Франц Иосиф I

(Франц-Иосиф битенән йүнәлтелде)

Франц Иосиф I (нем. Franz Joseph I., мадьярса  I. Ferenc József, чех František Josef I.; 18 август 1830 йыл, Шенбрунн — 21 ноябрь 1916 йыл, Шенбрунн) — Австрия империяһы императоры һәм 1848 йылдың 2 декабренән алып Богемия короле, 1848 йылдың 2 декабренән 1849 йылдың 14 апреленә тиклем (1 тапҡыр) — Венгрия апостол короле һәм 1849 йылдың 13 авгусынан (2 тапҡыр). 1867 йылдың 15 мартынан ике ил дәүләте — Австро-Венгрия монархияһы башлығы. 68 йыл хакимлыҡ итә, уның батшалыҡ иткән осоро Дунай монархияһына ингән халыҡтар тарихында үҙе бер дәүер.

Франц Иосиф I
нем. Franz Joseph I.
мадьярса  Ferenc József I.
чех František Josef I.
Франц Иосиф I
Флаг
Флаг
Император Австрии,
Король Венгрии,
Король Богемии,
Король Хорватии и Славонии,
Король Галиции и Лодомерии
Флаг
Флаг
2 декабря 1848 года — 21 ноябрь 1916 йыл
Алдан килеүсе: Фердинанд I
Дауамсы: Карл I
Вариҫы: Максимилиан (18481858)
Рудольф (18581889)
Карл Людвиг (18891896)
Франц Фердинанд (18961914)
Карл (19141916)
 
Дине: Католицизм
Тыуған: 18 август 1830({{padleft:1830|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Шёнбрунн, Вена
Үлгән: 21 ноябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (86 йәш)
Шёнбрунн, Вена
Ерләнгән: Император склепы, Вена
Нәҫел: Габсбургтар
Атаһы: Франц Карл
Әсәһе: София Баварская
Ҡатыны: Елизавета Баварская
Балалары: София Фридерика, Гизела, кронпринц Рудольф, Мария Валерия
 
Автограф:
Монограмма: Монограмма
 
Наградалары:
Мария Терезия хәрби ордены
Мария Терезия хәрби ордены
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Австрия Леопольд орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Австрия Леопольд орденының Ҙур тәреһе кавалеры
I дәрәжә Тимер таж ордены
I дәрәжә Тимер таж ордены
Франц Иосиф император орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Франц Иосиф император орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Ҡара бөркөт ордены
Ҡара бөркөт ордены
Ҡыҙыл бөркөт ордены Оло тәре
Ҡыҙыл бөркөт ордены Оло тәре
Орден «Pour le Mérite»
Орден «Pour le Mérite»
Гогенцоллерндар Йорто ордены
Гогенцоллерндар Йорто ордены
Изге Губерт ордены
Изге Губерт ордены
Максимилиан Иосиф хәрби орденының Ҙур тәреһе кавалеры (Бавария)
Максимилиан Иосиф хәрби орденының Ҙур тәреһе кавалеры (Бавария)
Подвязка ордены
Подвязка ордены
Король Викториан ордены кавалеры
Король Викториан ордены кавалеры
Королева Виктория сылбыры кавалеры
Королева Виктория сылбыры кавалеры
Изге Аннунциата юғары ордены кавалеры Италия Тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры Изге Маврикий һәм Лазарь орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Большой крест ордена Святого Гроба Господнего Иерусалимского
Большой крест ордена Святого Гроба Господнего Иерусалимского
Бальи — Намыҫ һәм Тоғролоҡ Мальта орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Бальи — Намыҫ һәм Тоғролоҡ Мальта орденының Ҙур тәреһе кавалеры
I дәрәжә Кенәз Даниил I ордены
I дәрәжә Кенәз Даниил I ордены
Людвиг Гессенский ордены
Людвиг Гессенский ордены
Изге Генрих хәрби ордены
Изге Генрих хәрби ордены
«Святые Равноапостольные Кирилл и Мефодий» орден
«Святые Равноапостольные Кирилл и Мефодий» орден
Йәшел таж ордены
Йәшел таж ордены
Норвегия арыҫланы ордены кавалеры
Норвегия арыҫланы ордены кавалеры
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены

Франц Иосиф I — эрцгерцог Франц Карлдың өлкән улы, император Франц II ейәне. Император Фердинанд I — эрцгерцог Франц Карлдың өлкән ағаһы. Әсәһе — принцесса София Баварская. 1848 йылдың Австрия революцияһы барышында уның олатаһы тәхеттән ваз кисә, атаһы үҙенең хоҡуҡтарынан улы файҙаһына баш тарта һәм 18 йәшлек Франц Иосиф I Габсбургтар күп милләтле көслө дәүләтенең башында булып сыға.

Сәйәси ваҡиғалар

үҙгәртергә
 
Франц Иосиф I. 1851 йыл

Франц Иосифтың ете тиҫтә йыл хакимлыҡ иткән XIX быуат уртаһы бөйөк дәүләт — Австрия империяһы Беренсе бөтә донъя һуғышы һөҙөмтәһендә тулыһынса емерелде.

Яңы император тәхеткә башлыса рус ғәсҡәрҙәрҙәре ярҙамы менән генә ултырҙы (Венгрия ихтилалын баҫтырыуҙа ярҙам итеү арҡаһында) Был хәл Австрия монархияһы престижы өсөн емергес удар булды. Ҡырым һуғышы башында рус императоры Николай I әле генә ҡотҡарылған австриялыларҙы яҡлау мәсьәләһендә бик ныҡ торҙо, һүҙенән ҡайтманы. Австрия конфликтҡа инмәһә лә, бер нисә дипломатик хата эшләнде, бигерәк тә нәҡ Австрия тарафынан Рәсәйгә тыныслыҡ һаҡлау шарттары буйынса ҡаты ультиматум ҡуйыуы бәкәлгә һуҡты һәм илде мөһим союздаштарҙан мәхрүм итте. Италияны берләштереү өсөн көрәште Франция һәм Пруссия ярҙамында йәйелдергән Сардиния короллеге оҫта файҙаланды. Һөҙөмтәлә 1860 йылда империя Ломбардияны юғалта, ә Габсбургтар нәҫеле Модена һәм Тосканда хакимлығын юғалттылар.

1866 йылда Австрия герман илдәре араһында лидерлыҡ өсөн Пруссияға ҡаршы һуғыш башлай. Садовая янындағы ҡыйралыш менән тамамланған бәрелештән һуң Австрия армияһы үҙенең еңелеүен танырға мәжбүр була. Австрия Венецияны юғалта һәм төньяҡ герман дәүләттәренең Пруссия менән берләшеүен танырға мәжбүр була.

Күп тә үтмәй Венгрия элитаһы Франц ҡатыны Елизавета Баварская ярҙамы менән Франц-Иосифтан уға Австрия немецтары менән бер тиң хоҡуҡтар бирелеүгә һәм Австрия империяһын ике дәүләтле монархияға әүерелдереүенә өлгәште. Яңы революциянан ҡурҡып, венгр милләтсеһе ҡулынан саҡ һәләк булмаған император 1853 йылда боласылар менән килешергә мәжбүр була. Был иһә Дунай монархияһының башҡа халыҡтар араһында ла милли хәрәкәт башланыуsна килтерҙе.

1871 йылда Австро-Венгрия Германия империяһы иғлан ителеүен таный һәм уның менән альянсҡа инә. Был альянсҡа 1880 йылдар уртаһына тиклем Рәсәй ҙә ингән. Был аҙым Франц Иосиф дәүләтенә 1877—1878 йылдарғы рус-төрөк һуғышы барышында Балкандарҙа үҙ йоғонтоһон арттырырға булышлыҡ итә, мәҫәлән, империя Босния-Герцеговинаны башта оккупациялай, һуңынан аннексиялай. Һуңғы ваҡиға Рәсәй менән килешмәүсәнлекте көсәйтеүгә, Сербия менән асыҡ ҡара- ҡаршы тороуға һәм, ниһайәт, Австро-Венгрияның Беренсе донъя һуғышында һис һүҙһеҙ ҡатнашыуына килтерә.

Үҙе Франц Иосиф империяһының емерелеүен күрмәй, 1916 йылда ул 86 йәшендә вафат була.

Ғаилә драмалары

үҙгәртергә

1854 йылда Франц Иосиф өйҙәгеләр араһында Сиси тип йөрөтөлгән Бавария принцессаһы Елизаветаға өйләнә. Франц Иосифтың әсәһе эрцгерцогиня София Баварская менән уның мөнәсәбәттәре яҡшынан булмай һәм был хәл Елизаветаның нервылары ҡаҡшауға булышлыҡ итә. Император фамилияһының престижы былай ҙа Франц Иосиф I ҡустыһы Людвигтың (һуңынан Венанан ҡыуыла) гомосексуаль мажаралары арҡаһында бәүелгән хәлдә була, артабанғы ҡатмарлыҡтарҙан ҡасып, үҙ һүҙле ҡәйнәһенән алыҫыраҡ булыр өсөн дә Елизавета император һарайынан ситләшә. 1875 йылдан ирле-ҡатын өсөн Бад — Ишле виллаһы йәйге резиденция була. 1860 йылдарҙан башлап императрица ғүмерен сәйәхәттәрҙә үткәрә, ире менән бик һирәк осраша һәм балаларын да күрмәй тиерлек.

Беренсе фажиғә Франц Иосиф ғаиләһен 1867 йылда Мексика республикандары уның бер туған ағаһы Мексика императоры тип иғлан ителгән Максимилианды атып үлтергәндән һуң була. 1872 йылда Франц Иосифтың ҙур абруй ҡаҙанған әсәһе София, алты йылдан атаһы Франц Карл вафат булалар.

Франц Иосиф менән Елизаветаның ғаилә мөнәсәбәттәре ваҡыт үтеү менән тулыһынса боҙола. Тимер юлдары хеҙмәткәре ҡатыны Анна Наговски менән император араһында ғишыҡ бәйләнеше 14 йыл дауамында бара. Франц Иосиф Анна Наговскиҙың ике балаһының — Хелена һәм Францтың — атаһы, тигән фараз йәшәй. 1885 йылдан актриса Катарина Шатт императорҙың һөйәркәһе була, уларҙың мөнәсәбәттәре бер касан да йәшерелмәне.

 
Франц Иосиф 1855 йылда

Франц Иосифтың берҙән-бер улы һәм вариҫы, кронпринц Рудольф, версияларҙың береһе буйынса, 1889 йылда Майерлинг замогында, башта һөйгәне баронесса Мария Вечераны үлтереп, үҙен-үҙе атып үлтерә. Икенсе версия буйынса, тәхеттең берҙән — бер тура вариҫының үҙ — үҙенә ҡул һалыуы имитация ғына, Рудольф — ентекләп әҙерләнгән сәйәси үлтереү ҡорбаны. 1898 йылда королева Елизавета Баварская Женевала итальян анархисы Луиджи Лукен ҡулынан һәләк була.

Рудольфтың серле вафатынан һуң тәхеттең яңы вариҫы императорҙың ҡустыһының улы Франц Фердинанд була. 1914 йылда яңы тәхет вариҫы ҡатыны менән бергә Сараевола серб террорисы Гаврило Принцип ҡулынан үлтерелә. Тәхет вариҫы итеп Франц Фердинандтың ҡустыһы Отто Францтың улы Карл Иосиф тәғәйенләнә.

Папа курияһы менән мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә

Император Франц Иосиф 1903 йылдағы Папа конклавында кардинал Рамполла дель Тиндароны папалыҡҡа һайлауға тыйыу (вето) һала. Тыйыу формулаһын император исеменән Краков кардиналы Пузина иғлан итә. Кардиналдар папалар менән конфликттары булмаған берҙән-бер монарх Франц Иосифҡа ҡаршы тора алмай. Джузеппе Сарто һайлана. Франц Иосиф үҙенең идара иткән 68 йыл осоронда тыйыуға хоҡуғын тик бер мәртәбә генә ҡуллана һәм тарихта ошо хоҡуҡ менән ҡулланған һәм уны яңы папа Пий Х юҡҡа сығарған һуңғы монарх булып һанала.

Император консервативлығы, көнкүреш ябайлығы, әҙәпкә һәм ғөрөф — ғәҙәттәргә иғтибарлылығы менән билдәле була. Ул үҙен «иҫке мәктәптең һуңғы монархы» тип исемләгән. Уның ағаһын Мексикала үлтергәндән һуң император ғүмерен аҙағынаса, 50 йыл тиерлек, Мексика илселәрен ҡабул итмәгән. Һарайына ул телефон үткәртмәгән һәм бик ҙур ауырлыҡ менән электр энергияһын үткәрергә риза булған. Үҙ — үҙенә ҡул һалғанға оҡшаған хәлдә улы һәләк булғас, Франц Иосиф бөтә Европа монархтарына кронпринцтың һәләк булыуына һунарҙағы осраҡлы атыу сәбәп булды тип белдерә, әммә папа Лев XIII улының үҙенә ҡул һалыуы тураһында дөрөҫөн яҙа.

Франц Иосиф «һабан турғайы» булараҡ оҙайлы батшалыҡ осоронда бөтә империяны үҙенең режимына өйрәтеп бөткән. Шуға ла йыш ҡына австриялылар, венгрҙар, словактар һәм чехтар әлегә тиклем иртә торалар һәм иртә йоҡларға яталар, тиҙәр. Ошо тәртипкә бәйле ҡалаларҙағы тормош иртәрәк башлана һәм иртәрәк туҡтап ҡала.

Титулдары, исемдәре, наградалары

үҙгәртергә
Маҡтаулы исемдәре
Наградалары
  • 4-се дәрәжә Изге Георгий Рәсәй ордены кавалеры (2 июнь 1849, Григорович-Степанов кавалерия исемлеге буйынса 8141 һан аҫтында)
  • 1845 йылдың 18 декабрендә Изге Андрей Первозванный ордены менән бүләкләнгән[1]

Ата-бабалары

үҙгәртергә

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Франц Иосиф сәнғәт менән ҡыҙыҡһынмаған, әммә бойомға аша алмаған колониаль ҡаҙаныштарына өмөт итеп географик тикшеренеүҙәрҙе ҡурсалаған, Әйтәйек, Африка илдәрендә сәйәхәт ҡылыусы чех Эмиль Голуб һәм Рудольф күлен асҡан венгр графы Самуэл Телек уның илтифатлылығы менән файҙаланалар. Словак Матицаһы учредителе була, 1000 алтын тәнкә индерә. Чех музыканты Ян Кубеликка дворянлыҡ һәм герб тәҡдим итә, тик тегеһе, мин чех һәм ябай кеше, тип тәҡдимде инҡар итә, Император барлыҡ профессорҙарҙың да билдәле диндә булыуҙарын талап итә. Альберт Эйнштейнға был талап Прагалағы немец университетының штаттағы профессор посын алырға ҡамасаулай.

Австрия императоры ғаилә бәхетһеҙлектәренең ҡыҫҡаса тарихы бик тулы һәм карикатуралы Ярослав Гашектың «Йылғыр һалдат Швейктың мажаралары» («Похождения бравого солдата Швейка») романында күрһәтелә. Швейк нишләптер Франц Фердинандты императорҙың олатаһы (был үҙенән-үҙе абсурд), ә эрцгерцог Иоганн Сальвадорҙы (Иоганн Орт) — уның ағаһы ти. Чехтарҙың «Прогулкин бабайға» ҡарата («Starej Procházka» — Франц Иосифтың ҡушаматы чехтарҙа) үтә ерәнес мөнәсәбәте көн кеүек асыҡ. Мәҫәлән, нәҡ Швейк яғынан император хөрмәтенә тост күтәреүҙәре уның психик яҡтан зәғифлеген һәм һай аҡыллылығын хатта Австро — Венгрия вазифалы яҡлаусыларында ла бер ниндәй ҙә шик ҡалдырмай:

«Аҫта имза ҡуйған суд врачтары өҫтә күрһәтелгән комиссия алдына килеп баҫҡан Йозеф Швейктың тулыһынса психик оңҡотлоғон һәм тыумыштан миңрәүлеген билдәләүҙә килеште. Йозеф Швейктың миңрәүлеге уның:"Йәшәһен император Франц-Иосиф Беренсе" — тмгән белдереүенән күренә һәм был Йозеф Швейктың психик торошон асыҡтан -асыҡ идиот тип билдәләү өсөн етерлек."

Бындай мөнәсәбәт иҙеү сәйәсәте һәм славяндарҙы германизациялау (мәҫәлән, чехтарҙы) Австро — Венгрияла һәм императорҙың хакимлығы ахырына көсәйгән деградация менән аңлатыла. Был хәл романда бик сағыу күрһәтелгән. Сатирик яҡтан Франц — Иосиф империяһы австриялы Роберт Музилдең «Үҙенсәлекһеҙ кеше» («Человек без свойств») романында ла һүрәтләнгән: Австро — Венгрия хөкүмәте 1913 йылда үҡ 1918 йылда Германияла үткәреләсәк Вильгельм II хакимлығының 30 йыллыҡ юбилейе айҡанлы байрамға лайыҡлы яуап бирергә теләй. Франц Иосиф хакимлығының 70 йыллыҡ тантанаһына күрше Германиянан хөртөрәк булмаған махсус Австрия дәүләте идеяһын әҙерләр өсөн махсус комитет төҙөлөргә тейеш була. Иң ҡыҙығы, китап уҡыусыһына 1918 йылда бер кем дә лә байрам ҡайғыһы булмаясағы һәм император Франц Иосиф үҙе был йылға тиклем йәшәмәйәсеге яҡшы билдәле.

Йомшағыраҡ тонда император образы Йозеф Ротаның «Радецкий маршы» («Марш Радецкого») романында һүрәтләнә, әммә унда монархияның юҡҡа сығыуы сағылдырыла. Франц Иосиф шулай уҡ венгр драматургы Миколаш Хубаи пьесаһы "Фрейд йәки төш юраусының төшө " ("Фрейд, или сон толкователя снов ") персонажы була. Пьесала императорҙың психоанализға нигеҙ һалыусы, романдар авторҙары чех яҙыусыһы Владимир Нефф («Иҫәп — хисап буйынса никах»), австриялы Эгон Цезарь Корти («Император мөхәббәте») менән осрашыуы күрһәтелә.

«Премьер сиған» опереттаһында император Франц Иосиф образы ролдәрҙең береһендә була. Былай ғына ла түгел, өлөшләтә сюжет императорҙың һәм элекке ваҡытта актёр булған уның хеҙмәтсеһе Кадоның тышҡы киәфәте оҡшашлығына ҡоролған. Киң билдәле «Элизабет» мюзиклында Франц Иосиф төп рөлдәрҙең береһендә сағылдырыла.

Кино һәм телеэкрандарҙа Франц Иосиф образы «Сисси», «Гималайҙарҙағы шау-шыу», «Император өсөн марш», «Майерлинг», «Кронпринц Рудольф», «Тыңғыһыҙ императрица», «Сисси һәм император үбеүе» фильмдарында һүрәтләнә.

Эпонимдар

үҙгәртергә
  • Император хөрмәтенә Рәсәйгә ҡараған 1873 йылда Австро-Венгрия поляр экспедицияһы асҡан Франц-Иосиф Ере аталған.
  • Император Франц Иосифтың 60 йыллыҡ хакимлығы хөрмәтенә 1907 йылда асылған астероидҡа (652) Юбилатрикс исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Карабанов П. Ф. Списки замечательных лиц русских / [Доп.: П. В. Долгоруков]. — М.: Унив. тип., 1860. — 112 с. — (Из 1-й кн. «Чтений в О-ве истории и древностей рос. при Моск. ун-те. 1860»)
Алдан килеүсе:
Фердинанд I
Австрия императоры,
Венгрия короле,
Богемия короле

18481916
 
Һуңынан килеүсе:
Карл I