Ғаләмдең гелиоцентрик системаһы (гелиоцентризм) — Ҡояш ғаләмдең уртаһында, Ер һәм башҡа планеталар Ҡояш тирәләй әйләнеп йөрөй, тип күҙаллау. Был тәғлимәткә боронғо заманда уҡ нигеҙ һалынған, Ренессанс (Яңырыу дәүере) дәүерендә киң билдәлелек ала. Был системала Ер Ҡояш тирәләй бер йыл эсендә әйләнеп сыға, үҙ күсәре тирәләй бер тәүлек эсендә әйләнеп сыға, тип фараз ителә.

Андреас Целлариустың Harmonia Macrocosmica (1708) китабында ҡояш системаһы рәсеме
Венера фазалары алышыныуы
Ҡояш системаһының рәсеме (Коперник китабынан)

Гелиоцентризмдың ҡапма-ҡаршыһы геоцентризм.

Гелиоцентризма тураһында фәнни бәхәстәр

үҙгәртергә

Гелиоцентризм дошмандарының бер нисә дәлиле бар:

  • Ер үҙ күсәре тирәләй әйләнеп йөрөһә, үҙәктән ҡасыу көсө менән бер нисә киҫәккә ботарланыр ине.
  • Әгәр Ер әйләнеп йөрөһә, өҫтөндәге еңел әйберҙәр йыһанға осоп бөтөр ине.
  • Әгәр Ер әйләнеп йөрөһә, өҫтән ташланған әйберҙәр көнбайышҡа тайпылыр ине, ә болоттар Ҡояш менән бергә көнсығыштан ҡөнбайышҡа ағыр ине.
  • Күк есемдәре ауырлыҡһыҙ туҡыманан торалар, шуға хәрәкәт итәләр. Ә ауыр ҙур Ерҙе ниндәй көс хәрәкәткә килтерә ала?

Классик механика әҫәр ителгәс, был дәлилдәр көсөн юғалта. Үҙәктән ҡасыу көсө, сағыштырмалыҡ, инерция кеүек төшөнсәләр геоцентристарҙың дәлилдәрен юҡҡа сығарыу өсөн барлыҡҡа килә.

 
Ғаләмдең гелиоцентрик системаһы («Селенография», Гевелий, Ян, 1647 й.)