Йыһат йәки Ғазауат (ғәр. الجهاد‎; рус. джихад — «көрәш», «изге һуғыш», «көс һалыу») — ислам тәғлимәтендә дин өсөн изге һуғыш (көрәш), киңерәк мәғәнәлә — Аллаһ юлында тырышлыҡ һалыу.

Йыһат
 Йыһат Викимилектә

Мосолман йәмғиәте үҫеш алған һайын, һүҙҙең мәғәнәһе лә үҙгәреш кисергән.

Йыһат байрағы

Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендә Мәҙинә мосолмандарының Мәккә мәжүсиҙәренә һәм Мәҙинәләге йәһүдиҙәргә ҡаршы көрәш алып барыу тактикаһы үҙгәреп тороу сәбәпле, мосолмандарҙың мөһим дини бурысы тип күрһәтелгән йыһатты аңлатыу Ҡөрьәндең Мәҙинә осорона ҡараған сүрәләрендә ҡаршылыҡлы бәйән ителгән: мосолман булмаған халыҡтар менән асыҡтан-асыҡ хәрби бәрелешкә инмәҫкә, ә исламға өгөт-нәсихәт менән өндәргә; ислам дошмандары менән һаҡланыу һуғыштары ғына алып барырға; кафырҙарға мосолман календарындағы изге айҙарҙа һөжүм яһамаҫҡа, башҡа айҙарҙа ғына һөжүм итергә; кафырҙар менән һәр ҡасан һәм ҡайҙа булһа ла көрәш алып барырға, тиелгән[1].

Һуңыраҡ осорҙа мосолман хокукында (фиҡһ) «йыһат» һүҙенең мәғәнәһе теүәлерәк билдәләнә.

«Бөйөк йыһат» тип мосолмандың рухи яҡтан үҙ-үҙен камиллаштырыуы аталһа, «кесе йыһат» тип исламды яҡлап һәм уны таратыу маҡсатынан кафырҙар менән көрәш алып барыу атала.

Мосолман хоҡуҡсылар (факиһтар) «йыһат» төшөнсәһен тағы ла вағыраҡ төшөнсәләргә тарҡаталар:

  • «Йөрәк йыһаты» — яман мауығыуҙарға, нәфескә (үҙ-үҙең менән) ҡаршы көрәшеү;
  • «Тел йыһаты» — йәмғиәтте шәриғәт тыйғандарҙан (хәрәмдән) тыйылырға һәм шәриғәт ҡушҡандарҙы үтергә өндәү;
  • «Ҡул йыһаты» — мосолман дәүләтендә енәйәтселәрҙе һәм диндән тайпылыусыларҙы (мөртәттәрҙе), ислам әхлағын боҙоусыларҙы (зинасыларҙы һ.б.) язалау;
  • «Ҡылыс йыһаты» — кафырҙар менән ҡораллы көрәш алып барыу һәм һуғышта һәләк булғандарға (шәһиттәргә) ожмахта мәңгелек рәхәтлек вәғәҙә итеү.
  • Суфыйсылыҡта йыһатҡа мистик рухта аңлатма бирелә.
  • Хәнәфиҙәр мәҙһәбе кафырҙар менән булған теләһә ниндәй һуғышты йыһат тип атай.
Ғәрәп хәлифәлеге      Мөхәммәттең яулап алыуҙары, 622–632      Рәшидиҙәр хәлифәлеге яулап алған ерҙәр, 632–661      Өмәүиҙәр хәлифәлеге яулап алған ерҙәр, 661–750

XX- XXI быуаттарҙа йыһат идеяһын радикаль (ҡара: Әхмәт Ҡадиров) һәм террорсы мосолман ойошмалары (мәҫәлән,: Рәсәй Федерацияһында 2003 йылда тыйылған «Мосолман ҡәрҙәштәр» (әл-Ихуан әл-Мөслимин)[2]) киң ҡуллана.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Джихад // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  1. Ал-Джихад фи-л-Ислам. Каир, 1967. (рус.)
  2. Фатхи Якын. Ислам: идеи, движения, предметы. М., 1992. (рус.)
  3. Али Мухаммад Наки. Ислам и национализм. Казань, 1992. (рус.)
  4. Peters R. Islam and colonialism: the doctrine of Jihad in modern histori. The Hague, 1979. (инг.)
  5. Schwartz W. Gihad unter Muslimen. Китапта: Studien zum Minderheitenproblem Islam in. Bonn, 1980. Bd 6. (нем.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә