Донато Браманте (ит. Донато (Доннино) ди Паскуччо-ди-Антонио детто ил Браманте; 1444, Ферминьано — 11 апрель[1] 1514, Рим) — Италия архитекторы һәм рәссамы, Яңырыуҙың Юғары дәүере архитектураһының иң бөйөк вәкиле, XVI быуат башында Рим классицизмы тип аталған стилистик йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. Уның иң билдәле әҫәрҙәре: көнбайыш христиандарҙың төп ҡорамының беренсе проекты — Ватикандағы Изге Петр базиликаһы (артабанғы йылдарҙа үҙгәртеп ҡоролған), өлөшләтә һаҡланған Бельведер һарайы (шулай уҡ Ватиканда), Римдағы Темпиетто ҡорамы, Миланда Санта-Мария-Прессо Сан-Сатиро сиркәүен реконструкциялау һәм башҡалар. Браманте— һаҡланып ҡалған бер нисә картина авторы.

Донато Браманте
итал. Donato Bramante
Фотография
Тыуған:

1444[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Ферминьяно[d], герцогство Урбино[d]

Үлгән:

11 апрель 1514[1][4]

Үлгән урыны:

Рим, Папская область[d]

 Работы

Биография

үҙгәртергә

Донато Браманте Монте-Асдруальдо ҡалаһында (хәҙер Ферминьано) тыуған. Йәшлеге Урбинола үтә, хеҙмәт юлын рәссам булараҡ башлай, ижадына рәссамдар Пьеро делла Франческа һәм Лучано Лаурана йоғонто яһай. 1476 йылда Миланға Лодовико Моро һарайына саҡырыла, унда Леонардо да Винчи менән таныш булғандыр. Билдәле булыуынса, 1482—1499 йылдарҙа Миланда Леонардо да Винчи эшләгән. Фараз ителеүенсә, Браманте һәм Леонардо Миланда Византиялағыса көмбәҙле, тәре формаһында төҙөлгән ғибәҙәтханалар тураһында фекер алышҡан. Леонардо да Винчи ҡулъяҙмалары ситтәрендәге төп өлөшөндә көмбәҙ булған (купольный центрический храм) ҡорамдарҙың эскиздары ошо ваҡытҡа ҡарай.

 
Tempietto

Брамантеның Милан осоро егерме йыл дауам итә. Ул бер нисә бина төҙөй, мәҫәлән, Санта-Мария-дель-Грази сиркәүенең алтарь өлөшө. 1499 йылда, Миланды француз ғәскәрҙәре баҫып алғандан һуң, Римға күсенә. Бында Браманте сәнғәте саф классика һыҙаттарына һәм монументаллеккә эйә була. 1500 йылда Рим папаһы Александр VI уны Ватикандың баш архитекторы итеп тәғәйенләй. Ижадындың иң ҙур пластик бөтөнлөгөнә ул Монториолағы Сан-Пьетро монастыры ихатаһындағы ҙур булмаған Темпьетто (ротонда) ҡорамында (1502) өлгәшә. Рим Папаһы Юлий II ваҡытында папаның баш архитекторы була.

1503 йылдан Юлий II ҡушыуы буйынса ул Ватиканда (Сан-Дамазо суды һәм Бельведер һарайы) ҙур эш алып бара. Браманте Ватикандың ҙур ихатаһы — Бельведер проектын эшләй, уның композицияһында архитектор боронғо Рим ауыл виллаһы, театр һәм форум темаларын берләштерә- ысын батшаларға тиң бөйөк проект килеп сыға. Ҙур тура мөйөшлө ихатала (310×70 м) папа антиквариумы (боронғо скульптуралар коллекцияһы) урынлаштырыла. Ихатаның эске фасадтарында өс яруслы террасалар лоджия аркадалары менән биҙәлгән. Ихатаның көньяғында— мөһабәт экседра (түңәрәк ултырып һөйләшеү урыны). Бельведер ихатаһы 1565 йылда, архитектор үлгәндән һуң илле йыл үткәс кенә, тантаналы асыла.

 
Изге Петр соборы (Ватикан) планы

Изге Петрҙың Ватикандағы яңы соборы проектын эшләгәндә (1505 йылдан), Браманте, Тыныслыҡ ғибәҙәтханаһы (Рим форумында Максентий-Константин базиликаһы тип атала) көмбәҙҙәренә Пантеон көмбәҙен (боронғо Рим классикаһы символы) ҡуйырға тырышыуын белдерә. Ватикан ғибәҙәтханаһы Брамантеның тәре рәүешле төп көмбәҙле ҡорам (центрический) проекты буйынса төҙөлгән. План нигеҙендә майҙан менән уратылған «грек тәреһе» ята, уның мөйөштәрендә (проект версияларының береһендә) Браманте дүрт бейек башня ҡуйырға ниәтләй. Әлбиттә, архитектор Византия сиркәү төрөн роман архитектураһы традициялары менән берләштерергә һәм шуның менән үҙенә бер төрлө «универсаль ғибәҙәтхана» төҙөргә тырышҡан. Шулай уҡ Леонардо да Винчи идеяларының һәм уның идеаль центрик ғибәҙәтхана һүрәттәренең йоғонтоһо булғандыр. Браманте ижады —Яңырыу архитектураһында иң юғары ҡаҙаныштарҙың береһе.

Ватикан һарайы комплексында Брамантеның ике әҫәре — Бельведер (1503—1545) һәм Сан-Дамасо (1510 йыл тирәһендә) ихаталары урынлашҡан. Брамантеның башҡа күренекле эштәре— Монториолағы Сан-Пьетро монастыры ихатаһындағы Темпьеттоның түңәрәк ҡорамы (1502), Санта-Мария-делла-Паче сиркәүе ихатаһы, Палаццо канцелярияһының фасады (1499—1511)— Римдағы иң һоҡланғыс Яңырыу дәүере һарайҙары. Браманте шулай уҡ Ватикан һарайының билдәле лоджияларын проектын әҙерләй һәм уны төҙөй башлай, әммә был эште тамамлап өлгөрмәй. 1514 йылда Браманте вафат булғандан һуң, уның туғаны Рафаэль Санти гротесктар (ысынбарлыҡҡа тап килмәгән һүрәттәр) менән биҙәлгән лоджияны тамамлай һәм бинаға Рафаэль лоджияһы исеме бирелә.

Браманте әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Милан осоро:

— Санта-Мария-прессо-Сан-Сатиро (уның тәүге архитектура эше) (1482—1486). IX быуатта төҙөлгән бина реконструкциялана һәм яңынан биҙәлә . Комплексҡа үҙ эсенә цилиндрик көмбәҙҙәр менән ҡапланған өс нефлы ҡыҫҡа Т формаһындағы сиркәү һәм трансепттың уң тармағында һигеҙ ҡырлы сакристияны ала. Урталағы тәре арауығы өҫтөндә түңәрәкләнеп киткән парус (пандатив) һәм тәбәшәк барабанға беркетелгән ярымшар көмбәҙ. Көмбәҙҙең бөтә төп структура һәм архитектура элементтары Брунелескиҙиҙан алынған, был Пацци капеллаһының көмбәҙен ҡабатлаған кеүек. Санта-Мария-Прессо-Сан-Сатиро сиркәүенең көмбәҙе ағастан эшләнгән кессондар менән биҙәлгән, был сферик яҫылыҡ уртаһында яҡтылыҡ төшһөн өсөн тәҙрә эшләнгән.

Рим осоро:

— Санта-Мария-делла Паче сиркәүе клуатры (1504). Иртә Рим классицизмының күренекле ҡомартҡыһы. Клуатрҙың фасадтары композицияһы ике ярусҡа бүленә. Беренсе ярус иония ордеры пилястрҙары аркадаһы менән биҙәлгән, икенсеһе — сиратлашҡан бағаналар һәм колонналар тотоп торған асыҡ лоджия.

— Палаццо Канчеллериа (1483—1513). Д.Браманте проекты. Төҙөүсеһе А. Бреньо. Фасадтары оҙон, боронғо Рим Колизейы тышындағы травертиндан эшләнгән, руст имитацияланған, тәҙрәләре Брамант әҫәрҙәренә хас. Фасадтар композицияһы горизонталь рәүештә өс ярусҡа, вертикаль — коринф ордены капителе менән биҙәлгән пилястрҙарға бүленә. Ихата лоджия тибындағы ике яруслы аркада менән биҙәлгән. Тәүге ике ярус — Тоскана ордены колонналары менән аркадалар, өсөнсө ярус — пилястрҙар. Беренсе ярустың гранит колонналары Дамасолағы Иҫке Сан-Лоренцо сиркәүенән алынған.

— Бельведер һарайы. (1505). Тормошҡа ашырылмаған.

— Браманте баҫҡыстары (1505), Бельведер һарайы менән Апостол һарайын тоташтыра.

— Сан-Дамазо сиркәүе. Эске биҙәлеште яңыртылған (1510)

— Темпьетто — Монториолағы Сан-Пьетро монастырь ихатаһы уртаһында ротонда рәүешендәге «Бәләкәй ҡорам»

— Изге Петр статуяһы менән интерьер (ҡайһы берәүҙәр был урында язалап үлтерелгән тип иҫәпләй). Көмбәҙ формаһы һуңыраҡ үҙгәртелә.

—Изге Петр базиликаһы. (1506—1514). Брамантеның планы нигеҙендә-тигеҙ грек тәреһе. Мөйөштәрҙә көмбәҙле дүрт капелла, ә тышҡы яғының мөйөштәрендә дүрт манара (колокольня) булырға тейеш була. Композиция теүәл симметриялы. Браманте вафат булған мәлгә дүрт урта пилон һәм көньяҡ диуарҙың бер өлөшө генә ҡуйылған була. Һуңыраҡ, күп кенә реконструкцияларҙан һуң, собор базилика төҫөн ала.

Браманте исеме менән Меркурийҙағы кратер аталған.

Браманте тәҙрәһе — ҡабырғаларына пилястралар эшләнгән һәм өҫкө өлөшөндә архиволтлы, аркалы тәҙрәнең махсус төрө, ул дүртмөйөшлө рама эсендә ҡала. Беренсе тапҡыр Браманте уны Римдағы Палаццо Канчеллерияның көньяҡ фасадын биҙәгәндә ҡуллана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bruschi A. BRAMANTE, Donato // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.) — 1971. — Vol. 13.
  2. Donato Bramante (ингл.)
  3. Donato Bramante
  4. BeWeB
  • Бартенев И. А. Зодчие итальянского Возрождения. — М., 1965.
  • Браманте // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Всеобщая история архитектуры. — Том 5. — М., 1967.
  • Власов В. Г.. Римский классицизм // Власов В. Г. Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. VIII, 2008. — С. 168