Әсмә бинт Әбү Бәкер
Әсмә бинт Әбү Бәкер әл-Ҡорайыш (ғәр. أسماء بنت أبي بكر; 595, Мәккә, хәҙ. Сәғүд Ғәрәбстаны — 692, шунда уҡ) — ислам пәйғәмбәре Мөхәммәттең көрәштәше, тәүге хәлифә Әбү Бәкер ас-Ситдыҡтың ҡыҙы.
Әсмә бинт Әбү Бәкер | |
ғәр. أسماء بنت أبي بكر | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Хаҡ хәлифәт Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | 595 |
Тыуған урыны | Мәккә, Хижәз |
Вафат булған көнө | ноябрь 692[1] |
Вафат булған урыны | Мәккә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Атаһы | Әбү Бәкер |
Әсәһе | Кутайла бинт Абд аль-Узза[d] |
Бер туғандары | Ғәйшә бинт Әбү Бәкр, Умм Кульсум бинт Абу Бакр[d], Мухаммад ибн Абу Бакр[d], Абдуллах ибн Абу Бакр[d] һәм Абдуррахман ибн Абу Бакр[d] |
Хәләл ефете | Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм |
Балалары | Ғабдуллаһ бин Зөбәйер, Урва ибн аз-Зубайр[d] һәм аль-Мунзир ибн аз-Зубайр[d] |
Туған тел | Ғәрәп теле |
Һөнәр төрө | Мөхәддис |
Һуғыш/алыш | Йәрмүк һуғышы |
Биографияһы
үҙгәртергәӘсмә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яҡын дуҫы Әбү Бәкер әс-Ситдыҡтың ҡыҙы. Уның әсәһенең исеме Ҡотайла бинт Әбд әл-Үзә. Уның туған ағаһы — Абдуллаһ ибн Әбү Бәкер, апай-һеңлеләре Ғәйшә һәм Өммөгөлсөм, шулай уҡ ата бер инә башҡа Абдрахман һәм Мөхәммәт исемле туғандары була. Уның шулай уҡ Өммөруман бинт Әмир исемле үгәй әсәһе һәм Әт-Туфайл ибн әл-Хариса әл-Азди исемле ата бер инә башҡа энеһе була[2].
Әсмәнең ата-әсәһе Мөхәммәттең пәйғәмбәрлек миссияһы башланмаҫ элек айырылған була[3]. Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң, Әсмә атаһы йортонда ҡала.[4].
Әсмә ислам динен тәүгеләрҙән булып ҡабул иткән. Ибн Исхаҡ төҙөгән «Әбү Бәкерҙең саҡырыуы буйынса ислам ҡабул иткәндәр» исемлегендә Әсмә 15-се урында тора[5]. мөхәммәт пәйғәмбәр менән Әбү Бәкерҙең Мәҙинәгә (Ясриб) күсенгән осоронда Әсмә уларға Саур мәмерйәһенә ашарға алып килгән. Пәйғәмбәр һәм Әбү Бәкер мәмерйәнән киткәндә, Әсмә йөктө ике билбауға бәйләгән өсөн, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән «Зату-Нитакайн» (ике билбау эйәһе) тигән титул ала.
Мәҙинәгә күсер алдынан ул әз-Зөбәйер ибн әл-Аввамға кейәүгә сыға, һәм ире күскәндән һуң бер нисә ай үтеүгә уның янына Мәҙинәгә килә[6]. Мәҙинәлә улар бик ярлы йәшәй. Әбү Бәкер уларға ҡол биргәндән һуң, Әсмә «был мине азат итеүгә тиң булды» ти[7].
Бер ваҡыт Мәҙинәгә ҡыҙына ҡунаҡҡа Әсмәнең әсәһе Ҡотайла бинт Әбд әл-Үзә килә. Әсмә, әсәһе Ғәйшә һеңлеһен Мөхәммәткә кәңәшкә ебәргәндән һуң ғына, уны индерә һәм бүләктәрен ҡабул итә. Мөхәммәт пәйғәмбәр, Ҡотайла бер ваҡытта ла мосолмандарға ҡарата дошманлыҡ күрһәтмәгәнлектән, Әсмә әсәһенә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тейеш тип кәңәш бирә. Аңлатма биреүселәр Ҡөрьәндең 8-се һәм 9-сы Әл-Мөмтәхән сүрәһен («Һынланыусы») ошо ваҡиға уңайынан ебәрелгән тип иҫәпләйҙәр[3].
لَا يَنْهَاكُمُ اللَّهُ عَنِ الَّذِينَ لَمْ يُقَاتِلُوكُمْ فِي الدِّينِ وَلَمْ يُخْرِجُوكُمْ مِنْ دِيَارِكُمْ أَنْ تَبَرُّوهُمْ وَتُقْسِطُوا إِلَيْهِمْ ۚ إِنَّ اللَّهَ يُحِبُّ الْمُقْسِطِينَ إِنَّمَا يَنْهَاكُمُ اللَّهُ عَنِ الَّذِينَ قَاتَلُوكُمْ فِي الدِّينِ وَأَخْرَجُوكُمْ مِنْ دِيَارِكُمْ وَظَاهَرُوا عَلَىٰ إِخْرَاجِكُمْ أَنْ تَوَلَّوْهُمْ ۚ وَمَنْ يَتَوَلَّهُمْ فَأُولَٰئِكَ هُمُ الظَّالِمُونَ
Әсмә менән әз-Зөбәйерҙең 8 балаһы була:
- Абдуллаһ ибн әз-Зөбәйер — һижрәнән һуң Мәҙинәлә тыуған беренсе мосолман[6],
- Әл-Мүнзир ибн әз-Зөбәйер,
- Әсим,
- Әл-Мөжәһир,
- Хәтижә,
- Өммөлхәсән,
- Ғәйшә,
- Урва ибн әз-Зөбәйер[8].
Әз-Зөбәйер «көнсөлдәрҙең көнсөлө» булғанлыҡтан, Әсмәнең ғаилә тормошо бәхетһеҙ була. Мәҙинәлә ул тағы өс ҡатынға өйләнә. Бер ваҡыт Әсмә атаһына иренең аяуһыҙлығы тураһында һөйләй, ләкин Әбү Бәкер былай тип кәңәш итә: «Ҡыҙым минең, түҙемле бул. Ҡатындың хаҡ ире булып, ул вафат булған хәлдә лә ҡатыны башҡа иргә сыҡмаһа, улар ожмахта осрашасаҡ»[9][7]. Әз-Зөбәйерҙең Өммөгөлсөм бинт Укба исемле ҡатыны ла. бер нисә ай йәшәгәндән һуң, унан айырыуҙарын үтенгән[10]. Аз-Зубайр в конечном итоге развелся с Асмой[11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ арабская Википедия — 2003.
- ↑ Muhammad ibn Saad, Tabaqat, vol. 8. Translated by Bewley, A. (1995). The Women of Madina, p. 193. London: Ta-Ha Publishers.
- ↑ 3,0 3,1 Bewley/Saad p. 178.
- ↑ Al-Tabari vol. 39 p. 172.
- ↑ Guillaume, A. (1955). A Translation of Ishaq’s Sirat Rasul Allah, p. 116. Oxford: Oxford University Press.
- ↑ 6,0 6,1 Family Tree Abu bakr (недоступная ссылка — история). Quran search online. Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 14 февраль 2013 года.
- ↑ 7,0 7,1 Bewley/Saad p. 177.
- ↑ Bewley/Saad p. 176.
- ↑ Cited in Dashti, A. Bist O Seh Sal. Translated by Bagley, F. R. C. (1994). Twenty Three Years: A Study of the Prophetic Career of Mohammad, «Women in Islam». Costa Mesa, California: Mazda Publishers 2011 йыл 11 август архивланған. from Tabari’s Tahthib al-Athar and Zamakhshari’s Al-Kashshaaf.
- ↑ Bewley/Saad p. 163.
- ↑ Bewley/Saad p. 179.
- ↑ Walton, Mark W (2003), Islam at war, Greenwood Publishing Group, ISBN 0-275-98101-0, pp. 6, 30
- ↑ Islamic Conquest of Syria: A translation of Fatuhusham by al-Imam al-Waqidi Translated by Mawlana Sulayman al-Kindi Pages 325, 331—334, 343—344, 352—353 アーカイブされたコピー . Дата обращения: 22 август 2010. Архивировано 12 октябрь 2013 года.