Мәҙинә йәмәғәте
Мәҙинә йәмәғәте - Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт ҡылып, күскәндән һуң (622) Мөхәммәт Пәйғәмбәр булдырған беренсе дәүләт берәмеге.
Мәҙинә йәмәғәте | |
Нигеҙләү датаһы | 622 |
---|---|
Ҡатнашыусы | Мөхәммәттең ғазауаттары |
Рәсми тел | Ғәрәп теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Мәҙинә |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Ғәрәп ярымутрауы |
Идара итеү формаһы | теократия[d] |
Дәүләт башлығы | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
Рәсми байрам | Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан байрамы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Хаҡ хәлифәт |
Алмаштырылған | Хаҡ хәлифәт |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 632 |
Төп көйләүсе текст | Мединская конституция[d] |
Рәсми дине | Ислам |
Бүленеп сыҡҡан | Домусульманская Аравия[d] |
Тарихы
үҙгәртергәМөхәммәттең һәм башҡа мосолмандарҙың Мәккәлә йәшәүе хәүефле булыуы арҡаһында, улар Мәҙинәгә (Ясриб) күсенә -Һижрәт ҡыла. Был мәлгә Мәҙинәлә ислам ҡабул ителә һәм Мөхәммәттең с.ғ.с. ҡарамағына тотош ҡала һәм армия инә. Был ваҡиға мосолман дәүләтселегенең башы тип һанала, сөнки мосолмандар үҙҙәренә кәрәкле бойондороҡһоҙлоҡ ала. Күсенеү йылы ислам ай календарының (ай һижрәһе) беренсе йылы була.
622 йылда Мәҙинә халҡының күпселеге йәһүдтәр булған[1]. Башта Мөхәммәт Ҡотдосто (Иерусалимды) намаҙҙа ҡибла тип иғлан итә һәм йәһүд ураҙаларын тота. Әммә йәһүдтәр уны таныуҙан баш тартҡандан һуң, Мөхәммәт с.ғ.с. ҡибланы Мәккә тарафына билдәләй һәм исламды хаҡ Ибраһим дине тип иғлан итә[2].
Ошо ваҡыттан алып Мөхәммәт с.ғ.с. исламдың айырым роле тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй, ул йәһүдтәр һәм христиандар тарафынан Аллаһ ихтыярын боҙоп күрһәтеүҙе төҙәтеү өсөн иңгән, ә үҙен һуңғы пәйғәмбәр тип иғлан итә. Мосолмандарҙың дөйөм намаҙының айырым көнө — йома билдәләнә (йома), Ҡәғбәнең изгелеге һәм уға хаж ҡылыуҙың тәү сираттағы әһәмиәте тураһында иғлан ителә. Ҡәғбә исламдың төп изге урынына әүерелә, Иерусалим урынына мосолмандар уға ҡарап намаҙ уҡый башлай[3].
Мәҙинәлә беренсе Әл-Ҡүбә мәсете, Мөхәммәт йорто төҙөлә, ислам ритуалының нигеҙҙәре — намаҙ ҡағиҙәләре һәм аҙан , тәһәрәт , ураҙа, зәкәт, мохтаждарға ярҙам итеү һәм башҡалар билдәләнә. Пәйғәмбәрҙең вәғәздәрендә мосолман йәмәғәтенең йәшәү ҡағиҙәләре принциптары — мираҫ, никахлашыу һ. б. теркәлә башлай. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, ҡомарлы уйындар, сусҡа ите тыйыла. «Үәхиҙәр» ҙә Аллаһ илсеһенә айырым хөрмәт күрһәтеү талаптары барлыҡҡа килә[3].
623 йылдан Мәккәнең мөшриктәренә ҡаршы һуғыш алып бара . Был йәмәғәт — дәүләт түгел, ә полис тибындағы үҙидаралыҡ йәмәғәтенән тора.
Шулай итеп, Мәҙинәлә дини тәғлимәттең, ритуалдың һәм ислам йәмәғәте ойоштороуҙың төп принциптары формалаша. Был принциптар Ҡөрьәндә Һәм Мөхәммәттең үҙ һүҙҙәре, ҡарарҙары һәм ҡылыҡтарында сағылыш таба (сөннәт)[3].
Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң
үҙгәртергәПәйғәмбәр үлгәндән һуң, Мәҙинә йәмәғәте урынында Хаҡ хәлифәт булдырыла . Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең исламда йәшәү дәүерен ғасыр әс-сәғәдәт (сәғәҙәт, бәхет быуаты) тип йөрөтәләр[4].
Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң йәмәғәткә уның урынбаҫарҙары — хәлифәләр етәкселек итә башлай. Хәлифә вазифаһына бер нисә кеше дәғүә итә. Беренсе хәлифә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең иң яҡын көрәштәштәренең береһе — Әбү Бәкер була[5]. Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң ул тере саҡта ислам ҡабул иткән ҡәбиләләрҙең күбеһе диндән сыға, һәм һайланған хәлифәләргә уларҙы кире ҡайтарырға тура килә[6].
Ислам фундаменталистары Мәҙинә йәмәғәтен прецедент тип атайҙар. Ул хәлифәлеккә дәүләтселек нигеҙе булып тора[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Медина — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Мухаммад — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ислам: ЭС, 1991, с. 179
- ↑ Али-заде, А. А. [92 Аср ас-Саадат] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 180
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 8
- ↑ Колодин А.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пиотровский М. Б. Мухаммад // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 178-182.
- Али-заде, А. А. [585 Мухаммад] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Большаков О. Г. История Халифата. — М., 1989. — Т. 1.
- Muḥammad / Buhl F., Welch A.T., Schimmel A., Noth A., Ehlert T. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |