Фәтихә Аитова мәктәбе

(Фатиха Аитова мәктәбе битенән йүнәлтелде)

Фәтихә Аитова мәктәбеҠазан ҡалаһында 1909 йылдың 27 августында татар ҡыҙҙары өсөн асылған дини булмаған урта белем йорто. Мәктәпте асыусы һәм рәйесе — Фәтихә Аитова (1866-1942).

XIX быуат ахырҙарында Европа мәҙәниәтенең тәьҫире, капиталистик мөнәсәбәттәр үҫтереү, милли буржуазия барлыҡҡа килеү Россияла ижтимағи тормош шарттарын үҙгәртә, прогрессив көстәр барлыҡҡа килә. Халыҡтың хәлен үҙгәртеү өсөн хәрәкәт башлана. Татарҙар араһында башланған йәдитселек хәрәкәте феодализмға ҡаршы көрәшә, белемгә, яңылыҡҡа омтыла, ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһен хәл итеүгә омтыла. Милләтте алға сығарыу, төҙөү йәштәр тәрбиәләү зарурлығы тыуа. Андай йәштәрҙе тик аң-белемле, мәҙәниәтле аналар ғына тәрбиәләй алыуын белә-күрә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы — буласаҡ аналарҙы — уҡытыу, мәҙәниәтле итеү мәсьәләһе алға ҡуйыла.

1905 йылғы инҡилаб осоронда татар ҡыҙҙары өсөн булған мәктәптәргә яңалыклар керетеүҙе яҡлаған хәрәкәт йәйелә. Татар телендә сыға башлаған гәзиттәр лә әлеге мәктәптәрҙә яңы уҡыу үткәреү тәртибе кертеү һәм донъяуи белем биреү кәрәклеген яҙып сығалар. Ҡалаларҙа татар ҡыҙҙары өсөн яңы типтағы мәктәптәр асыла башлай. Бындай мәктәптәрҙән Ҡазан ҡалаһында алданыраҡ асылған Ләбибә мәктәбен Хөсәйениә һәм яҡшы теләк Аитова мәктәбен атарға була.

Мәктәпте асыу

үҙгәртергә

Троицк миллионеры Г.Ә. Яушев (18401906) ҡыҙы Фәтихәгә атаһынан 100 мең һумлыҡ мираҫ ҡала. Шул аҡсаға ире Сөләймән Аитов Ҡазанда татар ҡыҙҙарын уҡытырға заманса мәктәп һалдыра. Яушев-Аитовтарҙың яҡын дуҫты булған Шиһабетдин Мәржәни хәҙрәттәре Фәтихәнең теләгенә теләктәшлек күрһәтә. Мәктәп асыу шаҡтай ауыр була. Ф. Аитова Ҡазан губернаторына тиклем барып етә, ахыр сиктә рөхсәт алына.

Ф. Аитова етәкселегендә мәктәп бинаһының план-проекты төҙөлә, раҫлана. Ҡаҙандың элекке Екатерина һәм Дүрт Евангелист урамдары (хәҙерге Туҡай һәм Татарстан урамдары) сатында ике ҡатлы, таш ҡапҡалы, мөһабәт таш пулат һалына. Беренсе ҡатта уҡыу синыфтары урынлаша, тимер баҫҡыстан менгәс, икенсе ҡатта коридор, ҙур класс бүлмәһе, уҡытыусылар бүлмәһе урынлашҡан. Синыфтар барлыҡ уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителә. Уҡыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла.

Башланғыс дини мәктәп

үҙгәртергә

Аитова мәктәбе башта иң беренсе дини мәктәп була. Дин дәрестәре уҡытыла, доғалар, намаҙ өйрәтелә. Шулар менән бергә татар, урыҫ телдәре, хисап, география, тәбиғәт, матур яҙыу, һүрәт фәндәре уҡытыла. Ғаилә тормошо өсөн төрлө аш-һыу әҙерләү, бесеү-тегеү, сигеү эштәренә өйрәтергә айырым оҫталар саҡыра. Аитова мәктәбенә уҡытыусылар етмәгәндә, Ләбибә Хөсәйениә мәктәбенең иң алдынғы уҡыусыларын уҡытыусы итеп саҡыра.

Татар ҡыҙҙары гимназияһы

үҙгәртергә

1913 йылда уҡыусылар һаны 200-гә етә. Үҙендә 4 синыф белемле ҡыҙҙарҙы тағын да ҙурырак синыфтарҙа уҡытыу өсен, 1913 йылда мәктәбен урыҫ гимназияһы кеүек һигеҙ йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртеп ҡорорға рөхсәт һорап, губерна органдарына яһаған мөрәжәғәте кире ҡағыла. Петербургка, Россия империяһының уҡыу-уҡытыу министрлығына барып етеп, Ҡаҙанда татар ҡыҙҙары өсөн махсус урта мәктәп тоторға рөхсәт ала.

1916 йылдың 29 октябрендә башланғыс мәктәп Ҡазандағы татар ҡыҙҙары гимназияһына әйләнә.

Ислам дине, татар теле, татар тарихы, урыҫ теле, татарса-русса матур яҙыу, арифметика, география тәбиғәт, рәсем, ҡул эштәре, ҡул һөнәре менән ғәрәп теле, урыҫ тарихы, дөйөм тарих, геометрия, алгебра, анатомия, гигиена, педагогика, дидактика өҫтәлә. Бер үк яңы сит тел уҡытыу ҙа күҙҙә тотола. Урыҫ теле, урыҫ тарихы, Россия географияһы рус телендә, бөтә фәндәр татар телендә уҡытыла.

Уҡытыусылар

үҙгәртергә

Маһруй Мозаффариә, Мөхетдин Ҡорбанғәлиев, Сорбонна университетын (Франция, Париж) тамамлап ҡайтҡан Сара Шәкүлова (математиканан) уҡыта.

Мәктәптә эш барышы тураһында татарча сыға торған (мәҫәлән, «Сөйөмбикә» журналы) һәм урыҫ газета-журналдары хәбәр биреп тора. Ырымбур, Өфө, Троицк шәһәрләренә эш тәжрибәһен өйрәнергә килә.

1918 йылда хосуси мәктәп ябыла, икенсе баҫҡыс урта мәктәп итеп үҙгәртелә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Татарский энциклопедический словарь. Казань, Институт Татарской энциклопедии АН Т, 1999. ISBN 0-95-30650-3-0
  2. Татарская энциклопедия. Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2002-14.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә