Һөмәй
Һөмәй
Strix nebulosa
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ябалаҡтар
Ғаилә: Ябалаҡтар
Ырыу: Һөмәйҙәр
Төр: Һөмәй
Латинса исеме
Strix nebulosa
J.R. Forster, 1772
Төрҙәштәре
Йәшәү мөхите
рәсем

  Һыу өҫтө

  Таралышы

ITIS 177929
NCBI 126836

Һөмәй, һөмәй ҡош, һаҡалтай ябалаҡ(Бородатая неясыть) (лат. Strix nebulosa) һөиәйҙәр ғаиләһендәге эре ҡош. Ҡанат йәйелеше метр ярымға етә.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 143252

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Ҡаҙҙан бәләкәйерәк. Тауышһыҙ яй ғына оса торған ҙур ябалаҡ. Дөйөм төҫө һорғолт көрән, ҡорһаҡ яғы ҡара, ә һырт яғы аҡһыл һары таптар менән сыбарланған, йөҙөндә ҡара түңәрәк һыҙыҡтары бар. Тамағы ҡара, күҙҙәре һары. Башында ҡолағы юҡ. Башҡа ябалаҡтарҙан битендәге түңәрәк һыҙыҡтары менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы тоноҡ һәм шомло: «һу-һу-һууу».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Ҡуйы һәм бейек ағаслы урмандарҙа йәшәй. Ваҡ хайуандар һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош, һирәк осрай. Ояһы ағас башында була. З— 4 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Кимереүсе йәнлектәрҙе ҡырып, бер аҙ файҙа килтерә.

Галерея үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә