Эльвира
Викидатала элемент юҡ |
Эльвира һәм Эльвира (исем) мәҡәләләрен берләштерергә! |
Эльвира (исем) — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Ер шарындағы күп халыҡтарҙа ҡулланыла.
Этимология
үҙгәртергә1. Эльвира неологизм, латин теленән — һары сәсле, алһыу йөҙлө
2.https://ru.wikipedia.org/wiki/Эльвира
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәАйытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19 август 1973 йыл) — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары[1]. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе (2019).
Ибраһимова Эльвира Винер ҡыҙы (3 июнь 1978 йыл) — Рәсәй спортсыһы. Биатлон һәм саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2007). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (29 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы (2 ғинуар 1955 йыл) — ғалим-биолог. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2002).
Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы (4 ғинуар 1960 йыл) — театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1987—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992) артисы.
Гулина Эльвира Александровна (31 март 1936 йыл — 21 ғинуар 2012 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1960—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовещен районының «Степановка» совхозы Ильина Поляна һөт-тауар фермаһы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, 1982).
Эльвира Хисаева (1991) — башҡортостан топ-модель. Өфөлә тыуған башҡорт ҡыҙы 2005 йылда «Һылыуҡай» ижади студияһына килә, бер йыл уның төп составында эшләй. 2006 йылда Мәскәүҙең «Президент» модель агентлығы менән контракт төҙөп, Токиоға эшкә китә. Әле ул Парижда йәшәй һәм эшләй, тиҙҙән контракт буйынса Нью-Йоркка юлланасаҡ. Фотосессиялары йыш ҡына «Cosmo», «Glamоur», «Elle» журналдарында баҫыла.
Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы (10 июнь 1950 йыл — музыкант, хор дирижёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989 йылдын СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы (2009).
Фамилия
үҙгәртергәАуылдар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәhttps://www.bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf 2018 йыл 16 май архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
- ↑ Депутаты. Аиткулова Эльвира Ринатовна 2019 йыл 21 июнь архивланған.