Эльвира (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Эльвира (исем) һәм Эльвира мәҡәләләрен берләштерергә! |
Эльвира — рус һәм төрки халыҡтарҙа киң таралған ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәЭльвира исеме башҡорт теленә латин һәм рус телдәренән үҙләштерелгән, һары сәсле, алһыу йөҙлө мәғәнәләренә эйә.[1] Һаҡлаусы, ҡурсалаусы тип тә аңлатыла.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәАйытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19 август 1973 йыл) — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе (2019).
Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы (4 ғинуар 1960 йыл) — театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1987—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992) артисы.
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (29 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |