Үрмәкәй (Свердловск өлкәһе)

Үрмәкәй (рус. Урмикеево) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы, Михайловск муниципаль берәмегенә керә.

Ауыл
Үрмәкәй
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Свердловск өлкәһе

Муниципаль район

Түбәнге Серге районы

Координаталар

56°25′ с. ш. 59°01′ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

66, 96

ОКАТО коды

65 228 854 001

ОКТМО коды

65 628 104 111

Үрмәкәй (Рәсәй)
Үрмәкәй
Үрмәкәй
Үрмәкәй (Свердловск өлкәһе) (Свердловск өлкәһе)
Үрмәкәй

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 827 кеше йәшәй, шул иҫәптән 400 ир-ат һәм 427 ҡатын-ҡыҙ.[1].

2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 785 кеше теркәлгән[2].

1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 20 йортонда 98 башҡорт йәшәгән[3]. 1850 йылғы ревизия 20 йортта 107, ә 1859 йылда 22 йортта 140 башҡортто теркәгән[3].

1755 йылда Үрмәкәй халҡы үҙ аҫаба ерен билдәле урыҫ сәнәғәтселәр ғаиләһе Строгановтарға һатыу сәбәпле, XVIII быуаттың уртаһынан алып ауылда йәшәүселәрҙең үҙ ере булмай[3].

Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр 488 бот ярма икмәк сәскән[3].

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Р.Р.Аҫылғужин фекеренсә Үрмәкәй ауылында башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре йәшәй[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йыл 7 июнь архивланған.
  2. 2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре базаһы 2018 йыл 15 июнь архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
  4. Башкиры Свердловской области: история и современное состояние этнической идентичности в полиэтничном окружении / P.P. Асылгужин. Уфа: «Хан», 2008. - 64 с.