Ғабдуллаһ бин Зөбәйер
Ғабдуллаһ бин Зөбәйер (ғәр. عبد الله بن الزبير; рус. Абдуллах ибн аз-Зубайр; яҡынса май 624, Мәҙинә — яҡынса ноябрь 692, Мәккә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең күренекле көрәштәштәренең береһе, VII быуат Ғәрәбстанының сәйәси эшмәкәре, хәлифә вазифаһына дәғүә итеүсе[4]. Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең өсөнсө ҡатыны, Ғәйшә бинт Әбү Бәкерҙең туғанының улы була.
Ғабдуллаһ бин Зөбәйер | |
ғәр. عبد الله بن الزبير | |
Хижәз хакимы 680 — 692 | |
---|---|
Алдан эшләүсе: | |
Дауам итеүсе: |
әл-Хәжәж ибн Йософ |
Шәхси мәғлүмәт | |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: |
сәйәсмән, Мөфәссир, Фаҡиһ, Мөхәддис, дин белгесе, оратор, хәлифә |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: | |
Әсәһе: | |
Ҡатыны | |
Балалары: |
Аббад ибн Абдуллах ибн аз-Зубайр[d], Амир ибн Абдуллах ибн аз-Зубайр[d], Хамза ибн Абдуллах ибн аз-Зубайр[d] һәм Хубайб ибн Абдуллах ибн аз-Зубайр[d] |
Бәрелештәр: |
Йәрмүк һуғышы, Battle of Sufetula[d], верблюжья битва[d], Осада Мекки[d] һәм Мәккәне ҡамау (692) |
Ғабдуллаһ бин Зөбәйер Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәҒабдуллаһ бин әз-Зөбәйер сығышы менән бәнү Әсәд ырыуынан булған. Ул Һижрәттән һуң бер йыл да 8 ай үткәс тыуған. Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйер Мәҙинәлә мөһәжирҙәр араһында тыуған беренсе сабый була.[5][6].
12 йәшендә Йәрмүк эргәһендәге алышта мосолман ғәскәрҙәре ҡарамағында була. Мысырҙы яулап алыуҙа һәм Төньяҡ Африкала берберҙәр менән һуғыштарҙа ҡатнаша [6].
Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйер Мүәвиә ибн Әбү Суфыян идара иткән осорҙа сәйәсәттә әүҙем ҡатнаша, мәгәр Йәзид I ибн Мүәвиә тәхеткә ултырғандан һуң Хөсәйен ибн Ғәли менән бергә тоғролоҡҡа ант итеүҙән баш тарта. Ул Хөсәйенгә Мәккәне Йәзидкә ҡаршы көрәш үҙәге итергә кәңәш бирә[7]. Хөсәйендең вафатынан һуң асыҡтан-асыҡ хәлифкә ҡаршы сығыш яһай, шунан һуң Мәккә һәм Мәҙинә халҡы, ә һуңынан Хижәз халҡы уға тоғролоҡҡа ант итә. Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйерҙе алып ташлау өсөн Хижәзгә ғәскәр ебәрелә, һуғыш 684 йылға — хәлифә Йәзидтең үлеме тураһында хәбәр килгәнгә тиклем бара. Хәлифә армияһы Сүриә йүнәлешендә сигенә һәм был төбәктә власть Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйергә күсә. Уның хакимлығын Хәлифәттең Йәмән, Басра, Әл-Күфә, Хөрәсән һәм башҡа провинциялар таный. Өмәүиҙәр Сүриәнең һәм Мысырҙың бер өлөшөн генә контролдә тотҡандар [6].
Ғабдул-Мәлик ибн Мәрүән власҡа килеү менән Өмәүиҙәр юғалған позицияларын яйлап кире ҡайтара башлай. 692 йылда Ғабдуллаһ идараһы дауамында Хәлифәттең баш ҡалаһы булған Мәккәне Әл-Хәжәжә етәкселегендәге ғәскәр ҡамауға ала ((Мәккәне ҡамау (692)) һәм ҙур емереүгә дусар итә. Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйер Әл-Харам мәсетендә һуғышып, аҙаҡҡаса көрәшә һәм батырҙарса һәләк була[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bell A. ʿAbd Allāh ibn al-Zubayr // Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ) — Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде А. Абдуллах ибн Зубайр (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — С. 16.
- ↑ http://www.britannica.com/EBchecked/topic/724/Abd-Allah-ibn-az-Zubayr
- ↑ СИЭ, 1961
- ↑ Najeebabadi, Akbar Shah. The History of Islam V.2. — Riyadh: Darussalam, 2001. — С. 110. — ISBN 9960892883.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Али-заде, 2007
- ↑ Balyuzi, H. M.: Muhammad and the course of Islam. George Ronald, Oxford (U.K.), 1976, p.193
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [16 Абдулла ибн Зубайр] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ҡалып:СИЭ
- ʿAbd Allāh b. al-Zubayr / Gibb, H.A.R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |