Аитова Фәтихә Ғәбделвәли ҡыҙы

(Фәтихә Аитова битенән йүнәлтелде)

Фәтихә Аитова, Фәтихә Ғәбделвәли ҡыҙы Аитова (Яушева) (1866-1942) — хәйриәсе, йәмғиәт эшмәкәре, Ҡазанда татар ҡыҙҙары өсөн үҙ аҡсаһына донъяуи мәктәп асыусы һәм уның рәйесе (1907-1918).

Аитова Фәтихә Ғәбделвәли ҡыҙы
татар. Фатиха Габделвәли кызы Аитова
Тыуған көнө

1886

Вафат булған көнө

1942

Ил

 Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР

 Аитова Фәтихә Ғәбделвәли ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1866 йылда Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында тыуған. 1 гилдия сәүҙәгәр миллионер Ғәбделвәли Әхмәтйән улы Яушевтың (18401906) беренсе-ҡыҙы Мәғҙүҙәнән тыуған ҡыҙы. Яуышевтар байлыҡ менән генә түгел, халыҡҡа ҡылған игелектәре, мәғрифәткә хөрмәттәре менән дә тарихта билдәле[1]. Ислам динен кескенәнән ҡанына һеңдереп үҫкән, затлы нәҫел тәрбияһе алған ҡыҙ Ҡазан байы, хәйриәсе Сөләймән Мөхәммәтйән улы Аитовка (1859-1922) дүртенсе хаталыҡҡа[2] кейәүгә сыға. Кейәүенә ҡәтғи һорау һала: атаһынан ҡалған оло мираҫ – 100 мең (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа мең 200) һумға Фәтихә өсөн Ҡазанда татар ҡыҙҙарын уҡытырға заманса мәктәп һалдырып бирергә һәм хатынына шул мәктәпте етәкләргә ҡамасау итмәҫкә тейеш була. Туйҙа ғаилә булған дуҫты Шиһабетдин Мәржәни баш ата булып ултыра.

  Әсәйем Шиһабетдин хәҙрәттәрен бик хөрмәт итә ине. Ул әсәйемдең рухи атаһы булған. Әсәйемә тигән йөҙ мең һумлыҡ мираҫҡа халҡыбыҙ өсөн ҡыҙ балалар мәктәбе һалдырыу теләге Шиһабетдин хәҙрәттәрҙең әниемә биргән рухи тәрбиәсенең нәтижәһе.
Йософ Аитов, улы
 

Фәтихә Аитова үҙе иҫ киткес гүзәл, буй-һыны нескә, кейем-һалымы матур, бик киҫкен характерлы, ҡуйған маҡсатына һис шикһеҙ өлгәшә торған зат була.

Фәтихә Аитова ғүмеренең һуңғы йылдарын Мәскәүҙә улының ғаиләһе ҡарамағында үткәрә. Уның ике балаһы ла Совет хакимиәте тарафынан репрессиялана.[3]

Татар ҡыҙҙар мәктәбе

үҙгәртергә
  Минең атай-әсәйем өсөн мәктәп ике ҡатлы кирбес йорт төҙөнөләр беренсе һәм иң беренсе синыфтар өсөн уҡытыусылар һәм уҡыусылар йыя башланылар. Мәктәп шунда уҡ популяр була һәм парталар артындағы буш урындар тормай. Мәктәптең үҫеше һәм уның эшсәнлеге тураһында Рөстәмова ханымдың кандидатлыҡ хеҙмәте бар.
Йософ Аитов, улы
 
  • 1907 йылда үҙ аҡсаһына Ҡазанда махсус мәктәп өсөн тип төҙөлгән мөһабәт таш пулатта мосолман ҡыҙҙары өсөн башланғыс мәктәп аса.
  • 1909 йылда донъяуи мәктәп аса, 1916 йылда мәктәп беренсе татар кыҙҙар гимназияһы итеп үҙгәртелә.
  • Ф. Аитова мәктәбен тамамлаған кыҙҙар урыҫ мәктәптәренә, рабфакка, институттарға уҡырға киң керәләр. Мәктәптә уҡытырға билдәле шәхестәрҙе йәлеп итә, мәҫәлән, Сорбонна университетын тамалаған Сара Шәкүлова математиканан уҡыта, һуңыраҡ мәктәп директоры була.
  • 1918 йылда һирәк осрай торған мәктәп ябыла, уның йортонда икенсе баҫҡыс урта мәктәп асыла.

Инҡилабтан һуң

үҙгәртергә

Граждандар һуғышы ваҡытында Ҡазандан Омскиға күсенә. Баҡыла һәм Мәскәүҙә йәшәй.

1920 йылдар уртаһында Ф. Аитова татар ҡатын-ҡыҙҙарын кесеү һәм тегеүгә өйрәтеү буйынса махсус курстар ойоштора, унда йөҙгә яҡын ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ таныҡлығы ала. Курстар 1926 йылдан һуң ябыла.

Фәтихә Аитова ғүмеренең һуңғы йылдарын Мәскәүҙә улының ғаиләһе ҡарамағында үткәрә. Уның ике балаһы ла Совет хакимиәте тарафынан репрессиялана.[3] 1929 йылда уның улы Исмәғил вафат була, 1930 йылдарҙа уның улдары һәм Ибраһим Йосыф ҡулға алыналар һәм һөргөнгә ебәреләләр. Ғүмеренең ахырында, көн күреү өсөн аҡсаға мохтаж һәм параличланған хәлдә, Фатиха ханым балалары һәм туғандары менән йәшәй.

1941 йылда Ҡазанға ҡайта. Яңы Татар биҫтәһе янындағы зиратта ерләнгән.

Ҡазандың 12-се ҡыҙҙар гимназияһына (Декабристтар урамы, 89А йорто) исеме бирелгән.

Ҡыҙыҡ факттар

үҙгәртергә

Танылған татар яҙыусыһы Фәтих Әмирхан, татар халҡының уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре менән бик ҡыҙыҡһынып, гимназияны асыуға "икенсе аҙым" тигән оло мәҡәлә менән яуап бирә. Милли ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын асыуҙы прогресс юлында милләттең оло икенсе аҙымы булһа, тәүгеләре – яңы ысуллы йәҙитсә белем биреү, тиелгән. Әмирхан Аитованың был эштә оло хеҙмәттәрен билдәләп үтә һәм татар интеллигенцияһын уға ысын донъяуи белем таратыуҙа һәрьяҡлап ярҙам итергә саҡыра.[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Татарский энциклопедический словарь. Казань, Институт Татарской энциклопедии АН Т, 1999. ISBN 0-95-30650-3-0
  2. Татарская энциклопедия. Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2002-14.
  3. ҺӘР милли архивы. Ф.74, һаҡлау берәмеге 41, 1885 — 1975
  1. Ислам на Урале (энциклопедический словарь). Коллект. автор. Сост. и отв. редактор – Д. З. Хайретдинов, 2009.
  2. Абубакирова М., Шамсутдинов И., Хасанова Р. Историю оставить своему народу. Троицк, 2002.

Һылтанмалар

үҙгәртергә