Ғәниева Роза Шәрип ҡыҙы

Ғәниева Роза Шәрип ҡыҙы (30 июль 1921 йыл — 2013 йыл) — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге нефтсе. 1953—1988 йылдарҙа  Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[2].

Ғәниева Роза Шәрип ҡыҙы
Тыуған көнө 30 июль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (103 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы
Һөнәр төрө petroleum engineer
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғәниева Роза Шәрип ҡыҙы
Тыуған көнө

30 июль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Малаяҙ районының Яхъя ауылы[1]

Вафат булған көнө

2013({{padleft:2013|4|0}})

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

совет нефтсеһе

Наградалары һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Роза Шәрип ҡыҙы Ғәниева (ҡыҙ фамилияһы Йомағужина) 1921 йылдың 30 июлендә Башҡорт АССР-ы Малаяҙ районының[1] (бөгөн Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Яхъя ауылында тыуған. Ун йәшенә тиклем Мәскәү ҡалаһында йәшәй.

  • 1935—1939 йылдар — Стәрлетамаҡ нефть техникумында уҡый. Уҡыуын тамамлағас, Өфөгә «Башнефть» берекмәһенең үҙәк фәнни-тикшеренеү лабораторияһына эшкә ебәрәләр.
  • 1942—1944 йылдар — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уны «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының Ҡарлы нефть промыслаһына лаборатория мөдире итеп күсерәләр.
  • 1944—1945 йылдарҙа — Мәскәү нефть университеты студенты.
  • 1945—1946 йылдарҙа — Львов политехник институтының нефть факультетында уҡый.
  • 1946 йылдарҙа ғаилә хәле буйынса Башҡортостанға ҡайта.

Русһыуҙа (Уруссы), был ҡала тибындағы эшселәр ҡасабаһы 1945—1946 йылдарҙа ГРЭС төҙөү сәбәпле барлыҡҡа килгән. Хәҙерге көндә Татарстан Республикаһының Ютазы районы үҙәге) яғыулыҡ сәнәғәтенең тауар-етештереү базаһында лаборатория мөдире булып эшләй.

Артабан Роза Шәрип ҡыҙы «Туймазынефть» тресының Үҙәк электр станцияһында цех начальнигы вазифаһында эшләй.

  • Өҙөлгән уҡыуын Башҡортостанда 1948 йылда эшләй башлаған Өфө нефть институтында 1950 йылда дауам итә һәм, был юғары уҡыу йортон 1953 йылда тамамлап, «нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса тау инженеры» квалификацияһына эйә була.
  • 1953—1988 йылдарҙа — Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Өфө ҡалаһының Совет районы һәм Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайлана.

Ғаиләһе, туғандары

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Нефть сәнәғәте министрлығының Почёт Грамотаһы,
  • миҙалдар

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 268 с.  (рус.)
  • Б. Ганеев. Дочь СССР (воспоминания о Ганеевой (Юмагужиной Розе Шариповне) — Уфа: Издательство БГПУ, 2019 — 576 с. ISBN 978-5-906958-96-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы).
  2. Б. Ганеев. Дочь СССР (воспоминания о Ганеевой (Юмагужиной Розе Шариповне) — Уфа: Издательство БГПУ, 2019 — 576 с. ISBN 978-5-906958-96-9

Һылтанмалар

үҙгәртергә