Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы
Нафиҡова Асия Закуан ҡыҙы (9 октябрь 1932 йыл — 4 февраль 1995 йыл) — 1956—1994 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1972) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
Асия Нафиҡова | ||||
Исеме: |
Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты: | ||||
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Шишмә районы, Ураҙбахты ауылы | |||
Вафат ваҡыты: | ||||
Вафат урыны: | ||||
Гражданлығы: | ||||
Театр: |
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры | |||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәАсия Заҡуан ҡыҙы Нафиҡова 1932 йылдың 9 октябрендә Шишмә районының Ураҙбахты ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1]. Ата-әсәһе — Заҡуан һәм Бәғидә округта бик хөрмәтле кешеләр була. Нафиҡовтар ғаиләһе күп һанлы була, Асиянан тыш унда тағы ете бала тәрбиәләнә. Ата-әсә белем алыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлай һәм балаларына тейешле белем бирә, һуңынан улары билдәле етәкселәр, партия эшмәкәрҙәре, педагогтар булып китә.
Асияға 13 йәш булғанда, ғаиләһе Өфөгә күсенеп килә. Буласаҡ актриса Өфөнөң 35-се татар мәктәбен тамамлай. 10-сы синыфта уҡығанда уға үҙешмәкәр мәктәп спектаклендә ҡатнашыуҙы ышанып тапшыралар. Александр Фадеевтың «Йәш гвардия» романы буйынса спектаклдә Асия төп геройҙарҙың береһен — Ульяна Громованы уйнай. Ошо спектаклгә осраҡлы ғына Өфө театр-художество училищеһы уҡытыусыларының береһе килгән була. Уҡыусы ҡыҙҙың уйынында һис шикһеҙ актёр оҫталыҡтарын күреп, ул Асияға мәктәптән һуң училищеға уҡырға инергә кәңәш итә[2].
Асия Заҡуан ҡыҙы училищеға уҡырға инә. 1953 йылда Асия Заҡуан ҡыҙы танылған режиссёр һәм педагог Кәшфелғилем Фәйрүш улы Ғәҙелшиндың класы буйынса театр-художество училищеһын тамамлай[3].
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында конферансье булып эш башлай. Сираттағы концерттан һуң уға һәләтен театр сәхнәһендә һынап ҡарарға тәҡдим итәләр. Был 1956 йылда була. Шунан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Асия Нафиҡова яҙмышын театр менән бәйләй.
1956—1994 йылдарҙа, дүрт тиҫтә йылға яҡын, ул Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһай. Ошо йылдар эсендә Асия Заҡуан ҡыҙы күңел йылыһы һәм мөләйемлеге менән һуғарылған байтаҡ ҡатын-ҡыҙ образдарын тыуҙыра[2].
1956 йылдан Асия Нафиҡова Театр эшмәкәрҙәре союзына инә. Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы 1995 йылдың 4 февралендә Өфөлә вафат була, ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнә[2].
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәАктрисаның өҫтөнлөклө сәхнә образы халыҡ тормошона йүнәлтелгән, башҡорттарҙың юғары патриотик рухын һеңдергән, кешегә ҡарата тәрән күңел торошо менән һуғарылған. Ул классик һәм заманса драмаларҙа ла, шулай уҡ башҡорт фольклор-этнографик пьесаларҙа ла берҙәй иҫ киткес уйнай.
«Эҙләнеү йылдары» (А. Арбузов) драмаһында — Галинаны, һуңынан «Муса» (Н. Иҫәнбәт) трагедияһында Муса Йәлилдең ҡатыны Әминә ролен ышанып тапшыралар йәш актрисаға. Һынатмай ул — спектаклдән спектаклгә һәләте асыла бара, сәнғәттә үҙ урыны төҫмөрләнә башлай. Һуңынан инде — Нурия («Әсәйемдең сал сәстәре», Ә. Мирзаһитов), Сания (Д. Исламовтың «Йомарт ер» романы буйынса В. Ғәлимовтың «Ҡуштирәк» инсценировкаһы), Ләйсән («Ауыл күренештәре», Ә. Мирзаһитов), Тамара («Атайыңдың ҡәҙерен бел», В. Лаврентьев) — ул кәүҙәләндергән героиняларҙың бер нисәүһе генә.
Асия Нафиҡова ижад иткән образдар галереяһында Н. Асанбаев драмаһы буйынса ҡуйылған «Фәйзи» спектаклендәге әҙәпһеҙ, ҡылансыҡ Зөһрә ролен театр белгестәре «ҙур оҫталыҡ менән башҡарылып, күптәргә фәһем, ғибрәт булырлыҡ теүәл образ» тип атаһа, М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» драмаһындағы гүзәл, тормошсан Ғәлиәбаныуы (һуңынан Ғәлимәбаныуы) Ҡазан, Мәскәү, Ленинград тамашасыларын да таң ҡалдыра.
М. Кәримдең «Йырланмаған йыр» драмаһындағы Мәстүрә, Туҡтабикә («Ҡыҙ урлау»), Миңлекәй («Айгөл иле») актрисаның етди ижад емештәренең береһе булараҡ һанала. Ә. Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» драмаһы буйынса ҡуйылған спектакль республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була. Унда Асия Нафиҡова Шәфиғаны уйнай.
Карпенко-Карыйҙың «Бәхетһеҙ мөхәббәт» драмаһында ул уйнаған Варка, И. Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәрендә» Марфа, «Их, Өфө ҡыҙҙарында» Тамара, «Тиле йәшлектә» иһә Сәйҙәттәй, Л. Пиранделлоның «Лиола, йәки мут егетендә» Ҡупшыбикә, Ә. Атнабаевтың «Игеҙәктәрендә» Нәсимә, Л. Толстойҙың «Тере мәйетендә» Настасья Ивановна, М. Буранғоловтың «Башҡорт туйында» Йомабикә, Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәрендә» Ғәлимә, Ф. Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәйендә» Хәнә, М. Кәримдең «Киске табынында» Ҡорбанбикә — театр йылъяҙмаһына инеп ҡалған сағыу образдар.
Асия Нафиҡованың исеме бөгөн дә хеҙмәттәштәренең, уны хәтерләгән тамашасының теленән төшмәй, яҡты ла, һағышлы ла бер моң кеүек күңелдәренең иң түрендә һаҡлана.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәИре — Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов, бейеүсе, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1931 йылда тыуған)[4]. Улдары — Рәшит һәм Ирек[5].
Хәтер
үҙгәртергәӨфө ҡалаһының Достоевский урамындағы 102/2-се йортҡа Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Таҡтаташтағы яҙыу: «1968-1995 йылдарҙа был йортта БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы йәшәгән»[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Нафикова Асия Закуановна
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Асия Нафикова - личность редкого самобытного дарования (К 80-летию со дня рождения выдающейся актрисы) . Башинформ. Дата обращения: 11 февраль 2024.
- ↑ Энциклопедия Башкирии → НАФИКОВА Асия Закуановна . Дата обращения: 11 февраль 2024. Архивировано 26 ғинуар 2024 года.
- ↑ НАФИКОВА АСИЯ ЗАКУАНОВНА . Кино-Театр.Ру. Дата обращения: 11 февраль 2024.
- ↑ Большой Русский альбом. Вся Россия в лицах и биографиях . Дата обращения: 12 февраль 2024. Архивировано 12 февраль 2024 года.
- ↑ Памятная доска Нафиковой Асие Закуановне
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2024)
- Нафикова Асия//Башкортостан: Краткая энциклопедия.- Уфа, 1996.- С.428.