
- Мирсаев Рафаил Нурый улы — философия фәндәре кандидаты (1990)
Фән докторҙары
- Ғиниәтуллин Рафаҡ Хизбулла улы — биология фәндәре докторы (2019)
- Зарипов Айрат Янсур улы — философия фәндәре докторы (2005)
- Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы — филология фәндәре докторы (1981)
Афған һуғышында һәләк булған яуғиҙар
- Ғәзизов Раян Нариман улы (14.4.1960—5.5.1981), Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Һөләймән ауылы, 1980 йылдың февраленән Афғанстанда. Рядовой, уҡсы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
- Нафиҡов Хәмит Мөғин улы (20.12.1960—15.08.1984), Свердловск өлкәһе, Түбәнге Серге районы, Өфө-Шигер ауылы, 1982 йылдың ноябрен Афғанстанда. Лейтенант, Спезназ төркөмө командиры. Ленин ордены менән бүләкләнгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Ҡошсо ырыуы ауылдарында йәшәүсе дөйөм халыҡ һанына нигеҙләнеп Р.Ғатауллин тарафынан фаразланды
- ↑ История башкирских родов, 2016, с. 135, 148—149
- ↑ мәғлүмәт табылмаған
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ғатауллин Р.Ш. Ҡошсо ырыуы ауылдары. Мәғлүмәт йыйынтығы. — Өфө, 2007. — 132 б.
- История башкирских родов. Кошсо, Сызги, Упей. Том 18 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 160, 165. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.
- Твое шежере. Материалы государственных переписей населения Мечетлинского района Республики Башкортостан / Авторы составители Б. С. Давлетбаев, Г. Б. Азаматова. — Уфа: Идель Пресс, 2012. — 356 с.