Яңырыу

Европа илдәренең урта быуаттарҙан һуңғы фән һәм сәнғәттең көслө үҫеше менән билдәләнгән яңы осоро
(Яңырыу осоро битенән йүнәлтелде)

Яңырыу, йәки Ренесса́нс (фр. Renaissance, итал. Rinascimento; «re/ri» — «яңынан» һәм «nasci» — «тыуған»[1] тигәндән) — Европа илдәренең урта быуаттарҙан һуңғы фән һәм сәнғәттең көслө үҫеше менән билдәләнгән яңы осоро[2]; архитектурала гуманистик йүнәлеште яңынан ҡайтарыуға ынтылған ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни хәрәкәт; XIV б. Италияла башлана һәм Европа илдәрендә XV-XVI бб. дауам итә [3]; Европа мәҙәниәте тарихындағы донъя әһәмиәтенә эйә булған, Урта быуаттарға алмашҡа килгән дәүер, Мәғрифәтлектең элгәре. Италияла XIV быуат башынан (ҡалған Европала — 15-16 быуаттарҙан) — XVI быуат аҙағына тиклем, ҡайһы бер урындарҙа XVII быуаттың тәүге тиҫтә йыллыҡтарынаса ваҡыт арауығын алып тора. Яңырыу дәүерен айырып торған һыҙаттар — мәҙәниәттең донъяуи төҫ алыуы, гуманлылығы һәм кешене үҙәккә ҡуйыуы (антропоцентризм). Антик мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу күтәрелә, йәғни уның «яңырыуы» бара — термин шунан алынған да инде.

Яңырыу термины итальян әҙәмиәтселәрендә, мәҫәлән, Джорджо Вазариҙа уҡ осрай. Хәҙерге мәғәнәһендә термин XIX быуаттағы француз тарихсыһы Жюль Мишле тарафынан ҡулланыуға индерелә. Әлеге осорҙа Яңырыу термины мәҙәни сәскә атыу метафораһына әйләнгән[4].

Дөйөм тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
Леонардо да Винчиҙың «Витрувий кешеһе»

Яңы мәҙәни үрнәк Европалағы ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең тамырҙан үҙгәреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Яңырыу дәүере башланыуында Византия дәүләтенең ҡолауы һәм, китапханаларын, Европаға таныш булмаған күп төрлө антик сәнғәт әҫәрҙәрен алып, византийҙарҙың Европаға ҡасыуы айырым әһәмиәткә эйә була. Мәҫәлән, византий лекторы сығышынан әҫәрләнеп, Козимо Медичи Флоренцияла Платон академияһына нигеҙ һала.

Ҡала-республикалар үҫеше феодаль мөнәсәбәттәрҙә ҡатнашмаған сословиеларҙың — һөнәрселәрҙең, сауҙагәрҙәрҙең, банкирҙарҙың — йоғонтоһо артыуға килтерә. Ҡиммәттәрҙең урта быуаттар, нигеҙҙә, сиркәү мәҙәниәте тыуҙырған иерархик системаһы, баҫынҡы, йыуаш рух уларға ят була. Был гуманизм, йәғни әҙәмиәт — кешене, уның шәхесен, азатлығын, ижадсан эшмәкәрлеген ижтимағи институттарҙың иң юғарғы ҡиммәте итеп ҡараған ижтимағи-фәлсәфәүи хәрәкәт яралыуына килтерә.

Ҡалаларҙа донъяуи фән һәм сәнғәт үҙәктәре барлыҡҡа килә, уларҙың эшмәкәрлеге сиркәү күҙәтеүенә буйһонмай. Донъяға яңыса ҡараш антикаға мөрәжәғәт итә, сөнки унда гуманистик, кешене һанлаған мөнәсәбәттәрҙе күрә. XV быуат уртаһында китап баҫыуҙы уйлап табыу тотош Европала антик мираҫ һәм яңыса ҡараштар таралыуына килтерә.

Яңырыу Италияла тыуа, унда уның тәүге билдәләре XIII һәм XIV быуаттарҙа уҡ шәйләнә (Пизано, Джотто, Орканья ғаиләләре эшмәкәрлегендә һ.б.), ләкин XV быуаттың 20-се йылдарынан ғына нығынып китә. Франция, Германия һәм башҡа илдәрҙә был хәрәкәт һуңыраҡ башлана. XV быуат аҙағына инде ул сәскә атыу үренә етә. XVI быуатта Яңырыу идеяларының кризисы башлана, шуның эҙемтәһе булараҡ маньеризм менән барокко барлыҡҡа килә.

Яңырыу дәүеренең осорҙары

үҙгәртергә

Яңырыу 4 осорға бүленә:

  1. Тәүренессанс (XIII быуаттың 2-се яртыһы — XIV быуат)
  2. Яңырыу Иртәһе (XV быуат башы — XV быуат аҙағы)
  3. Яңырыу Үре (XV быуат аҙағы — XVI быуаттың тәүге 20 йылы)
  4. Яңырыу Ахыры (XVI быуат уртаһы — XVI быуаттың 90-сы йылдары)

Проторенессанс

үҙгәртергә

Тәүренессанс Урта быуаттар, роман, гот, византий традициялары менән тығыҙ бәйләнгән, был осор Яңырыуға әҙерлек булып тора. Ул ике өлөштән: Джотто ди Бондоненың вафатына тиклемге һәм унан һуңғы (1337 год) өлөштәрҙән тора. Иң мөһим асыштар, иң сағыу оҫталар беренсе өлөштә була. Икенсе өлөш Италияға тағун ябырылыу менән билдәле. XIII быуаттың аҙағында Флоренцияла төп ҡорам — Санта Мария дель Фьоре — төҙөлә. Уның авторы Арнольфо ди Камбио була, унан һуң эште Джотто (Флоренция соборының кампанилаһын проектлаусы) дауам итә.

 
Беноццо Гоццоли күҙ быуыусыларҙың (волхвтарҙың) баш эйеүен Медичи һарайы хеҙмәткәрҙәренең тантаналы процессияһы рәүешендә һүрәтләгән

Тәүренессанс сәнғәте иң элек скульптурала барлыҡҡа килә (Никколо һәм Джованни Пизано, Арнольфо ди Камбио, Андреа Пизано). Һынлы сәнғәтте ике художество мәктәбе — Флоренция (Чимабуэ, Джотто) һәм Сиена (Дуччо, Симоне Мартини) — кәүҙәләндерә. Джотто төп рәссам тип таныла. Уны һынлы сәнғәт реформаторы тип атайҙар. Джотто дини рәүешкә донъяуи йөкмәтке һала, һүрәтте яҫы итеп төшөрөүҙән күләмлегә күсә, һындарға һығылмалылыҡ бирә, һүрәттәрендә интерьерҙарҙы төшөрә башлай.

Яңырыу Иртәһе

үҙгәртергә

«Яңырыу Иртәһе» тигән осор Италияла 1420 —1500 йылдарҙы биләй. Ошо һикһән йыл эсендә сәнғәт кисәгенән тулыһынса ҡотолоп өлгөрмәй, әммә уларға классик боронғолоҡ элементтарын ҡуша башлай. Яйлап рәссамдар Урта быуаттар нигеҙенән тулыһынса ҡотола һәм антик сәнғәт өлгөләре менән ҡыйыу эш итеүгә күсә.

Альптан төньяҡҡа, шулай уҡ Испанияға, Яңырыу XV быуат аҙағында ғына килеп етә, һәм уның иртәһе яҡынса киләһе быуаттың уртаһына тиклем дауам итә.

Яңырыу Үре

үҙгәртергә
 
Пьета (Микеланджело) (1499): традицион дини сюжетта беренсе планға ябай кеше хистәре — әсә һөйөүе һәм хәсрәте сығарылған.

Яңырыуҙың өсөнсө осорон «Яңырыу Үре» тиҙәр. Ул Италияла 1500 —1527 йылдарҙы алып тора. Был ваҡытта итальян сәнғәтенең йоғонто яһау үҙәге Флоренциянан Римға күсә, быға ҡыйыу, эшлекле Папа Юлий II-нең тәхеткә ултырыуы сәбәп була. Ул һарайына иң яҡшы рәссамдарҙы саҡыра, үҙен сәнғәт һөйгән кеше итеп таныта. Антик сәнғәт төптәнерәк өйрәнелә, яңы сәнғәт өлгөләрендә теүәлерәк, ентеклерәк һәм эҙмә-эҙлеклерәк ҡуланыла; уйынсыл гүзәллекте тыныс дәрәжәлелек алмаштыра; Урта быуаттар билдәләре бөтөнләй юҡҡа сыға, сәнғәт әҫәрҙәренә классиклыҡ яғыла. Ләкин боронғоларға оҡшатыу рәссамдарҙың үҙаллылығына зыян имәй, улар грек-рим сәнғәтенән үҙ зауыҡтары һәм ихтыярҙары ҡушҡанды алып, үҙ фантазияһы аша үткәреп, ижад иткән әҫәрҙәрендә ҡуллана.

Өс бөйөк итальян оҫтаһының ижады Ренессанс Үрен биҙәй, улар — Леонардо да Винчи (1452—1519), Микеланджело Буонарроти (1475—1564) һәм Рафаэль Санти (1483—1520).

Яңырыу Ахыры

үҙгәртергә
 
Яңырыу кризисы: венециялы Тинторетто 1594 йылда йәшерен киске мәжлесте хәүефле эңер ҡараңғылығында үткәрелгән сәйер йыйын итеп һүрәтләй

Италияла Яңырыу Ахыры 1530-сы йылдарҙан 1590—1620-се йылдарға тиклем дауам итә. Был осорҙа сәнғәт һәм мәҙәниәт шул тиклем күп төрлө була: бөтәһен бер нигеҙгә ҡороу хатта үтә ҡатмарлы булып тойола. Ҡараштарҙағы ҡаршылыҡтар һәм кризис башланғанын тойоу Флоренцияла тәбиғи булмаған төҫтәрҙән һәм һыныҡ һыҙыҡтарҙан торған «нервылы» сәнғәтте — маньеризмды хасил итә.

Төньяҡ Яңырыуы

үҙгәртергә

Итальян Ренессансы 1450 йылға тиклем башҡа илдәргә йоғонто яһамай. 1500 йылдан һуң стиль бар континентҡа тарала, ләкин гот ахырының тәьҫире барокко осоронаса шәйләнә әле.

Нидерланд, Германия һәм Франциялағы Ренессанс дәүере Италиялағы Яңырыуҙан айырымыраҡ ҡарала. Ул Төньяҡ Яңырыуы тип атала.

 
«Полифилдың төшөндә һөйөү менән көрәше» (1499) — Ренессанстағы китап баҫыу ҡаҙанышы

Һынлы сәнғәттә стиль айырымлыҡтары күренә: Италиянан айырмалы, гот сәнғәте традициялары һаҡлана, антик мираҫҡа әҙерәк урын бирелә.

Сағыу вәкилдәре — Альбрехт Дюрер, Ганс Гольбейн (Кесе), Лукас Кранах (Өлкән), Питер Брейгель (Өлкән).

Рәсәйҙә Яңырыу

үҙгәртергә

Европа илдәрендә барған Яңырыу дәүере Рәсәйгә күп яҡлы йоғонто яһай. Әлбиттә, Европаның мәҙәни үҙәктәренән ара алыҫлығы был йоғонтоно кәметә төшә.

Батша Иван III Рәсәйҙә Яңырыуға башланғыс һалыусы була. Уның осоронда Италиянан архитекторҙар төҙөлөштөң яңы технологияларын, Ренессанстың ҡайһы бер элементтарын килтерә. 1475 йылда Болонья архитекторы Аристотель Фиораванти Мәскәү Кремлендәге ер тетрәгәндә ҡазаланған Успение соборын яңыртып һалыу өсөн саҡырыла. Архитектор өлгө итеп XII быуатта төҙөлгән Владимир соборын файҙалана һәм традицион урыҫ стиле менән Яңырыуға хас киңлек, нисбәтлелек һәм симметрия хас булған проектты төҙөй.

1485 йылда Иван III Кремлдә Терем һарайы төҙөлөшөн Иҫке Алевиз Фрязинға тапшыра. Ул тәүге өс ҡаттың архитекторы була. Иҫке Алевиз Фрязин башҡа итальян архитекторҙары менән бергә Кремлдең стеналарын һәм башняларын төҙөүгә лә ҙур өлөш индерә. Урыҫ батшаларының ҡабул итеүҙәр һәм мәжлестәр үткәреүе өсөн хеҙмәт иткән Ҡырлы палата ике итальяндың — Марко Руффо менә Пьетро Солариҙың ижади эше булып тора, унда итальян стиле бигерәк көслө сағылған. 1505 йылда Мәскәүгә итальян архитекторы, Рәсәйҙә Яңы Алевиз булараҡ билдәлелек алған Алевиз Фрязин килә. Моғайын, ул Венеция скульпторы Алевиз Ламберти да Монтань булғандыр тип фараз ителә. Ул Иван III өсөн 12 сиркәү, шул иҫәптән Архангел соборын һала. Бейек Петр монастырындағы митрополит Петр соборы, Яңы Алевиздың тағы бер эше, «дүрт мөйөшкә ултыртылған һигеҙ мөйөш» тигән архитектура формаһының өлгөһө булып тора.

XVI быуат башынан XVII быуат аҙағына тиклемге осорҙа Рәсәйҙә үҙенсәлекле сатырлы таш ҡорамдар төҙөү алымдары табыла һәм үҫтерелә. Ул Европа илдәрендәге Яңырыу архитектураһынан айырылып торған уникаль күренеш була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны «урыҫ готикаһы» тип атап, был стилде Европа архитектураһындағы иртә готика осоро менән бәйләй. Алдынғы технологияларға эйә булған итальяндарҙың сатыр рәүешендәге таш ҡыйыҡтарҙың барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһаған булыуы бик ихтимал (ағастан төҙөлгән сатыр ҡыйыҡтар иһә Рәсәйҙә лә, Европала ла әүәлдән билдәле булған).

Яңырыу дәүерендәге кеше

үҙгәртергә

Эразмдан башлап Монтенгә тиклем Яңырыу философтары аҡыл һәм уның ижади мөмкинлектәре алдында баш эйгән. Аҡыл кешене бөтә тереклектән айырып торған, уны аллаға оҡшаш иткән тәбиғәт бүләге тип ҡарала. Гуманистар тәрән аҡылды кешенең иң ҙур һәләте һанап, кешенең бәхетен аҡылда һәм белем эстәүҙә тип күргәндәр. Кешенең холоҡ-фиғелен антик әҙәбиәтте өйрәнеү аша яҡшыртыу Ренессанс гуманизмының төп нигеҙ ташы була.

 
Гольбейндың «Илселәр» картинаһында астрономия ҡорамалдары (1533)

XIVXVI быуаттарҙа ғилемдәр үҫеше донъя һәм унда кеше биләгән урын тураһындағы күҙаллауҙарҙы ныҡлы үҙгәтә. Бөйөк географик асыштар, Николай Коперниктыңдонъяның гелиоцентрик ҡоролошо тураһындағы асышы Ерҙең ҙурлығы, уның Ғаләмдәге урыны тураһындағы фараздарҙы үҙгәртә, ә Парацельс менән Везалийҙың антиканан бирле тәүге тапҡыр кешенең төҙөлөшөн һәм уның эсендә барған процестарҙы өйрәнеү буйынса тырышлыҡтары фәнни медицина менән анатомияға нигеҙ һала.

Йәмғиәт фәндәрендә лә ҙур үҙгәрештәр була. Жан Боден менән Никколо Макиавелли хеҙмәттәрендә тарихи һәм сәйәси процестар тәүләп кешеләрҙең ниндәй ҙә булһа төркөмдәренең һәм уларҙың мәнфәғәттәренең үҙ-ара мөнәсәбәттәре һөҙөмтәһе тип ҡарала. Шул саҡта уҡ «идеаль» йәмғиәт ҡоролошон эшләргә ынтылыштар күҙәтелә: Томас Морҙың «Утопия»һы, Томмазо Кампанелланың «Ҡояш ҡалаһы». Антикаға ҡыҙыҡһыныу арҡаһында бик күп антик текстар тәртипкә килтерелә һәм баҫтырыла. Бөтә гуманистар тиерлек классик латин теле менән боронғо грек телен өйрәнә.

Дөйөм алғанда, был дәүерҙә өҫтөнлөк иткән пантеистик мистика ғилми белемдәр үҫеше өсөн бик үк ҡулай булмаған ерлек тыуҙыра. Ғилми методтың тулы өҫтөнлөк алыуы һәм уға эйәргән XVII быуаттағы Фәнни инҡилап Яңырыуға ҡаршылыҡ күрһәтеүсе булараҡ яралған Реформация хәрәкәтенә бәйләнгән[5].

Философия

үҙгәртергә

Яңырыу философияһына католик дин тәғлимәттәрен ҡабул итмәү һәм кеше шәхесенә ҡыҙыҡһыныу хас. Гуманистар ағымы эсендә был ҡыҙыҡһыныу классик гуманизм идеяларында сағылыш таба һәм хәҡиҡәттең ҡулланма критерийын (тәжрибә+файҙа) раҫлауға килтерә, ул хәҙерге тәбиғәт фәндәре методологияһы нигеҙенә ята.

XV быуатта (1459) Флоренцияның Кареджи виллаһында Платон академияһы яңыртып асыла.

 
«Афина мәктәбе» — Рафаэлдең иң билдәле фрескаһы (1509-10)

Яңырыу дәүере философтары

Әҙәбиәттә Яңырыу дәүерен башлаусы тип итальян шағиры Данте Алигьери (1265—1321) һанала, ул «Комедия» тигән әҫәрендә замандаштарының асылын асып һала, әҫәр иһә һуңғары «Илаһи комедия» тигән исем ала. Был исем аша бөйөк шағирҙың вариҫтары уның мәшһүр әҫәренә ҡарата һоҡланыуын белдерә. Яңырыу дәүере әҙәбиәтендә гармониялы, ирекле, ижадсы, һәр яҡлап үҫешкән шәхесте данлау сағыла. Франческо Петрарканың (1304—1374) мөхәббәт шиғырҙары кешенең эске донъяһының тәрәнлеген, уның хистәр-кисерештәр тормошоноң байлығын аса. XIV—XVI быуаттарҙа итальян әҙәбиәте сәскә атыу кисерә — Петрарканың лирикаһы, Джованни Боккаччоның (1313—1375) новеллалары, Никколо Макиавеллиҙың (1469—1527) сәйәси трактаттары, Лудовико Ариостоның (1474—1533) һәм Торквато Тассоның (1544—1595) поэмалары был дәүер итальян әҙәбиәтен донъя «классик» әҙәбиәттәре (боронғо рим һәм боронғо грек менән бергә) рәтенә индертә.

Яңырыу әҙәбиәте ике традицияға — халыҡ шиғриәтенә һәм антиканың «китап» әҙәбиәтенә таяна, шунлыҡтан унда йыш ҡына рациональ башланғыс шиғри фантастика менән ҡатнашып китә, ә кәмитсел жанрҙар ҙур популярлыҡ яулай. Былар дәүерҙең иң мәшһүр ҡомартҡыларында ла ярылып ята: Бокаччоның «Декамерон», Сервантестың «Дон Кихот» һәм Франсуа Рабленың «Гаргантюа һәм Пантагрюэль» әҫәрҙәрендә. Милли әҙәбиәттәр барлыҡҡа килеү ҙә Яңырыу дәүере менән бәйләнгән — урта быуаттар әҙәбиәтенән айырмалы улар латин телендә ижад ителә. Театр һәм драма ҙур үҫеш ала. Уильям Шекспир (1564—1616, Англия) менән Лопе де Вега (1562—1635, Испания) дәүерҙең иң билдәле драматургтары булып таныла.

Һынлы сәнғәт

үҙгәртергә
 
«Венераның тыуыуы», 1485, Сандро Боттичелли. Шәрә ҡатын-ҡыҙ тәнен һынландырыуҙың антик дәүерҙән һуңғы тәүге өлгөләренән.

Яңырыу һынлы сәнғәтенә рәссамдың тәбиғәткә, анатомия закондарына, тормошсан перспективаға, яҡтылыҡ төшөүенә һәм башҡа тәбиғи күренештәргә профессиональ ҡарашы хас.

Яңырыу рәссамдары традицион дини тематикалы һүрәттәр өҫтөндә эшләгәндә яңы художестволы алымдар — күләмле композиция төҙөү, артҡы планда сюжет элементы булараҡ пейзаж төшөрөүҙе — ҡуллана башлай. Был уларға һүрәттәрҙе ысынға яҡын, тере кеүек итеп төшөрөргә ярҙам итә.

Архитектура

үҙгәртергә

Дәүергә архитектурала антик, айырыуса рим сәнғәте принциптарына һәм формаларына ҡайтыу хас. Симметрия, нисбәтлелек, геометрия һәм төҙөүсе өлөштәрҙең тәртип менән урынлашыуы ҙур әһәмиәткә эйә була, рим архитектураһының беҙҙең көндәргә килеп еткән өлгөләре лә шуны дәлилләй. Урта быуаттар биналарының ҡатмарлы нисбәттәрен колонналар, пилястрҙар һәм ҡашағаларҙың яңыса урынлашыу тәртибе алмаштыра, нисбәтһеҙ ҡоролмалар урынын ярымтүңәрәк арка, көмбәҙ ярымсфераһы, стеналарға эшләнгән уйымдар һәм эдикулалар биләй. Ренессанс архитектураһына биш оҫта иң ҙур өлөштө индерә:

 
Флоренциялағы Изге Рух сиркәүе (арх. Ф. Брунеллески)
  • Филиппо Брунеллески (1377—1446) — Ренессанс архитектураһына нигеҙ һалған, перспектива теорияһын һәм ордер системаһын эшләгән, төҙөлөшкә антик архитектураның күп элементтарын ҡулланыуға ҡайтар, күп быуаттарға тәүге тапҡыр көмбәҙ (Флоренция соборында) төҙөгән архитектор.
  • Леон Баттиста Альберти (1402—1472) — Ренессанс архитектураһы теоретигы, уның тулы концепцияһын эшләгән, ҡала резиденцияһының фасадлы яңы тибын ижад иткән.
  • Донато Браманте (1444—1514) — Яңырыу Үре осоро архитекторы, идеаль нисбәтле композициялар ҡороу оҫтаһы; уның эштәренә тектоник логика, деталдәр һығылмалылығы, уйланғандың бөтөнлөгө һәм асыҡлығы хас.
  • Микеланджело Буонарроти (1475—1564) — Яңырыу Ахырының төп архитекторы, Папа баш ҡалаһындағы мөһабәт төҙөлөштәргә етәкселек итә. Уның сәнғәтендә барокко сәнғәте билдәләре төҫмөрләнә (Изге Петр соборы, Лауренциана баҫҡысы).
  • Андреа Палладио (1508—1580) — классицизмдың палладиолыҡ тигән исем алған беренсе фазаһына башланғыс һала; төрлө-төрлө ордер элементтарын ҡушып файҙаланыу оҫтаһы; тирә-яҡ мөхиттең гармониялы дауамы булып торған асыҡ һәм һығылмалы ордер архитектураһы яҡлы (Палладио виллалары); Венеция республикаһында эшләй.

Яңырыу дәүерендә профессиональ музыка сиркәү сәнғәте булыу сифатын юғалта һәм халыҡ музыкаһы йоғонтоһона бирелә, гуманизм ҡараштары менән һуғарыла. XIV быуатта Италия менән Францияла «Ars nova» («Яңы сәнғәт») вәкилдәре ижадында, XV—XVI быуаттарҙа инглиз, нидерланд, рим, венециан, француз, немец, поляк, чех яңы полифония мәктәптәрендә вокаль һәм вокаль-инструменталь полифония сәнғәте юғары үрҙәргә күтәрелә.

Донъяуи музыка сәнғәтенең яңы жанрҙары барлыҡҡа килә — Италияла фроттола һәм вилланелла, Испанияла вильянсико, Англияла баллада, Италияла тыуып (Лука Маренцио, Якоб Аркадельт, Джезуальдо да Веноза), бөтә ерҙә таралған мадригал, күп тауышлы француз йыры (Клеман Жанекен, Клод Лежён).

Италияла киң тасуирлау мөмкинлектәренә эйә һыҙғыслы музыка ҡоралдарын эшләү сәнғәте күтәрелә. Яңырыу дәүере соло йыры, кантата, оратория, опера кеүек гомофония стилен раҫлауға яҡынлаштырған яңы жанрҙар барлыҡҡа килеү менән тамамлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Online Etymology Dictionary
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  3. Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З.Г.Ураксин, З.А.Сиразитдинов, 2004)
  4. Было ли Возрождение?
  5. Лекция 7. Научное знание в эпоху Возрождения. Часть 1 2010 йыл 22 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә