Мөншөгөр, мөжөһөр, һыу буғаһы, күл буғаһы, һыу үгеҙе, күл үгеҙе, ғопай, һоңғолдауыҡ (урыҫ.Большая выпь, лат. Botaurus stellaris) — селәндәр ғаиләһендәге ҡош.
Өйрәктән ҙурыраҡ төн ҡошо. Муйыны оҙон ҡауырһынлы булғанға, йыуан күренә. Аяҡтары оҙон. Муйынын бөкләп ауыр оса. Ҡурҡҡанда ҡойроғонда ултыра һәм өҫкә ҡарап ҡатып ҡала. Түбәһе, күҙҙәре аша үткән һыҙыҡтар ҡара. Дөйөм төҫө ҡара сыбарлы һарғылт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Осҡанда «ҡау» тигән тауыш сығара. Яҙғыһын ата ҡош үгеҙ кеүек үкерә. Күсмә ҡош. Һирәк осрай.
Түңгәктәрҙә оялай.3-7 бөртөк һарғылт йомортҡа һала. Беренсе йомортҡа һалғас та баҫырға ултыра. Башлыса инә ҡош үҙе генә баҫа. Һирәк осраҡтарҙа ата ҡош та баҫыуы күҙәтелгән. 24-26 көндән себештәре моронлай. 2-3 аҙнанан сығып йөрөй башлайҙар. Ике айҙан осалар һәм ғаилә тарҡала.
Башҡорт теленең диалекттарында ул мәнгәшәр, мөжөһөр,һыу буғаһы.күл буғаһы, һыу үгеҙе,ғопой, һоңҡолдауыҡ тип тә атап йөрөтөлә.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986.
- А. Э. Брэм — Жизнь животных. Птицы. Том II. гл. «ПОДОТРЯД: Цаплевые (Ardeae)» (рус.)
- Жизнь животных т.6 Птицы М.: Просвещение 1986 (рус.)
- Ганзак Я. Иллюстрированная энциклопедия птиц Прага: Артия 1990 (рус.)
- Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия М.: Лабиринт-пресс 2004 (рус.)