Тициан
Тициан Вечеллио (итал. Tiziano Vecellio, 1488/1490, Пьево-ди-Кадоре — 1576 йылдың 27 авгусы, Венеция) — италия рәссамы, Юғары һәм Һуңғы Яңырыу дәүере венециан мәктәбенең күренекле вәкиле. Тициандың исеме Яңырыу дәүеренең Микеланджело, Леонардо да Винчи һәм Рафаэль Санти кеүек рәссамдары менән бер рәттә тора. Тициан тәүрат библия һәм мифология сюжеттарына картиналар яҙған, шулай уҡ ул портретист булараҡ дан алған. Уға королдәр һәм рим папалары, кардиналдар, герцогтар һәм кенәздәр заказ яһаған. Уны Венецияның иң яҡшы рәссамы булып танылғанда Тицианға утыҙ йәш тә булмаған.
Тициан | |
итал. Tiziano Vecellio | |
Автопортрет, 1567 тирәһе | |
Исеме: |
Тициан Вечеллио |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Жанр: |
һынлы сәнғәт |
Наградалары: | |
Имза: | |
Викимилектә эштәре |
Тыуған урыны буйынса (Беллуно провинцияһындағы Пьеве-ди-Кадоре, Венеция республикаһы) уны ҡайһы саҡта да Кадоре тип тә атайҙар; шулай уҡ Илаһи Тициан булараҡ билдәле.
Биографияһы һәм ижады
үҙгәртергәТициан дәүләт һәм хәрби эшмәкәр Грегорио Вечеллио ғаиләһендә тыуған. Уның тыуған көнө аныҡ билдәле түгел. Тициан олоғайғас, король Филипп II яҙған хатында тыуған йылын 1474 йыл тип күрһәткән, әммә был шикле[1]. Өлкән йәштәге Тициан менән замандаш яҙыусылар Тициандың тыуған йылын 1473 һәм 1482 йылдар араһында[2] тип мәғлүмәт биргәндәр. Хәҙерге заман тикшеренеүселәренең күпселеге фекеренсә, Тициандың тыуыу датаһы 1490 йыл тип күрһәтелә. Нью-Йорктағы Метрополитен музейы һәм Гетти Тикшеренеүҙәр институты 1488 датаһы яҡлы[2].
Йәш саҡтары
үҙгәртергә10 йә 12 йәшендә Тициан Венецияға килә. Цуккато Себастьяно Цуккато оҫтаханаһында, артабан Джентиле Беллини, һуңынан Беллини Джованни оҫтаханаларында эшләй. Ул Лоренцо Лотто һәм венециан һынлы сәнғәт мәктәбенең башҡа рәссамдары менән таныша. Әммә уның иң тығыҙ мөнәсәбәттәре Джорджоне менән урынлашҡан. Тициандың Джорджоне менән бергә башҡарылған тәүге эше, фрагменттары ғына тороп ҡалған, Фондако-деи-Тедески фрескаһы була.
Тициандың иртә эштәренә: һуңғараҡ Рембрандтты «Автопортрет», «Сабый, изгеләр Антоний Падуанский һәм Рок менән мадонна» (яҡынса 1511 йыл) картиналарына дәртләндергән Джероламо Барбариго портреты (1509) ҡарай. Тициандың замандаштары, изгеләр был ваҡытта Венецияла ҡоторған һәм 1510 йылда Джорджоненың ғүмерен өҙгән тағун сиренән ҡотҡара, тип уйлағандар.
Был осорҙағы Тициан стиле Джорджоне стиленә бик оҡшаған. Тициан Джорджоне башлаған, ләкин яҙып бөтөрмәгән картиналарҙы тамамлап ҡуйған. 1511 йылда бер нисә айға Падуяға китә, унда. Скуола дель Сантола изге Антоний Падуанский мөғжизәләре тураһында фрескалар яҙа.
Тициан күп мадонналар һәм ҡатын-ҡыҙ портреттарын яҙа. «Был осорҙа уның образдары тыныс һәм күңелле, тормош тулы ҡанлылығы, сағыу хис-тойғолар, эске яҡтылыҡ мисәте менән билдәләнә. Тәрән, саф буяуҙар аһәңенә нигеҙләнеп мажорлы колорит төҙөлгән».[3] Унау советы ағзаһы Николо Аурелио заказы менән яҙылған «Сиған мадоннаһы» (яҡынса 1511 йыл), шулай уҡ «Ер мөхәббәте һәм Күк мөхәббәте» (1514) картиналары, һәм «Көҙгө алдындағы ҡатын» (яҡынса 1514) был осорҙоң иң билдәле картиналары булған.
1516 йылда Альфонсо д’Эсте өсөн ул «Кесарь динарийы» картинаһын яҙа.
Үҙ стилен булдырыуы
үҙгәртергәДжорджоне вафат булғандан һуң һәм Себастьяно дель Пьомбо Римгә киткәндән һуң, Венеция ҡалаһында Тициан менән ярышырлыҡ рәссамдар ҡалмаған. Джованни Беллини үлгәндән һуң, 1517 йылда Тицианға Венеция республикаһының бирелгән беренсе рәссамы тигән титул бирелгән.
Рафаэль Санти һәм Микеланджелоның эштәрен иғтибарлап өйрәнеп, Тициан яйлап үҙ стилен булдыра. «Был осорҙа рәссам рух күтәренкелеге һәм динамика менән һуғарылған монументаль композицияларға өҫтөнлөк биргән. Ул сағыу йәшәү көсө менән йәшәү көсө менән һуғарылған образдар тыуҙырған, йылдам хәрәкәт менән һуғарылған картиналар композицияһын диагональ буйынса төҙөй, күк һәм ҡыҙыл төҫ таптарының интенсив контраслығы менән файҙаланған». Ул дини һәм мифологик темаларға эпик тәрән мәғәнәле итеп тасуирлаған һүрәттәр ижад итә Уға ғына хас ижад емештәре:
- «Алла Анаһының күтәрелеүе» (1516—1518);
- «Мадонна һәм изге Франциск һәм Блэз менән Сабый, шулай уҡ доға ҡылыусы Альвизе Гоцци менән» (1520);
- «Ариадна һәм Вакх», бында Рафаэль йоғонтоһо күренә.
«Андреане» (1523—1524 йылдар тирәһе) Микеланджело йоғонтоһо аҫтында яҙылған.
Тициан портретын эшләгән кешенең холҡон максималь аныҡ сағылдырырға тырышҡан — «Бирсәткәле ир-егет» (1523), «Томмазо Мости портреты» (сама менән 1520 йыл).
"Мадонна Пезаро"ла (1526) Тициандың үҙ стиле күренә.
1525 йылда Тициан, был ваҡытта уның ике улының әсәһенә, Чечилия Сольданоға өйләнә, әммә ҡатыны 1530 йылда Тициандың икенсе ҡыҙын, Лавинияны, тыуҙырғанда үлгән.
Өлгөргәнлек
үҙгәртергә1530—1540-се йылдар аҙағы — Тициандың портрет сәнғәтенең сәскә атҡан осоро. Рәссам иҫ киткес һиҙгерлек менән бик күп төрлө һәм ҡапма ҡаршылыҡлы холҡло замандаштарын һүрәтләгән: үҙ-үҙенә ышанвусан, ғорурлыҡ һәм дәрәжә, шикселлек, ике йөҙлөлөк, ялғанлыҡ һ. б. Яңғыҙ портреттар менән бер рәттән ул кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренең йәшерен асылын, ситуация драматизмын һүрәтләгән төркөм портреттары яҙған. Тициан һирәк оҫталыҡ менән һәр портретты иң яҡшы композицион хәл итеү юлын, моделгә хас позаны һын, йөҙ сырайын, хәрәкәт, ым-ишара һайлаған. 1530 йылдарҙан Тициан һәр картинаһнда ҡабатланмаҫ индивидуаль колористик хәл итеү юлын таба. Колорит әйҙәүсе һәм буйһонған буяуҙар, аҙ һиҙемләнгән нюанстар ҡушылып, төрлө ентекле буяуҙарға айырылған йоҡа тональ оттеноктарҙан барлыҡҡа килә. Был үҫешкән колоризм күп дәрәжәлә тициан портреттарының тәрән психологизмын, хис-тойғолоғон билдәләй. Әҫәрҙең колористик төҙөлөшөн рәссам төҫтөң эмоциональ яңғырашы кешенең төп холҡ һыҙаттарына тура килерлек һайлай. Был осорҙоң иң яҡшы портреттарына түбәндәгеләр ҡарай:
- «Федерико Гонзага портреты» (1529),
- «Карл V эт менән портреты» (1533),
- «Граф Антонио ди Порчиа портреты» (1535),
- «Портрет Архитектор Джулио Романо портреты» (1536 йыл тирәһе),
- «Сибәркәй» (1536—1537),
- «Кларисса Строцци» (около 1542),
- «Рануччио Фарнезе» (1542),
- «Пьетро Аретино портреты» (1545).
«Тәүбә итеүсе Магдалена» (1533 йыл тирәһе), «Венера Урбинская» (1538 йылға тиклем) портреттарында ул иҫ киткес ҡатын-ҡыҙ образдары тыуҙырған.
«Марияны ҡорамға индереү» (1534—1538), «Изге хәбәр» һәм «Эммауста киске аш» (икеһе лә —1530 йылдар уртаһында) хеҙмәттәре тәүрат сюжеттарына бағышланған.
1545 йылда Тициан Римгә Павел III папаның портретын яҙырға барған, шунда Микеланджело менән осраша.
Император Карл V саҡырыуы буйынса 1548 йылда үҙен бик ҙурлаған һәм ихтирам иткән Германияға портреттар яҙырға бара. Легенданан билдәле булыуынса, рәссам ҡулынан бумала төшөп киткәс, Карл V, уны эйелеп алған да: «Тицианға хатта императорҙың хеҙмәт итеүе лә маҡтаулы»,- тигән.
40-сы йылдарҙа Тициан монументаль картиналар: «Күгән таж кейҙереү» (1542), «Был кеше» (1543), "Даная"ның бер нисә вариантын ижад иткән.
Рәссам оҫталыҡтың иң юғары нөктәһенә етә. Композиция һәм колористик хәл ителеш ярҙамы менән картинаһында иң ҡатмарлы холоҡ, күңел хәрәкәтен, хәл трагизмын, йәшәүгә ихтыярҙы йәки кеше тәненең матурлығын маҡтарға һәләтле Тициан. Ул шедеврҙар яҙған:
- «Глория» (1551—1554),
- «Венера һәм Адонис (Тициан картинаһы)» (1554),
- «Хәрби кейемдәге ир-егет портреты» (1550-се йылдар),
- «Елпеүесле ҡыҙ» (1556 йыл тирәһе),
- «Диана һәм Актеон (Тициан картинаһы)» (1556—1559),
- «Европаны урлау» (1559—1562),
- «Көҙгө алдындағы Венера (Тициан картинаһы)» (1555 йыл тирәһе),
- «Аҡыллылыҡ аллегорияһы» (1560 йылдар уртаһы),
- «Тәүбә итеүсе Мария Магдалина (Тициан картинаһы, 1565 йыл тирәһе)» (1560).
Үҙен бумала тоттороп һүрәтләгән иң билдәле автопортреты был осорға ҡарай.
Ижадының һуңғы осоро
үҙгәртергә«Тициандың һуңғы ижади эштәренең айырым үҙенсәлеге — уларҙың нәфис һәм матур хроматизмы. Оҫта, көрән, күк-ҡорос, ал-ҡыҙыл, тоноҡ-йәшелдең һиҙелмәгән сағылышының оттенок тоноҡ алтынлаштырылған тонына буйһонған колористик гамма төҙөй. Тициандың һуңғы картиналары, нәфислеккә эйә күп һанлы ярым тондар менән төрлө төҫтәргә инеп, емелдәй. Рәссамдың яҙыу манераһы үҙенә башҡа иркенлеккә эйә. Композицияһы ла, формаһы ла, яҡтылыҡ та матур биҙәкле әүәләү ярҙамында төҙөлә. Тициан ғүмер ахырына һынлы сәнғәттең яңы техникаһын уйлап сығарған. Ул киндер туҡымаға буяуҙы бумала менән дә, шпатель менән дә, бармаҡтары менән дә һылаған. Уның һуңғы әҫәрҙәрендә үтә күренмәле лессировкалар ҙа, киндерҙең бөртөклө фактураһын беләндереп, әҙерәк буяп ҡуйғанын йәшермәй. Рәссамдың ижади процессын асҡан формаһы буйынса бик күп төрлө иркен алымдарҙың тура килеүенән тормошсан тулҡынланыу һәм драматизм менән тулы образдар тыуған»[3].
Һуңғы ижад шедеврҙары:
- «Табутҡа һалыу» (1559),
- «Изге хәбәр» (1564—1566 йылдар тирәһе),
- «Купидондың күҙен бәйләүсе Венера» (1560—1565 йылдар тирәһе),
- «Тәре йөрөтөү» (1560),
- «Тарквиний һәм Лукреция» (1569—1571),
- «Изге Себастьян» (1570 йыл тирәһе),
- «Күрән тажын кейҙереү» (1572—1576 йылдар тирәһе),
- «Пьета (Тициан картинаһы)» (1575—1576).
1575 йылда Венеция тағун эпидемияһы башлана. Тициан, улынан сир йоҡтороп, 1576 йылдың 27 авгусында вафат була. Иҙәндә, ҡулына бумала тотоп йығылған, үлек кәүҙәһен табалар.
Тағундан вафат булғандарҙы яндырыу законына ҡарамаҫтан, венеция Тицианды венецияның Санта-Мария Глориоза деи Фрари соборында ерләйҙәр.
Рәссамдың ҡәбер ташына шундай һүҙҙәр яҙылған:
«Бында бөйөк Тициан Вечелли —
Зевс һәм Апеллестар ярышташы ята»
Галерея
үҙгәртергә-
«Көҙгө алдындағы ҡатын» (1515 йыл тирәһе)
-
«Кесарь динарийы» (1516)
-
«Венера Анадиомена» (1520)
-
«Томмазо Мости портреты» (1520)
-
Хәрби кейемдәге һәм пажы менән Альфонсо д’Авалос портреты (1533)
-
«Венера Урбинская» (1538)
-
«Был кеше (Тициан картинаһы)» (1543)
-
Креслола ултырыусы Карл V портреты (1549)
-
«Венера һәм Адонис» (1554)
-
«Европаны урлау» (1562)
-
«Аҡыллылыҡ аллегорияһы» (1560 йылдар уртаһы)
-
«Тәре йөрөтөү» (1565)
-
«Күрән тажын кейҙереү» (1572-1576)
Хәтер
үҙгәртергә- Меркурийҙағы кратер Тициан хөрмәтенә аталған.
- Гуго фон Гофмансталь «Тициандың үлеме» тигән пьеса яҙған, һәм унда шундай юлдар бар:
«Әгәр ул булмаһа, беҙ ҡараңғыла йәшәр инек
Һәм ерҙең матурлығын танымаҫ инек.»
Нәфис әҙәбиәттә
үҙгәртергә- «Кесарь динарийы» картинаһы (1516 йыл тирәһе. Дрезден галереяһы, Германия) Ф. М. Достоевскийҙың «Ағалы-энеле Карамазовтар» (1879—1880)[4] романындағы «Бөйөк инквизитор» бүлегенең поэтикаһында экфрастик кәүҙәләнеш таба.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Тициан картиналары исемлеге
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Kennedy Ian G. Titian, Tascen, 2007.
- Махов А. Тициан. «Молодая гвардия». Москва. 2006. (Жизнь замечательных людей)
- Ротенберг Е. И. Тициан и его место в искусстве Возрождения (к 400-летию со дня смерти Тициана) // Советское искусствознание `77. Вып. 2. М., 1978. С. 165—190.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- на artcyclopedia.com
- на Тициан. Ру
- Тициан Вечеллио да Кадоре — один из величайших художников всех времен и народов 2016 йыл 18 ноябрь архивланған.
- Ҡалып:WGAWeb Gallery of ArtҠалып:WGA(англ.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Cecil Gould, The Sixteenth Century Italian Schools, National Gallery Catalogues, p. 265, London, 1975, ISBN 0-947645-22-5
- ↑ See references above
- ↑ 3,0 3,1 В. Н. Лазарев. "Тициан" // Большая советская энциклопедия / Гл. ред. С. И. Вавилов. — 2 издание. — М.: Сов. энциклопедия, 1965.
- ↑ Медведев А.А. «Динарий Кесаря» Тициана и «Великий инквизитор» Ф.М. Достоевского: проблема христианского искусства (русский) // Соловьёвские Исследования. — 2011. — № Вып. 3 (31). — С. 79-90.