Мәғрифәтселек дәүере

(Мәғрифәтлек дәүере битенән йүнәлтелде)

Мәғрифәтселек дәүере — Европа мәҙәниәте тарихының фән, фәлсәфә һәм ижтимағи фекер үҫеше менән бәйле осоро. Был интеллектуаль хәрәкәт нигеҙендә рационализм һәм ирекле фекерләү ята.

Дидро менән Аламбер Энциклопедияһының титул бите

XVII быуаттың фәнни инҡилабы йоғонтоһо аҫтында Англияла башланып, был хәрәкәт Францияны, Германияны, Рәсәйҙе солғай, Европаның башҡа илдәренә лә күсә. Француз мәғрифәтселәре айырыуса ҙур йоғонто көсөнә эйә була. Мәғрифәтселек принциптары американдарҙың Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы һәм француздарҙың Кеше һәм граждан хоҡуҡтары декларацияһы нигеҙенә һалына.

Был дәүерҙәге интеллектуаль хәрәкәт Европа һәм Американың этикаһы һәм социаль тормошондағы артабанғы үҙгәрештәргә, Европа илдәренең Америкалағы колонияларының милли бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшенә, ҡоллоҡтан баш тартыуға, кеше хоҡуҡтарын ғәмәлләштереүгә ҙур йоғонто яһай. Бынан тыш, ул аристократияның абруйын һәм сиркәүҙең социаль, интеллектуаль, мәҙәни тормошҡа йоғонтоһон ҡаҡшата.

«Метод тураһында фекер йөрөтөү», Декарт

Дәүерҙең ниндәй ваҡыт арауығын биләүенә ҡарата берҙәм генә фекер юҡ. Ҡайһы бер тарихсылар уның башын XVII быуат аҙағына, икенселәре XVIII быуат уртаһына бәйләй[1]. XVII быуатта рационализм нигеҙҙәрен үҙенең «Метод тураһында фекер йөрөтөү» тигән хеҙмәтендә Декарт һала (1637). Мәғрифәтселек осоро аҙағын Вольтерҙың вафаты (1778) йәки Наполеон һуғыштары башланыу (1800—1815) менән бәйләйҙәр[2]. Шул уҡ ваҡытта Мәғрифәтселек дәүере сиктәрен ике инҡилап — Англиялағы «Данлы революция» (1688) һәм Бөйөк француз революцияһы (1789) — даталарына беркетеү ҙә бар.

Мәғрифәтселек дәүерендә донъяны дин ҡушҡанса ғына аңлауҙан баш тартыла һәм кеше менән йәмғиәтте танып белеүҙә аҡыл менән эш итеү берҙән-бер критерий тип таныла. Тарихта тәүге тапҡыр фән ҡаҙаныштарын ижтимағи үҫеш мәнфәғәттәрендә файҙаланыу мәсьәләһе күтәрелә.

Яңыса фекерләгән ғалимдар аң-белемдәрҙе киң таратырға, фәнде популярлаштырырға тотона. Бынан ары белемдәр өҫкө ҡатламдар ғына түгел, бөтәһе лә ала алырлыҡ булырға һәм тормош-көнкүрештә файҙалы булырға тейеш тип табыла. Уның тураһында һөйләшәләр, бәхәсләшәләр. Был фекер алышыуҙарҙа хатта быға тиклем уҡыуҙан мәхрүм булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша ала. Уларға тәғәйенләнгән махсус баҫмалар барлыҡҡа килә, мәҫәлән, 1737 йылда Франческо Альгароттиҙың «Ханымдар өсөн ньютонианизм» тигән китабы сыға.

Белемдәрҙе киң таратыу ниәтенән Дидро һ.б. авторҙар 35 томлы «Энциклопедия» (1751—1780) нәшер итә. Ул дәүерҙең иң уңышлы һәм мөһим «проекты» була[3]. Был хеҙмәткә кешелектең шул мәлгәсә тупланған барлыҡ белемдәре инә. Донъяның, тормоштоң, йәмғиәттең, фәндәрҙең, һөнәрҙәрҙең һәм техниканың, көндәлек әйберҙәрҙең бар яғы ябай итеп аңлатыла. Уға тиклем дә энциклопедиялар нәшер ителә, ләкин француздарҙыҡы иң данлыҡлыһы булып сыға. Мәҫәлән, Англияла Ефраим Чемберс 1728 йылда ике томлы «Циклопедия» (грекса «түңәрәк буйынса уҡытыу») баҫтыра. Германияла 1731—1754 йылдарҙа Йохан Цедлер 68 томлы "Ҙур универсаль лексикон"ды (Großes Universal-Lexicon) нәшер итә. Ул XVIII быуаттың 284 000 һүҙҙе индергән иң ҙур энциклопедияһы була. Ә француз «Энциклопедия»һында 70 000 һүҙ була. Ләкин нәҡ француз һүҙлеге сыҡҡас та иң билдәлеһе булып китә, сөнки, беренсенән, уны заманының танылған шәхестәре яҙа; икенсенән, мәҡәләләре бәхәсле, полемика тыуҙырыусан, заман талаптарына яуап бирерлек, хатта революцион рухлы була, уларҙы цензура һыҙғыслай, эҙәрлекләүҙәр ут өҫтәй; өсөнсөнән, ул дәүерҙә халыҡ-ара ғилми тел булып немец теле түгел, ә француз теле тора.

Дөйөм энциклопедиялар менән бергә махсустары ла, айырым фәндәр буйынсалары ла сығарыла.

Латин теле ғилми тел булыуҙан туҡтай, уның урынын француз теле биләй.

Кеше аҡылы ярҙамында кеше тормошоноң тәбиғи принциптарын табыу дәүерҙең төп ынтылышына әйләнә.

Г. Мэйҙың дәүерҙе осорҙарға бүлеүе

үҙгәртергә

Был дәүерҙәге фекер эйәләре ҡараштарында ҡапма-ҡаршылыҡтар күп. Америка тарихсыһы Генри Мэй дәүер философияһы үҫешендә дүрт фазаны айырып ҡарай. Был фазаларҙың һәр береһе элгәргеһен өлөшләтә инҡар итә тиергә була.

Мәғрифәтселектең тыйнаҡ йәки айыҡ аҡыллы фазаһын Ньютон һәм Локк йоғонтоһо билдәләй. Уға дин менән килешеүсәнлек һәм Ғаләмде тигеҙлек һәм тәртипле структура тип ҡарау хас. Был фаза XIV—XV быуаттарҙағы гуманизм традицияларын дауам итеү осоро булараҡ ҡабул ителә. Мәғрифәтселек шулай уҡ алдынғы протестантлыҡ һәм рационалистик сектантлыҡ традицияларын да дауам итә. Уларҙан сәйәси азатлыҡ һәм выждан ирке идеялары күсә.

Францияла дини һәм донъяуи мәҙәниәттең йәнәшлеге яйлап ҡына тәүгеһенең ике йөҙлөлөк һәм фанатизм арҡаһында абруйы төшөүгә килтерә. Мәғрифәтселектең был фазаһын скептик фаза тип атайҙар һәм Вольтер, Гольбах, Юм исемдәре менән бәйләйҙәр.

Скептик фазанан һуң революцион фаза килә, Францияла уны — Руссо, Америкала Пейн һәм Джефферсон исеме менән бәйләйҙәр. XIX быуатта һуңғы фаза бара, уны Томас Рид, Фрэнсис Хатчесон кеүек философтар билдәләй. Был фазаға уртасыл ҡараштарға ҡайтыу, әхләҡте юғары баһалау, закондарҙы, тәртипте ихтирам итеү хас. Уны дидактик фаза тип йөрөтәләр[4].

Дин һәм әхлаҡ

үҙгәртергә

Алла асылыштарын инҡар итеү мәғрифәтселеккә иң хас идея була. Был бигерәк тә христианлыҡҡа ҡағыла, сөнки ул бөтә хаталарҙың һәм хөрәфәттәрҙең башы тип иҫәпләнә. Һөҙөмтәлә, деизмға (Алла бар, ул Донъяны яралтҡан, ләкин артабан бер нимәгә лә ҡыҫылмай) йүнәлеш алына. Шулай итеп, мәғрифәтселәрҙең күбеһе, үҙ дәүерендә йәшәгән Дидро ише фекер эйәләренең материалистик һәм атеистик ҡараштарын иғтибарға алмайынса, деизмға эйәрә, ғилми дәлилдәр ярҙамында Алланың барлығын һәм уның Ғаләмде яралтҡанлығын иҫбатларға тырыша.

Мәғрифәтселек дәүерендә Ғаләм ахырғы сәбәп түгел, ә ғәмәлдәге сәбәп булған шаҡ ҡатырғыс машина тип ҡарала. Алла иһә, Ғаләмде бар иткәндән һуң, уның артабанғы үҫешенә һәм донъя тарихына ҡыҫылмай, ә тормош юлының аҙағында кеше үҙенең ҡылыҡ-ғәмәлдәре өсөн Унан хөкөм дә, рәхмәт тә алмай, тип һанала. Кешеләргә әхлаҡ-тәртибендә лаицизм, диндең тәбиғи әхлаҡҡа әйләнеүе һәм уның бөтә ҡағиҙәләренең дә бөтәһе өсөн дә бер төрлө булыуы ҡанун булып ҡала. Яңыса түҙемсәнлек тәғлимәте шәхси тормошта ғына башҡа диндәрҙе тотоуға рөхсәт бирә, ә йәмғиәттә бер генә динде йәшәтә.

Иисус Йәмғиәтен таратыу

үҙгәртергә

Мәғрифәтселектең христиан диненә һәм уның граждан власы менән бәйләнешенә мөнәсәбәте бөтә ерҙә лә бер төрлө булмай. Англияла абсолют монархияға ҡаршы көрәш 1689 йылғы «Хоҡуҡтар тураһындағы билль» акты арҡаһында өлөшләтә хәл ителә. Европаның башҡа илдәренең күбеһендә Мәғрифәтселек католик сиркәүгә дошмансыл була.

Папа абруйы һағында торған иезуиттар бөтә илдәрҙән тиерлек ҡыуыла. 1759 йылда улар Португалиянан, шунан Франциянан (1762), Испаниянан (1769) ҡыуыла. 1773 йылда папа Климент XIV Dominus ac Redemptor буллаһын нәшер иттерә, унда Иисус Йәмғиәтен таратырға фарман бирә. Ордендың бөтә мөлкәте тартып алына. Ләкин иезуиттар бөтөнләй юҡҡа сыҡмай, сөнки Рәсәйҙә Бөйөк Екатерина, Мәғрифәтселек идеяларына яҡын торһа ла, Папаның орденды таратыу тураһындағы фарманын баҫтырыуҙан баш тарта.

Тарихи әһәмиәте

үҙгәртергә
 
Пруссия короле Бөйөк Фридрихтың Сан-Суси һарайындағы Вольтер портреты. П. Баку гравюраһы

XVIII быуатта Вольтер, Монтескьё, Руссо, Дидро һ.б. яҙыусылар йөҙөндә француз мәғрифәтсел әҙәбиәте дөйөм Европа әһәмиәтенә эйә була. Уларға хас уртаҡ һыҙат — Францияла сәйәси һәм социаль өлкәләрҙе тәнҡитләгән рационализм хакимлығы. Ә немец мәғрифәтселәре иһә был саҡта дини һәм әхлаҡи мәсьәләләрҙе хәл итеү менән мәшғүл була.

Мәғрифәтселек идеялары йоғонтоһонда бөтә ижтимағи тормошто үҙгәртерлек реформалар үткәрелә. Айырыуса әһәмиәтле эҙемтәләре — Америка инҡилабы һәм Бөйөк француз инҡилабы.

Хәҙерге заман Европаһындағы философик һәм сәйәси ҡараштар, мәҫәлән, либерализм, күп йәһәттән Мәғрифәтселек дәүеренә нигеҙләнә. Беҙҙең осор философтары Мәғрифәтселектең ыңғай яҡтары тип фекерләүҙең аныҡ геометрик тәртибен, редукционизмды һәм рационализмды атай, уларҙы эмоционаллеккә һәм иррационаллеккә ҡаршы ҡуя. Либерализм Мәғрифәтселектән фәлсәфәүи нигеҙен, түҙеүһеҙлеккә һәм хөрәфәттәргә тәнҡитле ҡарашты мираҫ итеп алған. Бындай ҡараштарҙа торған билдәле философтар араһында — Берлин һәм Хабермас.

Мәғрифәтселек идеялары, хәҙерге заман йәмғиәтенең төп ҡиммәттәре булараҡ, сәйәси азатлыҡтар һәм демократия нигеҙендә, шулай уҡ дәүләтте үҙидаралы республика итеп ойоштороу нигеҙендә лә (дини түҙемсәнлек, баҙар механизмдары, капитализм, ғилми методтар) ята.

Икенсе донъя һуғышынан һуң постмодернизм яралыу менән бергә заман философияһы һәм фәненең үҙенсәлектәре — үтә ныҡ махсуслашыу, традицияға иғтибар булмау, эҙемтәләрҙең күҙаллана алмауы һәм хәүефлелеге, Мәғрифәтселек эшмәкәрҙәрен самаһыҙ юғары баһалау һәм романтиклаштырыу — етешһеҙлек тип һанала башлай. Макс Хоркхаймер и Теодор Адорно, мәҫәлән, Мәғрифәтселек тоталитаризм барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһаған, тип иҫәпләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Hooker, Richard. The European Enlightenment (1996). Архивировано 29 август 2006 года. 2011 йыл 13 май архивланған.
  2. Frost, Martin. The age of Enlightenment (2008). Дата обращения: 18 ғинуар 2008. Архивировано 9 февраль 2012 года.
  3. Stollberg-Rilinger (2010), стр. 187.
  4. Цитируется по: G.Gunn. Early American Writing. Introduction. Penguin Books USA Inc., New York, 1994. Pp.xxxvii-xxxviii.

Библиография

үҙгәртергә
  • Геттнер, «История всеобщей литературы XVIII в.»;
  • Laurent, «La philosophie du XVIII siècle et le christianisme»;
  • Lanfrey, «L'église et la philosophie du XVIII siècle»;
  • Stephen, «History of english thought in the XVIII century»;
  • Biedermann, «Deutschlands geistige, sittliche und gesellige Zustände»

Һылтанмалар

үҙгәртергә