Ғайсин Хәлит Ғәлиәхмәт улы

Хәлит Ғәлиәхмәт улы Ғайсин (декабрь 1929 йыл) —  Башҡорт АССР-ның мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Хеҙмәт һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Хәлит Ғәлиәхмәт улы Ғайсин
Тыуған көнө

1929({{padleft:1929|4|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Фёдоровка районы, Ҡораласыҡ ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

уҡытыусыһы

Наградалары һәм премиялары
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғайсин Хәлит Ғәлиәхмәт улы 1929 йылда Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы) Ҡораласыҡ ауылында тыуған. Бала сағы Әлшәй районы Әбдрәшит ауылында үтә. Репрессияланған ғаилә, Себергә ебәрелеүҙән саҡ ҡотолоп, бында күсә.

Дәүләкән ҡалаһының педагогия училищеһында уҡый. Күгәрсен районы Үрге Һаҙ мәктәбендә төрлө фәндәрҙән уҡыта. 1953 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтынын рус бүлеген яҡшы тамамлай. Йүнәлтмә буйынса Шишмә районы Арыҫлан ауылы мәктәбенә уҡыу бүлеге мөдире булып эшләй башлай, бер нисә айҙан Сыуалкип урта мәктәбенә директор булып күсерелә.

1957—1960 йылдарҙа Сәфәр урта мәктәбе етәксеһе вазифаһын башҡара.

1960 йылдан Шишмә районы мәғариф бүлеген етәкләй. 1979 йылдан алып хаклы ялга киткәнсе Шишмә ҡасабаһының 1-се, 5-се урта мәктәптәрен етәкләй.

1990 йылда « Мәслихәт» ойошмаһын булдыра, халыҡтар дуҫлығын, тел, мәҙәниәт, сәнғәт, йололар берҙәмлеген, сәләмәт ғаилә тормошон, мосолман исемдәрен ҡушыуҙы пропагандалай. Мәктәптәрҙә уҡыу планына башҡорт һәм татар телдәрен индереү тураһында һүҙ күтәрә. «Мәслихәт — дуслыҡҡа мәҙхиә», «Ғаилә — кеше аҡылының һәм тәжрибәһенең бөйөк ҡаҙанышы», «Демократик Рәсәйҙең киләсәге, әхлаҡи камиллашыу, халыҡтар дуҫлығы һәм суверенитеты тураһында (ябай гражданин һүҙе)», «Шишмә ҡасабаһының халыҡ мәғарифы», «Башҡорттарҙың туған теле — милли аңдың бөйөк ҡаҙанышы» (брошюра) китаптары, «Ғәлиәхмәт хәҙрәт» романы авторы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә