Ғабдрахман — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән таралған мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғабдрахман — «мәрхәмәтле», «шәфҡәтле» мәғәнәһен аңлатҡан ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ғабдрахман Сәғҙи (рус.  Абдрахман Саади, Габдрахман Сагди: (27 март 1889 йыл — 6 ноябрь 1965 йыл) — шәрҡиәтсе, әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1950), профессор (1946). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1946).

Ғабдрахман Сөләймән улы Хәбибуллин 7 ғинуар 1903 йыл — 19 сентябрь 1969 йыл) — башҡорт опера йырсыһы. Башҡорт АССР-ының (1942) һәм РСФСР-ҙың (1949) атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының (1947) һәм РСФСР-ҙың (1955) халыҡ артисы.

Ғабдрахман Файзурахман улы Ҡадиров 27 ғинуар 1941 йыл — 31 июль 1993 йыл) — Башҡортостанда йәшәгән билдәле совет спортсыһы, мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965), халыҡ‑ара категориялы судья (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).

Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов (Булат Ишемғол; 16 февраль 1900 йыл — 10 июль 1938 йыл) — комсомол, партия һәм матбуғат эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. I Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы (3 октябрь 1918 йыл — 7 март 1988 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан —СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы (1 ғинуар 1935 йыл — 15 октябрь 2013 йыл) — башҡорт композиторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев (Муса Ғәли — псевдоним; 15 октябрь 1923 йыл — 15 ғинуар 2004 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) ордендары кавалеры.

Топонимдарҙа

үҙгәртергә

Ғабдрахман (татар. Габдрахман, рус. Абдрахманово) — Татарстан Республикаһының Әлмәт районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ