Биш ауыл
Биш ауыл (Бишкәү[1], Биткә[2]; рус. Бишково, Битково) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округының Рахманғол территориаль бүлегенә ҡараған тарихи башҡорт ауылы.
Ауыл | |||||
Биш ауыл | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
66, 96 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 98 кеше йәшәй, шул иҫәптән 48 ир һәм 50 ҡатын-ҡыҙ[3].
2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 128 йәшәгән[4].
Тарихы
үҙгәртергәТарихи сығанаҡтар буйынса Биш ауыл аҫаба башҡорттар ауылы[5]. Рәсәй архив сығанаҡтарында ауыл Бишково, Битково исемдәре аҫтында билдәле. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 10 йортонда 54 башҡорт йәшәгән[5]. 1859 йылда 12 йортта 91 башҡорт теркәлгән[5].
Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[5]. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр бөтәһе 368 бот ярма икмәк сәскән[5]. Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Битково по VIII ревизии 1834 г. |
Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 374—375. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Список населённых пунктов (с населением свыше 100 чел. в 1869 г.) зауральских башкир, входивших в Пермскую губернию
- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбе базаһы. 2018 йыл 15 июнь архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.