Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ғилем әл-рижәл, рижәл ғилеме (ғәр. عِلْمُ الرِّجال‎ — «шәхестәр тураһында фән»; рус. Ильм ар-риджаль) — хәҙистәрҙең ышаныслы йәки лайыҡһыҙ икәнлеген асыҡлау өсөн хәҙис тапшырыусыларҙы, уларҙың биографияларын, сығышын, дини һәм сәйәси ҡараштарын, шәхси сифаттарын (ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк дәрәжәһен иҫәпкә алып) өйрәнеүсе шәриғәт дисциплиналарының береһе.

Тарихы үҙгәртергә

Мөхәммәт Пәйғәмбәр тере сағында хәҙистәрҙең һәм уларҙы тапшырыусыларҙың (рауи) хаҡлылығын асыҡлау кәрәкмәгән. Әммә уның вафатынан һуң, сәхәбәләр тере сағында уҡ мосолмандар араһында тарҡалыу башлана; Пәйғәмбәр исеменән уйлап сығарылған, ялған риүәйәттәрҙе үҙҙәренең инаныуҙарын яҡлау өсөн файҙаланған тәүге секталар һәм ағымдар барлыҡҡа килә. Тәүҙә иснәд һәм хәҙистәрҙе тапшырыусыларҙы тикшереү системаһыҙ характерҙа бара, әммә Һижрә буйынса II быуаттың беренсе яртыһында уҡ рижәл ғилеме айырым фәнни дисциплина итеп рәсмиләштерелә[1].

Рижәл ғилеме тбуйынса иң тәүге китаптар:

Әҙ-Ҙәхәби шулай уҡ әл-Вәлид ибн Мөслимдең (195 йылда вафат) был фәнгә бағышланған китабы булғанлығын телгә алған[1].

  1. 1,0 1,1 Мухаммад ибн Матар аз-Захрани. Илм ар-риджал = عِلْمُ الرِّجال. — Дар аль-Худайри. — 354 с.(недоступная ссылка) Проверено Июнь 2018.

Сығанаҡтар үҙгәртергә