692 йылда Мәккәне ҡамау — Икенсе фетнә барышында Өмәүиҙәр хәлифәлегенең Хижәзде буйһондороуҙа мөһим ваҡиға.

Мәккәне ҡамау
Рәсем
Урын Мәккә
Ваҡиға ваҡыты 692
Башланыу датаһы март 692
Тамамланыу датаһы 4 октябрь 692
Карта

Тарихы башы

үҙгәртергә

Йәзид I Өмәүиҙәр хәлифәлегенең тәхетен биләгәндән һуң, Хәжиздә хәлифтәр наместнигы Абдуллаһ ибн әз-Зөбәйер Хөсәйен ибн Ғәли менән бергә уға тоғролоҡҡа ант биреүҙән баш тарта. Баш күтәреүселәр Мәккәне Өмәүиҙәргә ҡаршы үҙәк итәләр[1]. Хөсәйендең вафатынан һуң Абдуллаһ хәлифлеккә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығыш яһай, шунан һуң Мәккә һәм Мәҙинә халҡы, ә һуңынан бөтә Хижәз халҡы уға тоғролоҡҡа ант бирә. Абдуллаһты баҫтырыу өсөн Хижәзгә ғәскәр ебәрелә, ул 684 йыл дауамында хәлиф Йәзидтең үлеме тураһында хәбәр килгәнгә тиклем уға ҡаршы көрәшә. Хәлиф армияһы Сүриә йүнәлешенә сигенә, һәм власть был төбәктә Ибн әз-Зөбәйергә күсә[2]. Уның идара итеүен Йемен, Басра, Куфа һәм Хөрәсәндең башҡа провинциялары таный. Өмәүиҙәр тик Сүриә һәм Мысырҙың өлөшөн генә контролдә тота [3]. Власҡа Абдул-Малик ибн Мәрүән килеү менән Өмәүиҙәр юғалтҡан позицияларын яйлап ҡайтара башлай. Әл-Хажаж Таифтан 691 йылдың ноябрь аҙағында 2 мең яугирҙән торған отряды менән ҡуҙғала һәм Мәккәгә 692 йылдың мартында килеп етә[4].

692 йылдың 25 мартында әл-Хажа етәкселегендәге ғәскәрҙәр Мәккәне уратып ала. Шул ваҡытта Мәккәнең ҡәлғә диуарҙары булмай, ә төп аҙыҡ-түлек Мысырҙан килә. Ҡаланы алыу аслыҡ тыуҙыра. Хәлиф әл-Хажажға башта Ибн әз-Зөбәйер менән һөйләшеүҙәр үткәрергә ҡуша һәм әгәр ул капитуляцияға барһа, амнистия, кире осраҡта ҡамау менән интектерергә, әммә һәр осраҡта Мәккәлә ҡан ҡойошҡа тиклем еткермәҫкә вәғәҙә итә. Хәлиф ғәскәрҙәре менән ибн әз-Зөбәйер өсөн әсәдтәрҙең ҡурайшит ырыуҙары, ә союздаш ҡәбиләләрҙән тик әхәбиштәр генә һуғышыуы билдәле була. Һаҡлаусылар менән бергә һуғышҡа һәләтле 300-400 ир-атты ҡуйырға була, сөнки һөжүм осрағында бөтәһе лә юҡ ителәсәк. Әл-Хажаж ибн-әз Зөбәйер яҡлылар быны аңлар һәм алышҡа инергә ҡурҡыр, тип уйлай[5]. Һөйләшеүҙәр, әл-Хажаждың ризаһыҙлығына, оҙаҡҡа һуҙыла, шуға күрә ул ҡаланы көс менән алыу өсөн Әбд әл -Маликтан өҫтәмә көстәр һорап, сапҡын ебәрә, бының менән параллель Әбү-Ҡобайс тауынан таш ташлағыс машиналар ярҙамында ут аса. Хәлиф ярҙамға 12 000 һуғышсыһын ебәрә[6].

Әл-Хажаж ибн әз-Зөбәйерҙең исмаһам хаж ваҡытында булһа ла ҡаланы утҡа тотоуын туҡтатырға тигән үтенесен ҡәнәғәтләндерә, әммә ул тауаф тамамланыу менән ҡамауҙы дауам итә. Баллистаның конструктив үҙенсәлектәре арҡаһында уттың тығыҙлығы ҙур булмай, айырым таштар тыныс халыҡҡа һәм хатта Ҡәғбәгә тейә. Һуңынан быны әл Хжажаға күп тапҡыр иң ауыр гонаһ кеүек иҫкәртеп торалар, хатта уны Ҡәғбәне яндырыуҙа ғәйепләйҙәр, ысынбарлыҡта ул б.э. 683 йылында була[7]. Килеп сыҡҡан ваҡиғанан һуң ибн әз-Зөбәйерҙән элекке союздаштарының бөтәһе лә тиерлек ситләшә. Ҡамау ете ай дауам иткәндән һуң һәм 10 000 кеше, улар араһында Абдуллаһ ибн әз Зөбәйерҙең ике улы әл-Хажаж яғына күсеп сыға, Әбд-Аллаһ ибн әл-Зөбәйер бер нисә тоғро эйәрсәндәре, шул иҫәптән кесе улы менән Ҡәғбә тирәләй алышта үлтерелә (I Jumadah 73 / October 692). Иң тоғро кешеләре әз-Зөбәйерҙе әл-Хажаж мәрхәмәтенә бирешмәҫкә, ә алышта — маҡтаулы үлем менән үлергә күндерә. Абдуллаһ ибн Зөбәйер аҙаҡҡа тиклем һуғыша һәм Әл-Харам мәсетендә көрәшеп, батырҙарса һәләк була [3]. Ибн әз-Зөбәйерҙең кәүҙәһе, әл -Хажаж бойороғо буйынса һәр кемгә баш күтәреүсенең яҙмышы билдәле булһын өсөн, ҡаҙаҡлап ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Balyuzi, H. M.: Muhammad and the course of Islam. George Ronald, Oxford (U.K.), 1976, p.193
  2. Грюнебаум Г. Э. Классический ислам. Очерк истории (600—1258). .
  3. 3,0 3,1 Али-заде, 2007
  4. Tony Jaques. Dictionary of Battles and Sieges: F-O. — Greenwood Publishing Group, 2007. — 434 с. — ISBN 9780313335389.
  5. О. Г. Большаков. История Халифата, т.3: между двумя гражданскими войнами. — Москва: "Восточная литература" РАН, 2008. — С. 336.
  6. ممتحن، حسینعلی. تاریخ سیاسی اسلام در عصر امویان. تهران: دانشگاه شهید بهشتی، ۱۳۸۱. شابک ۹۶۴-۴۵۷-۰۵۹-۶. .
  7. О. Г. Большаков. История Халифата, т.3: между двумя гражданскими войнами. — Москва: "Восточная литература" РАН, 2008. — С. 338.
  • Али-заде, А. А. [16 Абдулла ибн Зубайр] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Абдаллах ибн аз-Зубейр // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Советская энциклопедия, 1961. — Т. 1 : Аалтонен — Аяны. — 1024 стб.
  • ʿAbd Allāh b. al-Zubayr / Gibb, H.A.R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Большаков О. Г. История Халифата. Т. 3. Между двух гражданских войн (656—696). — М.: «Восточная литература», 1998. С. 234—282.
  • Фильштинский И. М. Халифат под властью династии Омейядов. — М., 2005.