Төп менюны асырға
«Алланың Әҙәмде яралтыуы», Сикстин капеллаһында балсыҡ стенала Микеланджело рәсеме.

Алла, Хоҙай, Тәңре, Аллаһ, Илаһ — теистик һәм деистик тәғлимәттәрҙә көҙрәтле, мөғжизәле иң юғары заттың исеме. Монотеистик ибраһими диндәрҙә абсолюттың аҡылға һыймаҫлыҡ, ғәмәли тәжрибәнән ситтә булған, башҡа үҙенә оҡшаған һис нәмә лә булмаған шәхестең танытмаһы. Политеистик диндәрҙә аллалар күп һанлы була, һәр күренештең, һәр әйберҙең үҙ аллаһы бар.

Йөкмәткеһе

Политеистик диндәрҙә алла исемдәреҮҙгәртергә

Боронғо Ҡытай, Корея, Япония, Һиндостан һәм Боронғо Көнсығыш политеистик диндәрҙә бер нисә алла бар. Улар араһында берәүһе ҡөҙрәтлерәк төп алла була. Мәҫәлән, боронғо вавилондарҙа Мардук, гректарҙа Зевс, славян халыҡтарында Перун.

Индуст диндәрендә иң сағыу, иң мөһим алла юҡ, улар араһында икенсе дәрәжәле өрәт, ҡот, иблистар бар.

Монотеистик алла исемдәреҮҙгәртергә

Төрлө мәҙәниәт, төрлө халыҡтар алланы үҙенсә атай. Ҡайһы берҙәре: Иегова, Саваоф, Яхве, Иисус Христос, Аллаһ, Шива, Брахма, Вишну һ.б.

ИсламҮҙгәртергә

 
«Аллаһ» һүҙә ғәрәп калиграфия менән яҙылған

Исламда Аллаһ (ғәр. الله‎) табыныу хөрмәтенә лайыҡ булған ислам коцепцияһына күрһәтеп торған күплек һаны булмаған зат[1]. Исламда кеше менән Аллаһ араһында әхлаҡи күренештәр һәм образдар менән аңлатып бирә алмаҫлыҡ айырма һәм ара бар[2] Исламда Аллаһтың булмышын һәм сифатын билдәләгән 99 исеме бар тип әйтелә.[3]

ИндуизмҮҙгәртергә

Санскрит телендәге Ишвара (īśvara IAST) һүҙе Берҙән-бер Алланы һүрәтләгән термин булып тора. Ишвараны интуст пантеонындағы күп һанлы девалар менән бутарға ярамай. Ведыларҙа уларҙың һаны 33 миллионға етә тип әйтелә. Индуизмда девалар — кешеләрҙән өҫтөнөрәк булған күктә осоп йөрөүсе ярым аллалар (алиһәләр).

ХристианлыҡҮҙгәртергә

Христиан динендә өс аллалыҡ (троица) тураһында ғибрәт бар. Христиандарҙа алла берҙән-бер, шул ук ваҡытта берҙән-бер алла өс алланан тора: Алла-Ата, Алла-Ул (Иисус Христос) һәм Алла-Изге Рух. Аҡылға һыймаҫлыҡ троицаны дини руханиҙәр «Алланың серен танып белеп булмай» тип аңлаталар.

БуддизмҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Аллах // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Аверинцев, 2000—2001, «Ислам заимствует библейский образ Бога, фактически не имея добавить к нему ничего принципиально нового, но ослабляя потенциал заложенного в нем историзма и резче подчеркивая дистанцию между Богом и человеком (в частности, несводимость действий Бога к человеческим моральным представлениям»).
  3. Islam supplements Allah as the name of God with the 99 most beautiful names (asma Allah al-husna), understood as nondescriptive mnemonic guides to the Divine attributes. — Allah // Columbia Encyclopedia (инг.)баш.