Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм
Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм (ғәр. الزبير بن العوام;рус. Аз-Зубайр ибн аль-Аввам; ? — һ. 36, 656) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туғаны, сәхәбәһе. Иҫән ваҡытында уҡ йәннәт менән һөйөнсөләнгән сәхәбәләрҙең береһе. Урва һәм Ғабдулла тигән улдары, Хишам ибн Урва тигән ейәне була.
Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм беренселәрҙән булып ислам ҡабул итә. Башҡа тәүге мосолмандар кеүек үк туғандары һәм бүтән ҡорайыштар тарафынан йәберләүҙәргә дусар була. Шул сәбәпле башта Хәбәшстанға, ә һижрәт ваҡиғаһынан һуң Мәҙинәгә күсә. Мосолмандарҙың бөтә төп һуғыштарында ҡатнаша.
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң, мосолман дәүләтен нығытыуға өлөшөн индерә. Византия империяһына ҡаршы Ярмуҡ һуғышында ҡатнаша. Мысырҙы яулап алыуҙа ҙур роль уйнай. Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың үлеменән һуң, хәлифә урынына алты кандидаттың береһе була.
Һижри 36 йылда Ираҡта Басранан йыраҡ түгел, мосолмандар араһында Дөйә һуғышы исемен алған бәрелеш була. Йәмән йәһүде Ғабдулла ибн Саба мәкере арҡаһында ике мосолман төркөмө — Ғәйшә, Талха, Зөбәйер һәм хәлиф Ғәли төркөмдәре араһында алыш башлана.[2]
Вафаты
үҙгәртергәҒәли Зөбәйергә уның Ғәлигә хаҡһыҙ ҡаршы сығасағы хаҡында хәҙисте иҫенә төшөрә, һәм Зөбәйер бәрелеш буласаҡ ерҙән китә. Ләкин юлда уны Ғәмр ибне Йәрмүз тигән кеше үлтерә. Зөбәйергә 65 йәш була.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ислам энциклопедик һүҙлеге 2010 йыл 13 октябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 арабская Википедия — 2003.
- ↑ «"Исламнаневе" сайты», <http://www.islamnaneve.com/mpage.php?p=lichnosti%2FAli%2Fmaarakahaldjimal>. Проверено 16 август 2021. 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |