Орсоҡ йылан
Орсоҡ йылан | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Anguis Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||
|
Орсоҡ йылан[1] (лат. Anguis, рус. Веретеницы) — кәүҙәһе йыланға оҡшаған кәҫәрткеләр ырыуы, шыма тәңкәләре арҡыры һәм буй рәттәр булып урынлашҡан; тештәре конкс һымаҡ осло, артҡа ҡараған.
Европала һәм Көнбайыш Азияла киң таралған. Орсоҡ һымаҡ кәүҙәле, 26 см-ға ҡәҙәр оҙонлоҡта. Арҡаһы металлға хас ялтырауыҡлы ҡоңғорт-көрән төҫтә, ата йыландарҙың арҡаһында күк һәм ҡараһыу төҫтәге таптары бар. Орсоҡ йылан хәрәкәтсел күҙ ҡабаҡтары булуыуы менән, ә башҡа кәҫәрткеләрҙәр аяҡһыҙ булыуҙары менән айырылалар. Йылан кеүек борғаланып, әкрен шыуыша. Күп кенә башҡа кәҫәрткеләр кеүек, эҙәрлекләүҙән ҡурҡып, ҡойроғон өҙөп ҡалдыра. Ямғыр селәүсендәре, күбәләк ҡорттары менән туйына. Тереләй тыуҙырыусылар. Июль аҙағында — август башында 90—105 мм оҙонлоҡтағы 7—12 йәш кәҫәртке тыуа. Август айынан ҡышлай торған урындарына шыуыша башлай. Бер нисә тиҫтәләр бергә, имеҙеүселәрҙең өндәрендә, серегән ағас төпләрендә ҡышлайҙар. Орсоҡ йыланда ҡайһы ваҡыт яңылыш ағыулы йылан менән бутайҙар.
Орсоҡ йылан Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Татар энциклопедияһы. Ҡазан, 2008 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ананьева Н. Б., Орлов Н. Л., Халиков Р. Г., Даревский И. С., Рябов С. А., Барабанов А. В. Атлас пресмыкающихся Северной Евразии (таксономическое разнообразие, географическое распространение и природоохранный статус). — СПб.: Зоологический институт РАН, 2004. — С. 189-218. — 1000 экз. — ISBN 5-98092-007-2