Жак Картье́ (франц. Jacques Cartier; 31 декабрь 1491 — 1 сентябрь 1557) — француз диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Төньяҡ Американы колония итеүгә башланғыс һалған; Изге Лаврентий ҡултығын, Изге Лаврентий йылғаһын, һәм үҙе «Канада иле» тип атаған ерҙе һүрәтләп, картаһын төҙөгән тәүге европалы. Джон Кабот һәм Самюэль де Шамплен менән бер рәттән Канаданы асыусы тип һанала.

Жак Картье
франц. Jacques Cartier
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Pavillon royal de la France.svg Франция короллеге[d]
Тыуған көнө 31 декабрь 1491
Тыуған урыны Бретань[d], Rothéneuf[d]
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1557 (65 йәш)
Вафат булған урыны Сен-Мало[d][3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе чума[d] һәм Сабыртмалы тиф
Ерләнгән урыны Собор Сен-Мало[d][4]
Изображение могилы
Хәләл ефете Mary Catherine des Granches[d][5]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө штурман, сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, мореплаватель
Биләгән вазифаһы Губернатор Новой Франции[d]
Милке Manoir de Limoëlou[d][6]
Ҡултамға
Хәрби звание адмирал[d]
Изображение памятной доски
Автор булараҡ авторлыҡ хоҡуҡтары статусы срок действия авторских прав истёк[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Jacques Cartier
Commons-logo.svg Жак Картье Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Жак Картьеның тыуыу датаһы теүәл билдәле түгел, 1492 йылдың 7 июне һәм 23 декабре араһында Бретань герцоглығының төньяҡ-көнсығыш ярында Сен-Мало портында тыуа[7]. Уның ата-әсәһе — Жаме Картье һәм Жансар Жесслен (франц. Jesselin Jansart). Бала һәм үҫмер сағыындағы тормошо тураһында аҙ билдәле. 1520 йылдың апрель-майында Коннетабль Жак де Гранштың Катрин исемле ҡыҙы менән никахлаша[7].

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Картьены Франция короле Франциск I тарафынан 1524 йылда Төньяҡ Американың көнсығыш ярын тикшерергә саҡырылған Флоренция сәйәхәтсеһе Джованни да Верраццано оҙатып барған. Сираттағы экспедиция ваҡытында улар хәҙерге Бразилия ярҙарына сыға. Шул уҡ ваҡытта Бретон диңгеҙсеһенең Нормандиянан сыҡҡан экспедицияла булыуы шик тыуҙыра. «Дофин» карабы командаһы ағзалары араһында ла ул телгә алынмай[7].

1532 йылда Бретань герцоглығы формаль рәүештә Франция менән берләштерелә. Картье король Франциск I менән таныша. Сен-Мало епискобы һәм Мон-Сен-Мишель аббаты Ле Венер Картье «Яңы Донъялағы яңы ерҙәрҙе асыу өсөн караптарҙы йөрөтә» белеүе һәм Ньюфаундлендҡа һәм Бразилияға уның сәйәхәттәре тураһында хәбәр итә[7]. Картье король менән Көнбайышты тикшереү маҡсаттары менән уртаҡлаша; ул Һиндостанға һәм Ҡытайға барып етеү теләге менән яна.

Беренсе экспедицияһын Картье король ярҙамында 1534 йылда ойоштора. Ньюфаундленд ярҙарын һәм Канаданың Атлантик ярын һәм Изге Лаврентий ҡултығын өйрәнә. Картье урындағы индейҙар менән бер нисә бәйләнеш урынлаштыра һәм көҙгөһөн индейҙар юлбашсыһы Доннаконаның ике туғаны тыуған иленә ҡайта. Картье бер нисә боғаҙ таба алмай, шулай уҡ Мадлен утрауҙарын материктың бер өлөшө тип һанай. Шуға ҡарамаҫтан экспедиция уңышлы тип табыла һәм 1534 йылдың 30 октябрендә Картье икенсе экспедицияға әҙерләнеү өсөн 3000 ливр аҡса менән тәьмин ителә[7].

1535—1536 йылдарҙағы 14 ай дауам иткән икенсе экспедиция Изге Лаврентий йылғаһын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Ҡышын Ирокуа ирокездар ауылы эргәһендәге фортта йәшәй һәм шунда белешмә төҙөй, унда индейҙарҙың тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, ул яҡтағы флора һәм фаунаны тасуирлай. Алыҫ юлдан ҡайтҡан саҡта ул, алтын, яҡут һәм башҡа хазиналар күп булған тылсымлы Азияға юл тапҡанына инана. Картье, королгә яңы ил тураһында шәхсән һөйләр өсөн, индейҙар башлығы Доннаконаны Францияға алып барырға ҡарар итә. Отчет ыңғай ҡабул ителә, ә Картьеға Grande Hermine — икенсе экспедиция караптарының береһе бүләк ителә. Яңы экспедицияны ойоштороуға Италия һуғышы (1536—1538) ҡамасаулай.

Мәжбүри тәнәфес ваҡытында Картье ирланд ырыуҙарының береһенең лидеры Джеральд Фитцжеральдты яҡлауҙа ҡатнаша. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Ул Фицджеральдтың Ирландиянан ҡасыуын әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнаша, башҡалар фекеренсә, уны Сен-Мало портында ҡаршы ала.

1540 йылдың 17 октябрендә Франциск I Картьеға, унда күсенә башлау маҡсаты менән, үҙе тапҡан ерҙәргә ҡайтырға бойора. Колонизация менән Картье етәкселек итәсәк тип фараз ителә, ул хатта Римдан фатиха ала. Уға төрмәләрҙән 50 тотҡон алырға һәм улар менән Канада, Сак һәм Сагенайҙың яңы ерҙәренә юл тоторға бойороҡ бирелә. Өс айҙан һуң король яңы фарманы менән колониялаштырыу өсөн яуаплы итеп Гугенот Робертвалде тәғәйенләй. Картье тик навигация мәсьәләләре менән шөғөлләнергә тейеш була Экспедиция баштан уҡ икегә бүленә. Картье Канадаға 1541 йылдың йәйендә килә һәм индеецтарҙың уға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәреүен асыҡлай. Ҡышты ирокездар ҡамауында ҡалған фортта үткәргәндән һәм күскенселәрҙең бер өлөшөн юғалтҡандан һуң, тыуған иленә ҡайта. Ҡайтыр юлында ул Робервалде осрата. Ул уға кире ҡайтырға бойора, әммә Картье бойороғона буйһонмай һәм йәшерен рәүештә Францияға ҡайта[7].

Картье башҡа оҙайлы экспедицияларҙа ҡатнашмай. Бының ике сәбәбе булыуы мөмкин: субординацияны боҙа һәм һәм Робервалде яҡлауһыҙ ҡалдыра. Бынан тыш, ул алып ҡайтҡан «хазина» кварц һәм пирит булып сыға. 1544 йылда трибунал алдында ул үҙен яҡлауға өлгәшә, королдең һәм Робервалдең аҡсаһын һаҡлыҡ менән тотонғанын иҫбат итә һәм Сен-Мало ҡаҙнаһына 9 мең ливр ҡайтара[7]. Ҡалған ғүмерен Картье Сен-Малола һәм поместьеһына яҡын урынлашҡан Limoilou ауылында үткәрә, португал теленән тәржемәсе булып хеҙмәт итә. Диңгеҙ гиҙеүсе эпидемия ваҡытында билдәһеҙлектә вафат була[8], уның балалары булмай. Кәүҙәһе Сен-Винсент соборында ерләнә. Ҡатыны 1575 йылда вафат була.

ЭкспедицияларыҮҙгәртергә

Тәүге экспедицияһыҮҙгәртергә

 
Беренсе экспедицияһының маршруты

1534 йылда Франциск I испандар, португалдар һәм инглиздәр үҙләштерергә ашыҡҡан Америкалағы хәлдәрҙе яйға һалырға ҡарар итә. Уның бойороғо буйынса (документ һаҡланмаған) Картье экспедицияға әҙерләнә башлай, бай Азияға көнбайыштан юл табырға тейеш була. Вёнёрҙың талабы буйынса судноларҙа бер рухани булыуға ҡарамаҫтан, экспедиция алдына бер ниндәй миссионер маҡсаттары ҡуйылмай, королде тик хазиналарға бай ерҙәр генә ҡыҙыҡһындырған [7].

1534 йылдың 20 апрелендә бортында 61 кеше булған ике карапта беренсе экспедиция сәйәхәтен башлай. Картье яр буйы менән таныш була, ә юлға сығырҙан бер ай алда ул Лабрадор ярымутрауы менән Ньюфаундленд утрауы араһында урынлашҡан Белл-Айл боғаҙына сығырға йыйыныуы тураһында хәбәр итә. Экспедиция башланғандан һуң егерме көн үткәс, ул утрау ярҙарына сыға һәм төньяҡ-көнбайышҡа йүнәлә. Урындар бөтөнләй яңы булмаһа ла, Картье уларға яңы географик исемдәрен бирә[7].

15 июндә Картье көньяҡҡа борола һәм яңы ерҙәрҙе өйрәнә башлай. 26 июндә Мадлен утрауҙарына барып етә, ә 29 июнь кисендә — принц Эдуард утрауына, әммә ул ваҡытта әле утрау икәнен белмәй. Брион утрауында Картье тәре ҡуя тип фаразлана[7]. Мадлен утрауҙарының береһе Роше-оз-Уазо («Ҡош ҡаяһы») утрауында уның командаһы яҡынса 1000 ҡошто ҡыра, уларҙың күпселеге ҡанатһыҙ гагаркалар була[9].

 
Жак Картье 1534 йылдың 24 июлендә Гаспала ҡуйған тәренең күсермәһе.

4-9 июлдә экспедиция Азияға үтеү юлын эҙләп Шалер ҡултығын тикшерә. Картье ҡултыҡтың көньяҡ осон Изге Өмөт мороно (Cap d’Espérance) тип атай, әммә өмөттәре бер ҡасан да аҡланмай. 14 июлдән 25 июлгә тиклем Картье Гаспе ҡултығын өйрәнә[7]. 24 июлдә Картье һәм уның диңгеҙселәре «Франция короле оҙаҡ йәшәһен» тигән һүҙҙәр яҙылған 10 метрлыҡ тәре төҙөйҙәр һәм был территорияларҙы королдең биләмәләре тип иғлан итәләр[10], ләкин был урындағы юлбашсы Доннаконеға оҡшамай. Тикшереү ваҡытында Картье күп тапҡыр индейҙар менән аралаша. Гаспе ҡултығында балыҡ тотор өсөн һыуға төшкән ирокездары осрата. Территорияла ирокездар өҫтөнлөк итә, тәүҙә улар Картьеның бүләктәрен ихлас ҡабул итә, әммә Картьеның был ерҙәр француз батшаһы милке тип иғлан итеүе уларға оҡшамай. Ирокездар башлығы Доннакона ағаһы һәм өс улы менән карапҡа килә, бер ни тиклем ыҙғыш-талаштан һуң Картье башлыҡтың ике улын үҙе менән алып китә[7].

Картье ике тапҡыр Изге Лаврентий йылғаһын асыуға яҡын була. 25 июлдә Антикости утрауына йүнәлә һәм көнбайышта тағы бер ҡултыҡ булыуына ышанып, уның буйлап көнсығышҡа борола, һәм 1-5 августа утрау янынан боғаҙ буйлап үтә, әммә ахыр сиктә насар һауа шарттары уға ҡамасаулай һәм Картье кире ҡайтырға ҡарар итә. 15 августа Ньюфаундлендҡа барып етә һәм иленә ҡайтып китә, 5 сентябрҙә уның экспедицияһы Сен-Малоға әйләнеп ҡайта[7].

Икенсе экспедицияҮҙгәртергә

 
Икенсе экспедиция маршруты

Жак Картье 110 кешенән торған экипажы, шул иҫәптән Картьеның һәм уның ҡатынының бер нисә туғаны, шулай уҡ беренсе сәйәхәттән Картье алып килгән Доннакона улдары менән өс карапта ((Grande Hermine, Petite Hermine, Émérillon)) икенсе тапҡыр сәйәхәткә сыға. Францияла ҡыш дауамында телде өйрәнәләр, әммә католитизмға күсмәйҙәр. Караптарҙа сәйәхәт ваҡытында мессаалар үткәргән ике капеллан була, әммә индеецтарҙы яңы дингә ылыҡтырыу мәсьәләһе тормай[7].

 
Картье ирокездар ауылына килә. Рәссамы Лоуренс Робб Бэтчелор (1933)

1535 йылдың 19 майында Сен-Малонан сығып китә, 50 көн Атлантиканы аша үтеү өсөн 50 көндән ашыу кәрәк була. Индеецтар ярҙамында 13 августа Бочелага йылғаһының инешенә барып сыға. Тоҙло һыу сөсө һыуға алышынғанға күрә, Картье үҙе эҙләгән үткәүелде таптым, тип уйлай. Изге Лаврентий исемен үҙе биргән бәләкәй ҡултыҡта туҡтай. Тиҙҙән был атама бөтә утрауға һәм йылғаға тарала[7].

Йылға буйлап өҫкә күтәрелеп, ул Орлеан утрауына барып етә. Был «канада» территорияһы була. Картье йылға буйлап Ошелаға тиклем юлын дауам итә, Доннакона европалылар менән сауҙаны монополиялаштырырға һәм башҡа ирокездарҙан айырымланырға теләй, шуға күрә Картьеның пландарына ҡамасаулай. Картье үҙенең караптарын ирокездар ауылы тирәһендәге Сент-Круа йылғаһында ҡалдырып, 19 сентябрҙә Émérillon карабында Хоселагаға табан юллана. 2 октябрҙә ул ирокездар стилендә төҙөлгән ҡалаға, хәҙерге Монреаль ҡалаһына, барып етә. Картье уны Мон-Руаяль тип атай. Артабан юлсыларға йылға һикәлтәләре ҡамасаулай башлай, индеецтар, йылға ағымында бындай һикәлтәләр бик күп, тип ишаралайҙар, ә йылға үҙе алтынға. баҡырға һәм көмөшкә бай тылсымлы Сәгәнәй иленә алып бара, тиҙәр. Картье юл Ҡытайға алып барыуына ышана. Ошо ерҙә ҡала барлыҡҡа килә, уның исеме — Lachine Lachine Rapids, Квебек.

3 октябрҙә Картье ҡайтыр юлға сыға, 7 октябрҙә Сент-Мориси йылғаһы тамағына тәре ҡуя. Европылалар Стадакона тирәһендә форт төҙөйҙәр, ә индеецтар үҙ интригаларын дауам итәләр[7]. Францияға ҡайтырға һуңлағанға күрә, Картье һәм уның иптәштәре ҡыш дауамында фортты нығыталар, утын яралар, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнәләр.

1535 йылдың ноябрь уртаһынан 1536 йылдың апрель уртаһына тиклем француз караптары Квебек ҡаяһы аҫтындағы Сен-Шарль йылғаһы тамағында боҙға туңып ҡалалар.Ҡар бик ҡалын була. Өҫтәүенә, ул ҡышта зәңге ауырыуы ҡотора, башта ирокездар ауырый, һуңынан был ауырыу француздар араһында ла башлана. :Картье командаһында 25 кеше һәләк була, урындағы халыҡтан — 50 кеше ған, урындағы араһында — 50 кеше. Иҫән ҡалған ирокездарҙың береһен — Домагаины — Картье үҙе менән Францияға алып китә.Ошо кешенән Картье аннедда исемле дауа тураһында ишетә. Ошо ҡатышма француздарҙы ҡотҡара, тигән фараз бар, сөнки 85 француз иҫән ҡала[7]. Яҙ көндәрендә Картье, үҙе менән унлап индеецты, шул иҫәптән Доннаконаны һәм бер нисә баланы, алып тыуған иленә ҡайтыу юлына сыға, шулай уҡ ул бер нисә алтын киҫәге һәм йәнлек тиреләре ала. Ҡайтыр юлында Картье Мадлен утрауҙарыны ысынлап утрау булғанын асыҡлай, шулай уҡ Ньюфаундленд һәм Кейп-Бретон араһындағы ҡултыҡты таба. 1536 йылдың 16 июлендә экспедиция Сен-Малоға әйләнеп ҡайта[7].

Өсөнсө экспедицияҮҙгәртергә

1540 йылдың 17 октябрендә Франциск I Картьеға колонизацияны башлау өсөн үҙе асҡан ерҙәргә кире ҡайтырға бойора. Уны Картье етәкләргә тейеш була. Әммә 1541 йылдың 15 ғинуарында яңы экспедиция етәксеһе итеп — гугенот һәм королгә яҡын булған, һуңынан француз Канадаһының беренсе генерал-лейтенанты итеп исемләнгән Жан-Франсуа де Роберваль тәғәйенләнә. Картьеға төп штурман һәм штурман бурысы йөкмәтелә. Жак Картье юлға Робервалдән алдараҡ сыға[7].

1541 йылдың 23 майында Картье Сен-Малонан бортында мең ярым кеше булған биш карапта өсөнсө экспедицияға китә. Караптар араһында алдағы экспедициянан ҡайтҡан Hermine Grande һәм Émérillon була. Экспедицияның маҡсаты — Сәгәнәй короллеген һәм уның хазиналарын табыу, Изге Лаврентий йылғаһы буйында күскенселәр өсөн торлаҡтар төҙөү. Күскенселәр үҙҙәре менән культуралы үҫемлек орлоҡтары һәм йорт хайуандарын алып китәләр[7].

23 августа, Стадаконаға барып еткәс, Картье тағы индейҙар менән осраша һәм Доннаконаның вафат булыуын ишетә, ә ҡалған индейҙар кире ҡайтырға теләмәүе тураһында белдерә. Иҫке форт ташландыҡ хәлдә була, шуға күрә Картье яңы урын эҙләргә була. Тиҙҙән ул яңы урын таба, уны Шарльбур-Руаяль тип исемләй. Көҙ көндәренә бында колонизаторҙар ике форт төҙөй башлай. Яңы ултыраҡ янында алмас һәм алтынға оҡшаш таштар табыла, әммә Францияға ҡайтҡандан һуң уларҙың кварц кристалдары һәм тимер пириттары булыуы асыҡлана. 2 сентябрҙә ике кәмә ҡайтарыла, бортта табылған «хазиналар» һәм экспедиция барышы тураһындағы отчет бирелә[7].

Фортта ҡалғандарға задание бирепп, Картье 7 сентябрҙә баркастарҙа Ошелагаға юллана. Унда ул элекке таныштарын осрата һәм, киләһе яҙҙа бында килеү өсөн, һикәлтәләрҙе өйрәнә. Тәржемәселәрҙең булмауы был юлы бик ныҡ ҡамасаулай. Бынан тыш, индейҙар уға ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәрткән булып сыға. 1541-1542 йылдарҙағы ҡыш тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүәмәт юҡ. Индейҙар менән бәрелештә 35 француз һәләк була[7].

Картье Францияға 1542 йылдың июнь башында юллана һәм, Робервалдең бойороғана буйһонмай, тыуған иленә ҡайта[7].

Экспедиция көндәлектәреҮҙгәртергә

 
Сен-Малола Картьеға һәйкәл

Беренсе экспедицияның көндәлектәре 1565 йылда итальян телендә, 1580 йылда — инглиз телендә, 1598 йылда — француз телендә баҫтырылып сыға. Француз манускрипт варианты BN-да һаҡлана, төп нөсхәһе һаҡланмаған. 1843, 1867, 1934, 1946 йылдарҙа өйрәнелә[7].

Стадаконда ҡышлағанда Картье ларентий ирокездарының дине һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында мәғлүмәт менән белешмә төҙөй[7]. Әлеге ирокездар теленән «канада» (ауыл) һүҙе территорияның, артабан Канада дәүләтенең атамаһына әүерелә. Ләкин киләһе экспедиция ошо ирокез халҡының эҙен тапмай, сөнки был халыҡ гурон һәм көньяҡ ирокездар араһындағы һуғыш һөҙөмтәһендә тулыһынса юҡ ителә.

Икенсе экспедиция көндәлектәре 1545 йылда француз телендә нәшер ителә, авторы күрһәтелмәй. BN-да өс көндәлектең күсермәләре һаҡлана, төп нөсхәләр һаҡланмаған. Фараз ителеүенсә, икенсе экспедиция көндәлектәренең авторы — Фараз ителеүенсә, икенсе экспедицияның үҙенсәлекле көндәлектәренең авторы — Джехан Пуллет. Беренсе һәм икенсе экспедиция көндәлектәре стилдәренең оҡшашлығы беренсе һәм икенсе көндәлектәрҙең авторы бер үк кеше тип фаразлау мөмкинлеге бирә[7].

Өсөнсө экспедиция көндәлектәре 1600 йылда инглиз телендә (тулы күләмдә түгел) баҫтырыла, уларҙың нигеҙенә 1583 йылда Парижда табылған документ ята, һуңынан әлеге документ юҡҡа сыға. Был документтың авторы раҫланмаған.

ҠиәфәтеҮҙгәртергә

Картьеның тере сағындағы портреттары һаҡланмаған. 1542 йылдан һуң Pierre Desceliers ике дюймлы эскиз эшләгәне билдәле. 1836 йылда Леопольд Массард Картьеның ошо эскиз буйынса төшөрөлгән портретын баҫтыра. Шулай уҡ Валлард картаһында 1547 йылғы һүрәте һәм 1556 йылда төшөрөлгән бер дюймлы һүрәте билдәле. XVIII—XIX быуаттарҙа шулай уҡ Франсуа Рисс (1839) һәм Микелант портреттары баҫылып сыға. Беренсе эскиздан башҡа, портреттарҙың береһен дә ысынбарлыҡҡа тап килә тип әйтеп булмай [7].

ХәтерҮҙгәртергә

  • Икенсе экспедиция ваҡытында Картье ташлаған Petite Hermine карабы 1842 йылда табылған тип фаразлана. Караптың ҡайһы бер өлөштәре Сен-Малоға ебәрелә, өлөшө Квебек әҙәби һәм тарихи йәмғиәтендә һаҡлана[7].
  • Монреаль ҡалаһында уның хөрмәтенә аталған майҙан бар.
  • Вуазен — ле-Бретон ҡалаһында Жак Картье урамы бар.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. OCLC. VIAF[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118668633 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  4. Jacques Cartier
  5. https://trahir.wordpress.com/2018/02/10/vallieres-cartier/
  6. http://www.musee-jacques-cartier.fr/
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 7,16 7,17 7,18 7,19 7,20 7,21 7,22 7,23 7,24 7,25 7,26 7,27 CARTIER, JACQUES. Dictionary of Canadian Biography Online. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 апрель 2013. 10 апрель 2013 тикшерелгән.
  8. Вокруг Света | Хронограф | 01 сентября 1557 года
  9. Meeting place — Montreal. Bi-weekly newspaper выпуск 20(62). Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 март 2016. 1 октябрь 2009 тикшерелгән.
  10. Квебек и Канада: история Квебека, Жак Картье, Новая Франция, Хартия французского языка Архивная копия на Wayback Machine

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә