Йәрмүк һуғышы (рус. Битва при Ярмуке; ғәр. معركة اليرموك‎, грек. Ιερομυκησ, Иеромукос[1]) — Сүриәне һәм Фәләстинде мосолмандар яулап алыуы барышында Сүриәне ҡулға төшөрөр өсөн Византия һәм Ғәрәп ислам хәлифәлеге араһында алты көнлөк алыш. 636 йылдың 20 авгусында тамамлана.

Йәрмүк һуғышы
Рәсем
Урын Ярмук[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Ярмук[d]
Башланыу датаһы 15 август 636
Тамамланыу датаһы 20 август 636
Карта
 Йәрмүк һуғышы Викимилектә

Иордандан 13 километр алыҫлыҡта йырындар аша Йәрмүк яланы ята
Һуғыш барған өлкәнең картаһы

Алғы тарих

үҙгәртергә
 
Левантҡа Хаҡ хәлифәттең баҫып инеүе картаһы

634 йылда мосолмандар Дамаскыны һәм Көньяҡ Сүриәнең күпселек ҡалаларын яулап ала. Византия императоры Ираклий I Сүриәне кире яулап алыу өсөн 200 000 кешенән (100 000 византиялы һәм 100 000 әрмән) торған армия йыя. Византия авторҙары был армияның ике командующийын — сакелларий (ҡаҙнасы) алашар Феодор Трифориус (Theodore Trithyrius) һәм Ваанды (Ваган — әрмән полководецы) телгә ала. Мосолмандар уларға 20 000 яугирҙы ҡаршы ҡуя. Был ғәскәргә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе Хәлит ибн Әл-Вәлид етәкселек итә.

Византияның ике юлбашсыһы ла — Ваган һәм Феодор — Йәрмүк янындағы алышта һәләк була.

Эҙемтәләре

үҙгәртергә

Византиялыларҙың Йәрмүк эргәһендәге еңелеүе һөҙөмтәһендә бөтә Фәләстин Дәүләте мосолмандарға буйһона. Мосолман ғәскәрҙәре Иерусалимды ҡамай. Аҡтыҡ сиккә еткән Иерусалим патриархы Софроний капитуляцияға ризалашып, ҡаланы Ғүмәр ибн әл-Хәттабҡа тапшыра. Был осраҡта Ғүмәрҙең миһырбанлылығы билдәле. Баш ҡалала йәшәүселәр выждан ирке ала; улар самалы ғына һалым ғына түләргә тейеш була. Нәсараларҙың сиркәүҙәренә теймәйҙәр. Ҡаланы алғанға тиклем үк сиркәү кәрәк-ярағының күп өлөшө диңгеҙ аша Константинополгә оҙатылған була.

Иерусалимды ғәрәптәр 637 йылда яулай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. TM Places. www.trismegistos.org. Дата обращения: 10 май 2019. Архивировано 10 май 2019 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә