Балан (лат. Viburnum) — айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Балан
Япраҡтары һәм емеше
Япраҡтары һәм емеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Viburnum L. (1753)


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  35249
NCBI  4204
EOL  37657
GRIN  t:12699
IPNI  6139-1

Ботаник яҙма үҙгәртергә

Япрағы ҡойолоусан, тармаҡлы ҡыуаҡ йәки бәләкәй ағас, бейеклеге 2—5 м. Ҡайырыһы буй ярыҡтары булған һоро‑ҡуңыр төҫтә. Үрендеһе яланғас, көлһыу аҡ төҫтә, шыма, ҡайһы ваҡыт ҡырлы. Япрағы ябай, сите эре киртләсле 3—5 айырсалы, аҫтан төклө, һаплы, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе аҡ, ситтәгеләре — эре, йәйенке, стериль; урталағылары — ваҡ, ҡыҫҡа ҡыңғыраулы, ике енесле; сәскәлеге — сатыр һымаҡ һепертке. Май—июндә сәскә ата. Емеше һарғылт ҡыҙыл, төшлө, август—сентябрҙә өлгөрә. Урманда, йылғаның һыубаҫар туғайҙарында, күл ярҙарында, һаҙлыҡ ситтәрендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған.

Файҙаланыу үҙгәртергә

Декоратив, дарыу үҫемлеге. Составында витаминдар, дуплау матдәләре, органик кислоталар, шәкәр, микроэлементтар булған емеше, аҙыҡ булараҡ, яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла, ҡоштар өсөн аҙыҡ.

Таралышы һәм экология үҙгәртергә

Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Төньяҡ ярымшар киңлектәрендә урта бүлкәттә Андтарҙа, бер аҙ Антиль утрауҙарында һәм Мадагаскарҙа ла осрай. Башҡортостанда ябай балан үҫә. Балан ҡыуағы йылға күл буйҙарында, урман ситтәрендә үҫә.Республикабыҙҙың бар райондарында ла осрай. Ағиҙел, Дим, Ҡариҙел ярҙарында күберәк күҙәтелә Күпселек төрҙәре күләгәле урындарҙы ла үҙ итә. Һыуға талымһыҙ Орлоҡтан, ботаҡтарҙан үрсей.

 
Балан сәскәһе
 
Балан.
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация
 
Балан сәскәһенең һеркәстәре (ҙурайтылған)