Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы
Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы (6 ноябрь 1932 йыл — 1 декабрь 1998 йыл) — театр актёры, 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983).
Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 6 ноябрь 1932 (92 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған урыны | Салауат |
Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Яхъя ауылы |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: |
Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Салауат ҡалаһы |
Һөнәре: |
артист |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: | |
Театр: | |
Наградалары: |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983) |
Биографияһы
үҙгәртергәФәйзулла Хизбулла улы Бәхтейәров 1932 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы[1] Яхъя ауылында тыуған.
1952 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Х.Бухарский курсы) тамамлай. Уҡып сыҡҡас, хеҙмәт юлын Ауырғазы колхоз-совхоз театрында башлай. Артабан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында әүҙем һәм һөҙөмтәле ижади хеҙмәт юлын дауам итә.
Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы төрлө социаль ҡатлам һәм төрлө типтағы, төрлө эпоха геройҙарын ышандырырлыҡ итеп, оҫта һүрәтләгән киң амплуалы, һәр яҡлап талантлы артист була. Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләгәндә, башҡорт, рус, сит ил драматургияһы әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙә йөҙҙән артыҡ ролдәр ижад итә. Уның тыуҙырған образдары төрлө яҙмышлы һәм характерҙағы геройҙар. Башҡорт сәхнәһенең күренекле эшмәкәрҙәре Х. Бухарский, В. Г.Ғәлимов, Г. С. Саттаровтарҙың юлынан барыусы талантлы шәкерт. Актёрҙың бөтә ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле.
Фәйзулла Хизбулла улы эстрадала Башҡортостан, Татарстан, донъя классик әҙәбиәте әҫәрҙәре менән сығыш яһай.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
үҙгәртергә- Сәхәп («Рәйхан» Н.Иҫәнбет;дебют, 1953),
- Рыҫҡол-бей («Ай тотолған төндә»),
- Улин («Ун өсөнсө председатель» — «Тринадцатый председатель», А. Х. Абдуллин),
- Эфиоп («Ҡол Эзоп» — «Раб Эзоп» Г.Фигейредтың «Эзоп, йәки Төлкө һәм Виноград» пьесаһы буйынса).
- Кәрим бай («Башмағым»),
- Әмирхан ҡарыйи («Ҡыйыу ҡыҙҙар» — «Смелые девушки» Т.Ғиззәт),
- Дед Григорий («Йәшлегем тирәктәре» — «Тополя моей юности» К. М.Аҡбашев).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәрет
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2017)