Сара Шәкүлова
Сара Шәкүлова, шулай уҡ Сара Шаҡулова (1887-1964) – атаҡлы математик-ғалим һәм мәғариф эшмәкәре.
Сара Шәкүлова | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө |
5 сентябрь 1964 (77 йәш) |
Ил | |
Сара Шәкүлова Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәҒаиләһе
үҙгәртергәТатар ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе математик Сара Ҡасимхан ҡыҙы Шәкүлова Ҡасим ҡалаһында заманына күрә ҡәнәғәтләнерлек уҡ зыялы, белемле ғаиләлә тыуа. Уның атаһы ҡаланың мәшһүр кешеһе булған. Шәкүлова нәҫеле – Ҡасим-Ханкирмән боронғо руханиҙары.
Шәкүловтар ғаиләһендә донъяға йәдитселек ҡарашы булған. Улар дини йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәтләре ҡаты тотоу менән бергә, сит телдәрҙе, музыка, Европа мәҙәниәтен лә өйрәнгәндәр.
Йәшлеге
үҙгәртергәСара Шәкүлова бер нисә йыл Ханкирмән янындағы Татарбай ауылында йәдитсә ойошторолған мәктәптә уҡый. Унда ислам нигеҙҙәрен, татар телен өйрәнә. 1905 йылда Ҡасимда рус телендә кыҙҙар гимназияһын тамамлай.[1]
Сара математика менән бик йәш саҡта ҡыҙыҡһына башлай, үҙе уйлап сығарған әллә ниндәй ысулдар менән мәсьәләләр чишә. Гимназияны тамамлағас, ул 1906 йылдың яҙ башында Петербургка китә. Петербурҙағы тәрбиәселәр әҙерләй торған Лесгафт курстарында уҡый. Мәктәп ябылыу сәбәпле, 1908 йылдың 4 апрелендә Сара Шәкүлова тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта. Рәсәйҙә исламды тотҡан ҡатын ҡыҙҙарға юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге булмай. Юғары белем алырға ынтыла, ул ошо уҡ йылдың көҙөндә Парижға китә, университетҡа уҡырға инә. Расписаниенан үҙенә кәрәкле лекцияларҙы һайлап, Сара Шәкүлова аныҡ фәндәр факультетында математика буйынса лекцияларға йөрөй башлай, математика һәм физиканың төрлө тармаҡтарын өйрәнә. 1913 йылдың 10 мартында С.Шаҡулова Сорбонна университетының теүәл фәндәр факультетын тамамлауы тураһында диплом тапшырыла.
Сара Шәкүлова Париждан Петербург ҡалаһына ҡайта, ә унан Мәскәүгә килә. Өр-яңынан имтихандар тапшырып, ул 1915 йылдың 23 июнендә Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлауы тураһында диплом ала. Рәсәйҙә белгеслеге буйынса эш табыу ауыр була. 1915 йылдың 1 ғинуарында Рязань губернаһындағы бер ҡасабаһында фронтҡа киткән математика уҡытыусыһы урынға билдәләнә. 1916 йылдың йәйендә Ҡазанға китә. Ҡазан сәнғәт мәктәбендә геометрия уҡыта, көҙҙән Ф. Әйетова ҡыҙҙар гимназияһында һәм Л. Хөсәйенова ҡыҙҙар мәктәбендә геометрия уҡыта.
Бөтә Рәсәй мөслимәләр ҡоролтайында (1917 йыл, 24-27 апрель, Мәскәү) – ышаныслы вәкиле.
Совет дәүерендә
үҙгәртергәОктябрь революцияһының беренсе айҙарында уҡ Ҡазандағы барлыҡ уҡыу йорттары ла дәүләт ҡарамағына күсерелә. Сара Шәкүлова уларҙың сметаларын төҙөүсе комиссияның рәйесе була. Шулай уҡ мәғариф советын ойоштороуҙа актив ҡатнаша.
1920-1922 йылдарҙа Сара Шәкүлова Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссарының урынбаҫары һәм коллегия ағзаһы була.
1923 йылдың апрель айында Сара Шәкүлова Мәскәүгә саҡыртып алалар. Бында ул РСФСР мәғариф халыҡ комиссариатында милли мәктәптәр инспекторы булып эшләй. 1925 йылда уны Мәскәүҙә асылған беренсе номерлы татар урта мәктәбенең (Әсәдуллаев йортонда) мөдире итеп билдәләйҙәр.
Сара Шәкүлованың 1930-сы йылдарҙан һуңғы хеҙмәте Мәскәү ҡалаһындағы юғары техник уҡыу йорттары менән бәйләнгән, ул математика кафедраларында эшләй, шунан пенсияға сыға.
Сара Шәкүлова 1964 йылдың 5 сентябрендә вафат була.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Татарстан: Иҫтәлекле һәм онотолмаҫ даталар календаре. 2012 /Татарстан Республикаһы, Удмурт Республикаһы Респ. Милли к-ханаһы(недоступная ссылка)(үле сылтама)