Хузангай Пётр Петрович

Педер (Петр Петрович) Хузангай (cыу. Петӗр (Пётр Петрович) Хусанкай; 22 ғинуар 1907 йыл — 4 март 1970 йыл) — сыуаш совет шағиры, тәржемәсе,Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры (), Сыуаш АССР-ының халыҡ шағиры (1950), Сыуаш АССР-ының К. В. Иванов исемендәге дәүләт премияһы (1967), М.Сеспель исемендәге Сыуашстан Комсомол премияһы лауреаты (1969).

Хузангай Пётр Петрович
cыу. Петӗр (Пётр Петрович) Хусанкай
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 22 ғинуар 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) или 9 (22) ғинуар 1907[1]
Тыуған урыны Сиктерме[d], Спас өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 март 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][1] (63 йәш)
Вафат булған урыны Чебоксар, РСФСР, СССР[2]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Кузьмина, Вера Кузьминична[d]
Балалары Хузангай, Атнер Петрович[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, тәржемәсе
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

1907 йылдың 22 ғинуарында Ҡазан губернаһы Сиктерме ауылында (хәҙер Татарстан Республикаһы Алькеевск районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Икенсе баҫҡыс мәктәпте тамамлай. Һуңынан Сыуашстан педагогия техникумында һәм Ҡазанда Көнсығыш педагогия институтында (хәҙер Ҡазан дәүләт университеты) уҡый. 1957 йылда эргәһендәге юғары әҙәби курстарҙы тамамлай СССР Яҙыусылар союзы эргәһендә Юғары әҙәбиәт курстарын тамамлай[3].

«Сунтал» редакция журналының сәркәтибе һәм тәржемәсе һәм әҙәби консультанты, сыуаш үҙәк гәзите «Коммунар» (Мәскәү) хәбәрсеһе булып эшләй. Ижад эшен ҙур йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бергә алып бара. Ул РСФСР Юғары советы, Сыуаш АССР-ының Юғары советы депутаты була. Сыуаш АССР-ы Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе булып эшләй. РСФСР һәм СССР Яҙыусылар Союзы идараһы ағзаһы була.


Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ябай һалдат һәм дивизия гәзиттәре хеҙмәткәре булараҡ фронтта була. Ҡаты яралана. Петр Хузангай исеме хәҙерге сыуаш шиғриәтенең үҫеүе һәм сәскә атыуы менән бәйле. Әҙәбиәтте тыуған халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында тәрән уйланыуҙар менән тулған күп һанлы әҫәрҙәре менән байыта. Петр Хузангай күп кенә рус һәм сит ил классика әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемәләй (А. Пушкин, М. Лермонтов, М. Горький, В. Маяковский, В Шекспир, Т. Шевченко һ.б.). Сыуаш шағирҙарының (К. Иванов һәм М. Сеспель һ.б.). әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә[3].

П. Хузанғай сыуаш яҙыусылары ижадына арналған әҙәби һәм тәнҡитле әҫәрҙәр авторы булараҡ та билдәле. П. Хузангайҙың шиғри диапазоны бик киң. Уның ижадында Рәсәй, Украина, Белоруссия, Латвия, Грузия, Болгария, Куба, Чехословакия, Польша тураһындағы шиғырҙар ҙур урын биләй.

 
Чебоксарҙа П. П. Хузангай ҡәбере

1970 йылдың 4 мартында 64 йәшендә Чебоксарҙа вафат була[3].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

«Тăван çěршыв» («Родина»), «Таня» (Зоя Космодемьянская тураһында , 1942 , 1956 йылдан Сталиндың исемен алып ташлап редакцияланған), шиғыр менән яҙылған « Аптраман тавраш» («Род Аптрамана»). Шиғырҙар циклы «Песни Тилли».

Хузангай һәм уның әҫәрҙәрҙе тураһында, тәнҡит

үҙгәртергә
  • Хлебников Геннадий-Шанар «Сыуаш әҙәби классикаһы һәм уның вариҫтары»(«Чувашская литературная классика и её наследники»)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Сыуаш АССР-ының халыҡ шағиры (1950);
  • Сыуаш АССР-ының К. В. Иванов исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967);
  • М. Сеспель исемендәге Сыуашстан Комсомол премияһы лауреаты (1969);
  • Ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, миҙалдар[4];
  • Сыуаш АССР-ының Батырлыҡ һәм Хеҙмәт Даны почёт китабына индерелгән.(1967).

Шағирҙың тыуған ауылы 1981 йылдан 2004 йылға тиклем Хузангаево тип атала. 2004 йылдың декабрендә Сиктерме-Хуҙангаево тип үҙгәртелә. 2002 йылдың февралендә ауылда П. Хузангай исемендәге музей асыла[5].

Уның хөрмәтенә Чебоксар, Әлмәт ҡалаларында, Сюрбеевка (Ибресинский р-н) һәм Баҙар Матак (Татарстан) ауылдары урамдары аталған.

Чебоксар ҡалаһы Ленин районында П. Хузангай исемендәге урта белем биреү мәктәбе № 49 (айырым предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеү) бар.

Чебоксарҙа ул йәшәгән (1960—1970) йортта — Ленин проспекты, 38 мемориаль таҡта ҡуйылған.

Сыуаш дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты алдындағы скверҙа бюст-һәйкәл ҡуйылған(2006)[6].

Мариҙарҙың тәүге халыҡ шағиры М. Казаков П. Хузангай менән шәхсән таныш була, ул 1970 йылда «Педер Хузангай иҫтәлегенә» шиғыр яҙа, урыҫ теленә А. Казакова тәржемә итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә