Ҡарлыхан заказнигы

зоология тәбиғәт ҡомартҡыһы

Ҡарлыхан заказнигы (рус. "Карлыхановский" заказник) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоология ҡурсаулығы. Хайуандарҙың һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1972).

Ҡарлыхан заказнигы
урыҫ "Карлыхановский", заказник
Төп мәғлүмәт
Майҙаны19300,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты13 август 1972 йыл 
Урынлашыуы
55°56′50″ с. ш. 58°42′04″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Ҡарлыхан заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ҡарлыхан заказнигы

Тәбиғи үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Балаҡатай районы Ҡарлыхан ауылының көнсығыш ситендә Ыйыҡ йылғаһы[1] бассейынына урынлашҡан. Рельефы тигеҙ, ҡалҡыулы теҙемле убалы. Майҙаны 19,3 мең га. Территорияһы урман аҡландары менән ҡатнаш ултыртмаларҙан тора. Урман массивы — 80%-ын биләй. Айырыуса оҙаҡ йәшәгән киң япраҡлы урмандар ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ылыҫлы урмандар (ҡарағайҙар һәм бер аҙ аҡ шыршы) башлыса ҡурсаулыҡтың төньяҡ-көнбайыш өлөшөнә тура килә.

Заказникта һөтимәрҙәрҙең 60-ҡа яҡын, ҡоштарҙың 150-нән ашыу төрө осрай. Шуларҙың 40 төрө һунар объекты булараҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Ағастарҙан: ҡара ерек, саған, айыу баланы, балан, миләш, муйыл, йүкә, уҫаҡ һәм ҡайын таралған.

Заказник районы — европа һәм себер хайуандары ареалдарының бер-береһенә үтеп инеү урыны булып тора. Мышы, бүре, ҡондоҙ, америка шәшкеһе, ҡоралай, үрғуян, аҡ ҡуян, һеләүһен күп булыуы менән айырылып тора. Ҡарағай урманы кейектәре айырым һаҡлауға алына.

Ҡоштарҙан: һыуһар, ҡор, ҡурпысыҡ, сел, һуйыр, һуна өйрәк, һоро һәм нәҙек оҙон ҡойроҡло турғай, һоро ҡойроҡло һөмәй (серая и длиннохвостая неясыти), һупайҙы йәки һупылдыҡ ябалаҡ (мохноногий сыч) төйәкләй, аҡ өкөнөң ҡышлауға ҡалғаны билдәләнгән.

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштар: ҡом һайыҫҡаны, бөркөт, ҡарағош, мөншөгөр, сапсан, зөгәй, һоро өкө, һоро торна. Шулай уҡ БР-ның һәм РФ-ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән европа шәшкеһе, ҡама, орсоҡ йылан йәшәй.

Ҡурсаулыҡ ресурс, фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә[2][3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә