Төп менюны асырға

Боғорослан (Буғарыҫлан) — Ырымбур өлкәһендә, Рәсәйҙә өлкә әһәмиәтендә булған ҡала. Ҡалала Боғорослан районы үҙәге урынлашҡан. Үҙе Буғарыҫлан ҡалаһы район составына инмәй.

Ҡала
Боғорослан
Герб
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Боғорослан

Координаталар

53°37′00″ с. ш. 52°25′00″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1748

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1748

Ҡала с

1781

Майҙаны

76 км²

Халҡы

49 942 кеше (2013)

Этнохороним

Буғарыҫлансы

Телефон коды

+7 35352

Почта индексы

461630-...-461639

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 408

ОКТМО коды

53 708 000 001

Рәсми сайт

bugadmin.orb.ru

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Боғорослан (Рәсәй)
Боғорослан
Боғорослан
Боғорослан (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Боғорослан

Ҡала Бөгөлмә-Бәләбәй юғарылыҡта, Большой Кинель йылғаһы ярында ята. Һамарҙан — 180, Ырымбурҙан — 360, Мәскәүҙән — 1200 км. алыҫлыҡта.

ТарихҮҙгәртергә

 
Боғорослан мәсете
 
Буғарыҫлан XX быуат башында
 
Герб (1782)

Ҡала 1748 йылда Боғорослан биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына[1]. Исем төрки теленән килә: боға[2] (буға)[3] — үгеҙ, телец; арслан — арыҫлан.

Боғорослан 1781—1920 йылдарҙа Боғорослан өйәҙе үҙәге.

Боғоросланда 267 йорт иҫәпләнгән, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм отставкалағы чиндарға 63 йорт ҡараған, канцелярия хеҙмәткәрҙәренә — 3, сауҙагәр һәм мещандарға — 5, руханиҙарға — 4, крәҫтиәндәргә — 159 йорт.

1811 йылда 1300 кеше йәшәгән, 1897 — 12141 (башҡорттар — 66, мордвалар — 363, татарҙар — 868, урыҫтар — 10624 һ.б.), 1910 — 15000 кеше. 19 быуат аҙағында халҡы сауҙа, игенселек, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.

Һабын ҡайнатыу һәм балауыҙ һығыу заводтары эшләгән. Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. Покров ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, 2 сиркәү, дини, 2 класлы ҡала һәм 2 мәхәллә училищелары, ҡыҙ балалар прогимназияһы, 2 дауахана булған. 1935—1941 йылдарҙа ҡалала татар-башҡорт педагогия техникумы (училищеһы) эшләгән.

КлиматҮҙгәртергә

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C −10,7 −10,6 −5,5 5,5 14,8 19,9 21,6 20,4 13,6 5,3 −3,9 −9,8 5,0
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen

Сотовая связьҮҙгәртергә

Ҡалала Боғорослан граждан авиацияһының осоу училищеһы, Ырымбур дәүләт университеты филиалы эшләй.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Бугуруслан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. боға—племенной бык. Прим. күл боғаһы — большая выпь. Башкирско-русский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 1996)
  3. Буға — Бык, корова. Боға, буға һүҙҙәре боронғо төрки ҡомартҡаларҙағы үгеҙ мәғәнәһендәге воуа~вUуа һүҙенә барып тоташа. — Слова боға, буға восходят к слову воуа/вUуа в значении `бык`, встречающемуся в древнетюркских памятниках. Мифологический словарь башкирского языка (Ф. Г. Хисамитдинова, 2010)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә