Карл I (Австрия императоры)
Карл I (Карл Франц Иосиф, нем. Karl I. Franz Josef, 17 август, 1887, Перзенбойг-Готсдорф, Түбәнге Австрия — 1 апрель, 1922, Фуншап, Мадейра) — Австро-Венгрия императоры, Чехия короле (Карел III, чех. Karel III исеме аҫтында .) һәм Венгрия короле(Карой IV, венг. IV. Károly исеме аҫтында) 1916 йылдың 21 ноябренән 1918 йылдың 12 ноябренә тиклем.
Карл I | |||||||||||||
Karl Franz Josef von Habsburg-Lothringen | |||||||||||||
| |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
21 ноябрь, 1916 йыл — 12 ноябрь, 1918 йыл | |||||||||||||
Алдан килеүсе: | Франц Иосиф I | ||||||||||||
Дауамсы: | титул юҡҡа сығарылған | ||||||||||||
Вариҫы: | Кронпринц Отто фон Габсбург | ||||||||||||
| |||||||||||||
21 ноябрь 1916 йыл — 1 апрель 1922 йыл | |||||||||||||
Алдан килеүсе: | Франц Иосиф фон Габсбург-Лотаринген | ||||||||||||
Дауамсы: | Отто фон Габсбург-Лотаринген | ||||||||||||
Дине: | Католик сиркәүе | ||||||||||||
Тыуған: | 17 август 1887 Перзенбойг-Готсдорф, Түбәнге Австрия, Австро-Венгрия | ||||||||||||
Үлгән: | 1 апрель 1922 (34 йәш) Фуншал, Мадейра, Португалия | ||||||||||||
Ерләнгән: | Мадейра | ||||||||||||
Нәҫел: | Габсбургтар | ||||||||||||
Исеме: | нем. Karl Franz Josef Ludwig Hubert Georg Maria von Österreich | ||||||||||||
Атаһы: | Эрцгерцог Отто Франц | ||||||||||||
Әсәһе: | Мария Йозефа Саксонлы | ||||||||||||
Ҡатыны: | Цита Бурбон-Пармская | ||||||||||||
Балалары: | Отто, Аделаида, Роберт, Феликс, Карл Людвиг, Рудольф, Шарлотта, Елизавета | ||||||||||||
Белеме: | Карл университеты Шотландская гимназия[d] | ||||||||||||
Автограф: | |||||||||||||
Монограмма: | |||||||||||||
Наградалары: |
Австро-Венгрия: Башҡа дәүләттәрҙең: | ||||||||||||
Вариҫ
үҙгәртергәГабсбургтар династияһының һуңғы хакимы, Карл династияның ситтәге тармағына ҡарай: тура һыҙыҡ буйынса ҡарт олатаһының атаһы Франц II ҡына император була. Карлдың атаһы Франц Иосиф I туғанының улы эрцгерцог Отто (1865—1906) була. Карл тыуған саҡта тәхеткә сират буйынса бишенсе була, яңы вариҫтарҙың тыуыуы уны таждан тағы ла нығыраҡ алыҫайта ала ине. Әммә Франц Иосиф үҙенең бер бөртөк улынан (1889 йылда һәләк була, ир балалары булмай), үҙенең ағаһын эрцгерцог Карл Людвигты (1896 йылда вафат була), кесе ир туғанын Оттоны (1906 йылда йүнһеҙ йәшлек һөҙөмтәһе булған ауырыуҙарҙан үлә) һәм, ниһайәт, морганатик никахтан балалары тәхеткә дәғүә итә алмаған өлкән ир туғаны Франц Фердинандтан (1914 йылда Сараевола үлтерелә) оҙағыраҡ йәшәй. Ошонан һуң һәм бер үк ваҡытта Беренсе донъя һуғышы башланыуы менән 27 йәшлек эрцгерцог Карл үҙенең 84 йәшлек ике туған ҡартатаһының сираттағы вариҫы була.
Батшалыҡ итеү дәүере
үҙгәртергәФранц Иосифтың вафаты 1916 йылдың 21 ноябрендә Карл I Австрия һәм Венгрия тәхеттәренә ултыртты. Был ваҡытҡа хәрби һәм илдең эске сәйәси хәле ифрат ауыр була. Император Карл ғәсҡәрҙәр менән командованиены шәхсән үҙ өҫтөнә ала һәм венгрҙарҙың ярҙамына өмөт итеп, хәрби осорға ҡарамаҫтан, 1916 йылдың декабрь аҙағында Будапешта таж кейә.
Ҡолатылыуы һәм һөргөнгә ебәрелеүе
үҙгәртергә1918 йылдың ноябрендә Австро-Венгрия тарҡалғанынан һуң император, дәүләт идаралығынан ситләшеүе тураһында (йәғни, был тәхеттән баш тартыу түгеллеген һыҙыҡ аҫтына ала), тип иғлан итә.
1921 йылдың 26 мартында ул Венгрия тәхетен тыныс юл менән ҡайтарырға историографияла Пасха кризисы исемен алған беренсе аҙым эшләне. Император йәшерен хәлдә, Аристид Бриандың ышанысһыҙ вәғәҙәләренә өмөтләнеп, уның ярҙамлашырға ризалығын алырға тырышып һәм Венгрия легитимистарына, шул иҫәптән, адмирал Миклош Хортиның терәгәнә һәм дәртләндереүенә таянып, Будапештҡа килә. 3 апрелдә Бриан күмәк кеше алдында йәберләүгә дусар булған монарх менән бәйләнештәренән баш тарта. Әммә Кесе Антантаның йоғонтоһо арҡаһында Габсбургтарҙың хакимлығының тергеҙелеүе килеп сыҡмай. Дәүерҙең сәйәси реалийҙарын яҡшы аңлаған Хорти үҙе ысынбарлыҡта Карлға ярҙам итеүҙән баш тарта, сөнки уның тәхеткә күрһәтелеү осрағында Чехословакия һәм Словения, Хорватия һәм Сербия короллеге үҙҙәренең ғәсҡәрҙәрен илгә индереүҙәре бар ине (1921 йылдың 28 мартында Прага һәм Белгород тарафтарынан рәсми рәүештә тергелеүҙе һуғышҡа сәбәп итеп баһалаусы ноталар бирелә). Һуңынан үҙенең мемуарҙарында адмирал императорҙы уйламай эшләгән аҙымдан һаҡлап ҡалыр өсөн ғүмерендә ике бик ауыр сәғәт кисереүе тураһында яҙа. Уның фекерен Венгрияның премьер-министры граф Пал Телеки ҡеүәтләй. Ашығыс рәүештә йыйылған парламент 1 апрелдә Хортиға ышаныс белдерҙе. 4 апрелдән 5 апрелгә ҡараған төндә Карл бик теләмәй генә Венгрияны ҡалдыра һәм адмиралға ҡарата тәрән күрә алмау тойғоһо менән, уны һатлыҡ йән тип иҫәпләүгә сәбәп алып, поезда Швейцарияға китә.
1921 йылдың 21-24 октябрендә Карл тағы бер ҡабат тәхетте ҡайтарырға ниәт ҡыла һәм үҙенең һалдаттары менән Будапештҡа тиклем тиерлек барып етә, әммә әсирлеккә алына һәм шул уҡ йылдың 19 ноябрендә һөргөн булараҡ билдәләнгән Мадейра утрауына алып барыла. Шул уҡ йылда Венгрия парламенты Габсбургтар — Лотарингтар нәҫелен Венгрия тәхетенә ултыртҡан 1713 йылдағы Прагматик санкцияһын ғәмәлдән сығарып, хоҡуҡи яҡтан Габсбургтарҙы тәхеттән ҡолата.
1922 йылдың март айында элекке император һыуыҡ тейҙереп үпкә шешеүе менән ауырып китә һәм 1 апрелдә вафат була, Мадейрала ерләнә.
Вафатынан һуң
үҙгәртергә2004 йылда лютеран, Католик сиркәүе тарафынан беатифициялана (дәрүиш рәтенә индерелә)[1].
Ғаилә һәм вариҫтары
үҙгәртергәКарл I 1911 йылдан аҙаҡҡы Парма герцогы Роберт I ҡыҙы принцесса Цита Бурбон-Пармскаяға өйләнгән була. Ул иренең вафатынан һуң оҙаҡ йылдар йәшәй һәм 1989 йылда үлә. Уларҙың никахы күп балалы була: биш улдары һәм өс ҡыҙы тыуа, өлкән улдары Отто (1912—2011) австриялы император нәҫеленең башлығы (демократик — республика карашлы), Европарламенттың депутаты була.
Барлығы 35 йыл ғына йәшәгән Карл I вариҫтары күп балалы һәм оҙон ғүмерле булалар. Императорҙың биш улынан өсәүһе 90 йәштән ашыу йәшәй, ә иң өлкәне 98 йәшендә вафат була. Карл I тура ир енесе тармағынан ғына 13 ейәне һәм 23 бүләһе була. Шуға күрә Габсбургтар нәҫеле Европала династия вәкилдәре һаны буйынса тик Бурбондарҙан ҡалышып, иң эреләрҙән һанала. 2011 йылдың 6 сентябрендә 95 йәшендә Карл I биш улының һуңғыһы — Феликс вафат була[2].
Императорҙың кесе улы Рудольф (1919—2010) рус графиняһы Ксения Чернышева-Безобразова өйләнә, ә уларҙың оло ҡыҙҙары 1981 йылда ҡыҙы кенәз Петр Голицынға кейәүгә сыға[3].
Хәрби званиелары
үҙгәртергә- австриялы генерал-майор һәм контр-адмирал (14 июль, 1915)
- австриялы фельдмаршал-лейтенант һәм вице-адмирал (12 март, 1916)
- австриялы кавалерия генералы һәм адмирал (1 август, 1916)
- австриялы генерал-полковник һәм гросс-адмирал (1 ноябрь, 1916)
- австриялы фельдмаршал (21 ноябрь, 1916)
- германиялы адмирал (30 ноябрь 1915)
- пруссиялы генерал-фельдмаршал (12 февраль, 1917)
- төрөк муширы (маршал) (21 май, 1918)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.nytimes.com/2004/10/04/news/04iht-pope_ed3_.html?
- ↑ В Мексике умер последний сын последнего императора Австро-Венгрии
- ↑ Habsburg 7 . Дата обращения: 11 апрель 2013. Архивировано 14 апрель 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- «The Last Empress, The Life & Times of Zita of Austria-Hungary 1892—1989» by G. Brook-Shepherd 1991,ISBN 0-00-215861-2.
- Flavia Foradini, «Otto d Asburgo. L ultimo atto di una dinastia», mgs press, Trieste, 2004. ISBN 88-89219-04-1
Алдан килеүсе: Франц Иосиф I |
Австро-Венгрия императоры, Австрия императоры, Венгрия короле (Карл IV исеме аҫтында), Чехия короле ( Карел III исеме аҫтында) 1916—1918 |
Һуңынан килеүсе: — |