Мәжүсилек — күп аллаларға йәки рухи заттарға табынған ерле халыҡтарҙың дини тәртип-йолалары; христиан, буддизм, ислам диндәренән айырмалы рәүештә күп аллалылыҡҡа инанған боронғо диндәрҙең дөйөм атама[1]. Мәжүсилек ҡараштары Герман-скандинав мифологияһында, Балтика мифологияһында, Башҡорт мифологияһы, Фин-уғыр, Карел-фин, Эстон һ. б. халыҡтар мифологияһында урын алған.

Збуча йылға янында табылған боронғо славян һынташы (X быуат)

Төрлө өлкәләрҙә «мәжүсилек» атамаһы түбәндәгесә билдәләнә йәки аныҡ билдәмәһеҙ ҡулланыла:

  • Тәүтормош халыҡтарҙың дини йолалары: шул иҫәптән анимизм, ата-бабаларға табыныу, магия, тотемизм, фетишизм, шаманизм һ. б.
  • Яңы мәжүсилек ҡайһы бер Көнбайыш халыҡтарында христианлыҡты ҡабул итеүгә борон таралған (мәҫ. славян халыҡарында родноверие, скандинав халыҡтарында асатру, АҠШ-ла викка) дини ҡараштарын һәм тәртип-йолаларын тергеҙеү менән шөғөлләнә.
  • Ниндәй ҙә булһа халыҡтың, ҡәбиләнең йә этностың үҙенсәлекле дини йолалары — күпселек халыҡтар араһында таралған диндәргә ҡаршы ҡуйыла.
  • Ибраһими диндәр тәртибенә тура килмәгән барлыҡ донъя диндәре. Христианлыҡ, ислам менән йәһүҙилек күҙлегенән брахманизм, буддизм, даосизм, конфуцианлыҡ, синтоизм һымаҡ хәҙерге диндәр мәжүсилеккә ҡарай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)

Һылтанмалар

үҙгәртергә