Википедия:Мәҡәләләрҙе тәржемә итеү
Ҡалып:Эссе Википедияны күп телдәрҙә уҡырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта төрлө тел бүлектәре бер-береһенең һүҙмә-һүҙ тәржемәһе түгел. Һәр тел бүлегендә айырым ҡатнашыусылар берләшмәһе эшләй, улар үҙ ҡағиҙәләре буйынса мәҡәләләр яҙа. Шулай итеп, бер телдән икенсе телгә күскәндә бер үк мәҡәлә төрлө төҙөлөшлө, төрлө йөкмәткеле булырға мөмкин; хатта башҡа телдә ул мәҡәлә бөтөнләй булмаҫҡа ла мөмкин.
Шуға ҡарамаҫтан, сит телдәге Википедия ҡиммәтле мәғлүмәт сығанағы була ала. Мәҡәләне тотошлай йә уның бер өлөшөн тәржемә итеү — башҡорт телендәге Википедияны яҡшыртыуҙың ҡулай ысулы булып ҡала, ләкин өҫтәлә торған мәғлүмәттең тотошлай урындағы ҡағиҙәләргә яраҡлы булыуын күҙәтергә кәрәк. Википедияла тәржемәселәр юҡ — башҡа тел бүлектәрендәге мәғлүмәтте ҡулланыусы авторҙар бар.
Башлар алдынан
үҙгәртергәТекст яҙылған телде камил белмәһәгеҙ, уны етерлек дәрәжәлә сифатлы тәржемә итә алырһығыҙмы — шуны уйлағыҙ. Википедия өсөн текстарҙы тәржемә иткәндә автотәржемә программаларын ҡулланырға була, ләкин машина тәржемәһе ебәргән етешһеҙлектәр һәм хаталарҙы тотоп алыу өсөн сығанаҡ текст яҙылған телде яҡшы белеү һәм тема менән дә таныш булыу мөһим. Машина тәржемә иткән текст әҙәби эшкәртеүгә мохтаж була.
Әгәр ҙә үҙ көсөгөҙгә ышанып етмәһәгеҙ, әммә мәҡәләнең сифатлы тәржемә ителеүен бик теләһәгеҙ, башҡа ҡатнашыусыларға төбәп, был хаҡта мөрәжәғәт ҡалдыра алаһығыҙ. Әгәр башҡорт телендә мәҡәлә булһа, әммә башҡа телдәге Википедияла булған мәҡәләнән сифатһыҙыраҡ булһа, {{Перевести}} ҡалыбын ҡуйырға мөмкин.
Башҡортса мәҡәлә юҡ. Ә булырға тейеш!
үҙгәртергәБашҡорт Википедияһына ниндәй ҙә булһа мәҡәләне өҫтәргә теләһәгеҙ, уны үҙегеҙ булдыра алаһығыҙ. Уны берәй сит телле Википедиянан тәржемә итергә лә, башҡа Википедияларға ҡағылышһыҙ сығанаҡтарҙан үҙегеҙ яҙырға ла була. Әгәр һеҙ Википедияла яңы эшләй башлаһағыҙ, мәҡәлә оҫтаһын файҙаланырға мөмкин.
Content Translation ҡоралы бар, ул вики-мәҡәләләр тәржемәһен күпмелер дәрәжәлә автоматлаштыра. Ул күп ҡалыптарҙы яраҡлаштыра, автотәржемәсенән тексты тиҙ күсереү мөмкинлеген бирә һәм башҡа күп механик эштән ҡотҡара. Әммә ул эшләп биргән машина тәржемәһен мотлаҡ тикшерергә һәм төҙәтергә, шулай уҡ вики-тамғалауҙы төҙәтергә кәрәк.
Сит телле Википедия башҡорт Википедияһы өсөн абруйлы сығанаҡ булып тормай. Сит телдәге сығанаҡтар (рус телендәгеләрҙән башҡа) башҡорт Википедияһындағы мәҡәләлә бирелгән мәғлүмәттәрҙең тикшерелеүсәнлеген тулыһынса тәьмин итә алмай. Әгәр тәржемә ителеүсе өҙөктә һылтанмалар йәки төшөрмәләр булһа, уларҙы мәҡәләгеҙгә күсереп ҡуйырға мөмкин, ләкин ул сығанаҡтарҙың башҡорт Википедияһы ҡағиҙәләренә тап килгәненә инаныу фарыз. Әгәр сығанаҡ абруйлы булмаһа йә билдәһеҙ булһа, мәғлүмәтте үҙ аллы тикшерегеҙ йәки башҡа сығанаҡ табығыҙ, ундай мөмкинлектәр булмаһа, ул өлөштө тәржемә итеүҙән баш тартығыҙ. Абруйлы сығанаҡһыҙ мәғлүмәтте мәҡәләлә ҡалдырмау хәйерле, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтөнләй тыйыла. Сит телдәге сығанаҡты күрһәтергә мөмкин, әммә энциклопедияға һылтаныу яҡшыраҡ, ә иң яҡшыһы — рус йә башҡорт телендәге сығанаҡтарҙы табыу.
Әгәр башҡа телле Википедиялағы мәҡәлә башҡорт Википедияһындағынан яҡшыраҡ булһа, унда мөһим факттар булһа, уларҙы ҡулланып, башҡорт Википедияһындағы мәҡәләне яҡшыртырға мөмкин.
Мәҡәләне тотош тәржемә итеү мотлаҡ түгел, иң мөһим урындарын алыу ҙа етә. Шул уҡ ваҡытта текстың башҡорт Википеияһының минималь талаптарына яуап биреүе мөһим.
Тәржемә иткәндә фәнни стиль, тел һәм стиль ҡағиҙәләре күҙәтелергә тейешлеген онотмағыҙ. Сит телдәге исемдәрҙе һәм атамаларҙы дөрөҫ тапшырыу мөһим. Туранан-тура ауҙарыу менән мауыҡмағыҙ, тексҡа йәбешеп ятмағыҙ.
Тәржемә буйынса тәҡдимдәр
үҙгәртергәӘгәр һеҙ Википедияла түгел, ә айырым программала тәржемә итергә булһағыҙ, тексты шунда күсереп ҡуйығыҙ. Бының өсөн «Кодты төҙәтергә» (инглиз версияһында — Edit) төймәһенә баҫығыҙ. Ул биттең өҫкө уң өлөшөндә урынлашҡан. Вики-тамғалаулы бит асылыр; ҡулланасаҡ программаға шуны күсереп ҡуйырға. Тәржемә иткәндә был вики-тамғалауҙы һаҡларға, шул иҫәптән башҡортсалаштыра торғанын башҡортсалаштырырға кәрәк. Текстың тәржемә ителмәгән өлөштәрен ҡалдырмағыҙ.
Әгәр сит телле Википедияла текст цитата рәүешендә ҡуйылған булһа, башҡорт телендәге текста уны тәржемәлә (бик теүәл булһын) бирергә, шулай уҡ төп нөсхәһен дә беркетергә кәрәк. Быны нисек эшләргә кәрәклеген өҙөмтә ҡуйыу тураһындағы ҡулланмала уҡырға була. Өҙөмтәнең урынлы булыуы һәм цитатаның абруйлы сығанағын күрһәтеү мотлаҡ.
Әгәр сит телле текста, әйтәйек, журнал атамаһы булһа, ул журнал атамаһының рус йә башҡорт телендә дөйөм билдәле тәржемәһе лә булһа, һылтанмала нәҡ шуны ҡулланыу ҡулайыраҡ булыр. Һылтанмала мәҡәләнең исеме менән авторҙың исем-шәрифен төп нөсхәлә ҡалдырыу дөрөҫ. Онлайн-сығанаҡ башҡа урынға күсеп китһә лә, һылтанма эшләп ҡаласаҡ.
Төрлө телле Википедияларҙа үҙҙәренең ҡалыптар йыйылмаһы бар. Ҡатнашыусылар тырышлығы менән ҡайһы бер ҡалыптар төрлө телдә бер төрлө ителгән, әммә техник яҡтан улар бер-береһенә бәйһеҙ. Башҡа телле Википедиянан ҡалыпты күсергәндә уның башҡорт Википедияһында ла дөрөҫ эшләүен ҡарау, кәрәк булһа, мәҡәләнең тамғаланышын төҙәтеү зарур. Башҡорт Википедияһының ҡалыптар каталогында бармы-юҡмы икәнен дә ҡарарға кәрәк. Әгәр бөтөнләй булмаһа, тәжрибәле ҡатнашыусылар уны булдыра ала.
Башҡа телле Википедиялағы мәҡәләлә гиперһылтанмалар осраһа, уларҙы күсерергә ярамай: башҡорт Википедияһына башҡа тел бүлектәренән тура һылтанмалар ҡуйыу хупланмай. Башҡортр Википедияһында ундай мәҡәләләр булһа, уларға һылтанмалар яһала. Әгәр шулай ҙа сит Википедияла ғына булған мәҡәләгә һылтанма ҡуйырға уйлаһағыҙ, «Тәржемә ителмәгән» тигән ҡалыптарҙың береһен ҡуйып китегеҙ.
Әгәр һеҙ мәҡәләнең бер өлөшөн генә тәржемә итһәгеҙ, мәҡәлә (йәки бүлек) һаман да етерлек тиклем тулы булмаһа, мәҡәлә ахырына уның тамамланмаған мәҡәлә йәки «Ниәттәрҙә» булыуын белдергән ҡалып ҡуйырға мөмкин. Мәҡәлә өҫтөндә эшләгән мәлдә мөхәррирләүҙәр конфликты килеп тыумаһын өсөн «Мөхәррирләйем» ҡалыбын ҡуйыу шарт.
Сит телдәге мәҡәләнең аҫтында бер йәки бер нисә сит категория була. Категорилар Википедияның төрлө тел бүлектәрендә төрлө була. Эшләгән мәҡәләгеҙ аҫтына башҡорт бүлегендәге бер йәки бер нисә яраҡлы категорияны табып ҡуйыу мөһим. Мәҡәләләрҙе категорияһыҙ ҡалдырырға ярамай. Тәржемә итеү дауам иткән осорҙа, йәғни мәҡәлә һеҙҙең шәхси даирәлә (ҡаралама) булған саҡта, категорияларҙы индексацияланыуҙан һаҡлау өсөн категория атамаһы алдынан ике нөктә ҡуйыу йәки категорияны <nowiki></nowiki> тегтары эсенә урынлаштырыу талап ителә.
Тәржемә тамамланғас
үҙгәртергәВикипедия лицензияһына ярашлы, тәржемә ителгән мәҡәләгә авторлыҡ хоҡуғы мәҡәләнең төп нөсхәһен яҙған авторҙыҡы булғанға өлөшләтә йәки тулыһынса башҡортсаға тәржемәһенең фекер алышыу битендә {{Тәржемә ителгән мәҡәлә}} ҡалыбын ҡуйырға кәрәк, унда мәҡәләнең төп нөсхәһендәге исеме һәм башҡа мәғлүмәттәр күрһәтелә. сығанаҡтары тураһында тексты тәржемә итә. Content Translation ярҙамында автоматик төҙөлгән мәҡәләнең фекер алышыу битенә {{Тәржемә ителгән мәҡәлә}} ҡалыбы ҡуйылмай.
Һеҙ төҙөлгән мәҡәләне шул уҡ предмет тураһындағы башҡа телдәрҙәге мәҡәләләр менән бәйләй алаһығыҙ. Бының өсөн тел-ара һылтанмалар ҡулланыла, улар интервики тип атала. Уларҙы нисек эшләү хаҡында интервики тураһындағы мәҡәләлә уҡығыҙ.
Әгәр мәҡәләне башҡа телдәрҙәге Википедияларҙан тәржемә итмәйенсә, башҡа сайт йә документ мәғлүмәттәрен алып яҙһағыҙ, уларҙы ябай тәржемә итеү юлы менән ҡулланыу тыйыла. Был осраҡта сығанаҡтарҙы күрһәтеү генә етмәй, ә тексты инша итеп яҙырға кәрәк, юғиһә төп нөсхәгә авторлыҡ хоҡуҡтары боҙола.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Нора Галь «Слово живое и мёртвое» — яңы башлаған тәржемәселәр өсөн ҡулланма.