Француз колониаль империяһы
Француз колониаль империяһы (франц. L’Empire colonial français) — 1534—1980 йылдар араһында Францияның колониаль биләмәләре. Британ империяһы һымаҡ, Франция донъяның барлыҡ төбәктәрендә колониаль территорияларға эйә булған, әммә уның колониаль сәйәсәте Бөйөк Британиянан ныҡ айырылған. Францияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре (диңгеҙ аръяғы департаменттары, сообществолар һәм махсус статуслы административ-территориаль берәмектәр) ҡасандыр ҙур колониаль империяның ҡалдыҡтары булып тора, улар араһында тик Француз Гвианаһы материкта урынлашҡан. Ҡалғандары — утрауҙар (Француз Полинезияһы, Мартиника, Майотта һәм башҡалар), һәм шулай уҡ айырым территория (Яңы Каледония утрауы). Франкофония — француз телле илдәрҙең берлеге шулай уҡ француз колониаль дәүеренең хәҙерге мираҫы булып тора.
Француз колониаль империяһы | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1534 |
---|---|
Рәсми тел | Француз теле |
Гимн | Марсельеза[d] |
Донъя ҡитғаһы | Төньяҡ Америка, Көньяҡ Америка, Африка һәм Азия |
Дәүләт | Франция |
Административ үҙәк | Париж |
Валюта | французский франк[d] |
Алыштырған | Q25392189? |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1980 |
Француз колониаль империяһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБөйөк асыштар дәүерендә Франция Европа илдәренән өсөнсө булып (Португалия һәм Испаниянан һуң) диңгеҙ аръяғы территорияларҙы өйрәнеүгә һәм колонияллаштырыуға керешә. Пиреней ярымутрауы илдәренән айырмалы рәүештә, француздар тропик киңлектәрҙән тыш уртаса киңлектәге территорияларға күҙ ташлай. Мәҫәлән, 1535 йылда француз Жак Картье Изге Лаврентий йылғаһының тамағын өйрәнә, шулай итеп Төньяҡ Америка континентының бөтә үҙәк өлөшөн биләгән Яңы Франция колонияһына нигеҙ һалына.
Иҡтисади һәм хәрби мөнәсәбәттә Пиреней илдәренә ҡарағанда Франция шулай уҡ алдынғыраҡ булған. Француздар диңгеҙ аръяғы тикшеренеүҙәре менән үҙенең Европалағы төп көнәркәше — Британ империяһынан 70 йылға алдараҡ ҡыҙыҡһына башлаған. Бынан башҡа, шул ваҡытта Францияның халҡы Бөйөк Британияныҡынан өс тапҡыр күберәк булған. Әммә эске сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, сауҙа-иҡтисади инфраструктураһының көсһөҙлөгө, һәм шулай уҡ күскенселек колониализмы моделенең фактик рәүештә уңышһыҙ булыуы XVIII быуат уртаһына ҡарай Францияны икенсе урынға шылдырған — уларҙы тик Бөйөк Британия ғына тормошҡа ашыра алған.
Периодизация
үҙгәртергәФранцуз колониаль империяһы эволюцияһына Франция һәм Бөйөк Британияның көнәркәшлеге бигерәктә ҙур йоғонто яһаған. Был көнәркәшлек XVIII быуат уртаһына үҙенең пигына еткән һәм һуңғыһының еңеүе менән тамамланған. Француз колониализмын хронологик рәүештә артабанғы осорҙарға бүлергә мөмкин:
- Беренсе француз колониаль империяһы шартлы рәүештә 1546—1809 йылдарҙа булған, уның биләмәләренең (башлыса Төньяҡ Америкала урынлашҡан) майҙаны яҡынса 8 013 624 км² барып еткән.
- 1763 йылғы Париж договоры Францияны Төньяҡ Америкалағы (хәҙерге Канада һәм АҠШ территорияларында) ҙур биләмәләрҙән, шулай уҡ Сенегалдан, мәхрүм иткән.
- 1803 йылда Луизиананы һатыу, 1804 йылғы Гаитила инҡилап һәм 1809 йылда португалдар тарафынан Француз Гвианаһын яулап алыу беренсе колониаль империяны тулыһынса емергән.
- Икенсе француз колониаль империяһы шартлы рәүештә 1814—1962 йылдарҙа булған, 1943 йылға ҡарай уның биләмәләренең (башлыса Африкала һәм Азияла урынлашҡан) майҙаны яҡынса 13 500 000 км² (планетаның ҡоро ер майҙанының 9,0 %-ын тәшкил иткән) барып еткән.
- 1814 йылда Бөйөк Британия һәм Португалия Францияға Сенегалды, Кариб диңгеҙендәге бер нисә утрауҙарҙы, Гвиананы ҡайтарғандар.
- 1830 йылда француздарҙың Алжирға үтеп инеүе Африка һәм Азияны киң колонизациялауға юл асҡан.
- Был территорияларҙың ҙур өлөшө француз колониализмынан 1945—1962 йылдарҙа азат ителгән.
Шул уҡ ваҡытта тик Сенегал, Кариб диңгеҙендәге бер нисә утрауҙары, Француз Гвианаһы ғына ике колониаль империялар осоронда ла Франция ҡулында булған.
Демография (1919—1939)
үҙгәртергә1921 | 1926 | 1931 | 1936 | |
---|---|---|---|---|
Франция метрополияһы | 39.140.000 | 40.710.000 | 41.550.000 | 41.500.000 |
Колониялар, протектораттар һәм мандатлы территориялар | 55.556.000 | 59.474.000 | 64.293.000 | 69.131.000 |
Барлығы | 94.696.000 | 100.184.000 | 105.843.000 | 110.631.000 |
Донъя халҡынан өлөшө (%-ҙа) | 5,0 % | — | 5,1 % | - |
Сығанаҡтар: INSEE,[1] SGF[2] |
Диңгеҙ аръяғы экспансияһы
үҙгәртергәАртабанғы исемлектә яулап алыуҙың хронологик рәүештә Францияға ҡарата диңгеҙ аръяғында булған һәм ҡасандыр уға буйһонған донъяның бөтә территориялары күрһәтелгән.
Колониаль компаниялар
үҙгәртергә- 1625—1635 Compagnie de Saint-Christophe
- 1627—1663 Яңы Франция компаниялары
- 1635—1651 Compagnie des Îles de l’Amérique
- 1664—1667 Compagnie de l’Occident
- 1664—1674 Француз Вест-Һинд компанияһы
- 1664—1769 Француз Ост-Һинд компанияһы
- 1672—1702 Compagnie du Sénégal
- 1684—1720 Mississippi Company
- 1712—1717 Кроза компанияһы
- ? — 1882 Compagnie du Sénégal et de la Côte occidentale d’Afrique
- 1878—1882 Société française de l’Afrique équatoriale
Наполеон Францияһының экспансияһы
үҙгәртергә- Бельгия
- Батавия республикаһы (Голландия)
- Германияның көнбайыш өлөшө (Рейн берләшмәһе)
- Швейцария
- Италия (Пьемонт, Тоскана, Папа өлкәһе, Неаполь короллеге һәм башҡалар)
- Испания (Галисия һәм Гранаданан тыш)
- Иллирия (Далмация)
- Варшава герцоглығы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (фр.) INSEE. TABLEAU 1 - ÉVOLUTION GÉNÉRALE DE LA SITUATION DÉMOGRAPHIQUE . Дата обращения: 3 ноябрь 2010. Архивировано 11 март 2012 года.
- ↑ (фр.) Statistique générale de la France. Code Officiel Géographique - La IIIe République (1919-1940) . Дата обращения: 3 ноябрь 2010. Архивировано 11 март 2012 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Керов В. Л. Французская колонизация островов Индийского океана. XVII—XVIII вв. — М.: Наука, 1990. — ISBN 5-02-016922-6
- Субботин В. А. Французская колониальная экспансия в конце XIX в.: экваториальная Африка и острова Индийского океана. — М.:
Издательство восточной литературы, 1962.
- Черкасов П. П. Судьба империи: очерк колониальной экспансии Франции в XVI—XX вв. — М.: Наука, 1983.
- Черкасов П. П. Распад колониальной империи Франции: кризис французской колониальной политики в 1939—1985 гг. — М.: Наука, 1985.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Французская империя // Энциклопедия Кругосвет