Изге Лаврентий йылғаһы

(Изге Лаврентий (йылға) битенән йүнәлтелде)

Изге Лаврентий йылғаһы (франц. fleuve Saint-Laurent, ингл. Saint Lawrence River) — АҠШ һәм Канада территориялары аша ағыусы һәм Бөйөк күлдәрҙе Атлантик океан менән тоташтырыусы Төньяҡ Америкалағы ҙур һыу артерияһы.

Изге Лаврентий йылғаһы
фр. fleuve Saint-Laurent, ингл. Saint Lawrence River
Квебекта Изге Лаврентий йылғаһының яры
Квебекта Изге Лаврентий йылғаһының яры
Характеристика
Оҙонлоғо 1197 км
Бассейн 1 344 200 км²
Һыу сығымы 10 400 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Онтарио
 · Бейеклеге 250 м
 · Координаталар 44°11′06″ с. ш. 76°33′03″ з. д.HGЯO
Тамағы Изге Лаврентий ҡултығы
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 48°02′16″ с. ш. 69°34′27″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Атлантик океан

Илдәр Америка Ҡушма Штаттары АҠШ, Канада Канада
Изге Лаврентий йылғаһы (Канада)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Изге Лаврентий йылғаһы Викимилектә
Изге Лаврентий йылғаһы бассейны

Гидрография

үҙгәртергә

Тамағында йылғаның киңлеге 130 километр тәшкил итә. Оҙонлоғо 1197 км[1], бассейн майҙаны — 1 344 200 км².[2]

Йылғаға француз сәйхәтсеһе Жак Картье тарафынан исем бирелгән. Йылға ҡойған ҡултыҡ та (Изге Лаврентий ҡултығы) шул уҡ атаманы йөрөтә.

Яр буйының текә ҡаялары һәм үҙәндәре һыу менән осрашып донъялағы иң ҙур фьорд — Сагеней фьордын барлыҡҡа килтерә. Ул яҡынса 100 километрға тиклем һуҙыла. Төньяҡтан йылғаға Сагеней ҡушылдығы эстуарий барлыҡҡа килтереп үҙ һыуҙарын ҡоя. Монреаль ҡалаһынан һуң яҡынса 160 километр дауамында йылға бихисап тупһалар менән осраша.

Йылғала белухаларҙы, финвалдарҙы һәм күк киттарҙы осратырға мөмкин. Изге Лаврентий йылғаһында йөҙләгән төр балыҡ, 20 төрҙән ашыу ер-һыу хайуандарын һәм һөйрәлеүселәр, шулай уҡ 12 төр һыу һөтимәрҙәр йәшәй. Һаҙлыҡтарҙа һәм яр буйында яҡынса 300 төр ҡош оя ҡора.

Хужалыҡта әһәмиәте

үҙгәртергә

Йылға бассейнында яҡынса 20 миллион кеше, шул иҫәптән 4 млн — Монреаль ҡалаһында йәшәй.

Йылға һәм каналдар буйлап диңгеҙ суднолары ла йөрөй ала, һәм Изге Лаврентий транспорт юлы булараҡ бик ҙур әһәмиәткә эйә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Rivers of Canada (ингл.). The Canadian Atlas Online. Royal Canadian Geographical Society. Дата обращения: 9 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  2. Rivers Flowing into the Atlantic Ocean (ингл.). The Atlas of Canada. Natural Resources Canada. Дата обращения: 9 март 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ