Шаһит
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Шаһит — ниндәйҙер енәйәт, административ, гражданлыҡ йәки арбитраж эше буйынса мәғлүмәттәр биреү өсөн йәлеп ителгән шәхес. Ғәҙәттә «шаһит» төшөнсәһен судҡа саҡырылған кешегә ҡарата ҡулланалар, әммә уның мәғәнәһе киңерәк. Ул ниндәйҙер эш-хәлде күреп белгән һәм шуның буйынса мәғлүмәттәр бирергә әҙер кеше[1]
Хөкөм эшендә
үҙгәртергәШаһиттар гражданлыҡ, енәйәтте тикшереү, арбитраж һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса эш процесына йәлеп ителә һәм уларҙың хоҡуҡтары, бурыстары һәм яуаплылыҡтары ярашлы норматив-хоҡуҡи документтарҙа раҫланған. Шулай уҡ был документтарҙа балиғлыҡ йәшенә етмәгән үҫмерҙәрҙең шаһит булыуына ҡағылышлы статьялар ҙа бар[2][3][4][5].
Дини мәғәнәһе
үҙгәртергәҒәрәп телендә шәһәҙәт (ғәр. شهادة, төр. Şehadet — таныу, шаһитлыҡ) башҡортса «шаһитлыҡ» һүҙенә тап килә. Шәһәҙәт һүҙенең тамырында ғәрәп теленән башҡорт теленә лә килеп ингән «шаһит» һүҙе ята. Бер үк мәғәнәле төшөнсәнән килеп инһә лә, башҡорт телендә шаһит һәм шәһит һүҙҙәре мәғәнәһе буйынса айырыла. Шаһит — нимәнелер рәсми рәүештә дөрөҫләү өсөн эш-ваҡиғала ҡатнашҡан кеше, ә шәһит Аллаһ юлында яуҙа динен, ватанын, иманын, ғаиләһен яҡлап ҡорбан булыусыларға ҡарата ҡулланыла[6].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гражданский процессуальный кодекс РФ от 14 ноября 2002 г. N 138-ФЗ
- Кодекс Российской Федерации об административных правонарушениях (КоАП РФ) от 30 декабря 2001 г. N 195-ФЗ
- Уголовно-процессуальный кодекс РФ от 18 декабря 2001 г. N 174-ФЗ
- Арбитражный процессуальный кодекс Российской Федерации от 24 июля 2002 г. N 95-ФЗ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 654-се бит
- ↑ Гражданский процессуальный кодекс РФ от 14 ноября 2002 г. N 138-ФЗ
- ↑ Кодекс Российской Федерации об административных правонарушениях (КоАП РФ) от 30 декабря 2001 г. N 195-ФЗ
- ↑ Уголовно-процессуальный кодекс РФ от 18 декабря 2001 г. N 174-ФЗ
- ↑ Арбитражный процессуальный кодекс Российской Федерации от 24 июля 2002 г. N 95-ФЗ
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 654-се бит