Тәнзиһ
Тәнзиһ (ғәр. تنزيه — таҙартылыу, яман һәм лайыҡ булмаған нәмәләрҙән ситтә тороу) — трансценденлыҡты белдергән ислам дине төшөнсәһе.
Тәнзиһ | |
Ҡапма-ҡаршыһы | Тәшбиһ |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Аңлатмаһы
үҙгәртергәИслам теологияһында Аллаһҡа ҡарата ике ҡапма-ҡаршы термин барлыҡҡа килгән: тәнзиһ һәм тәшбиһ[1]. Тәнзиһ Аллаһҡа ҡарата ниндәй ҙә булһа характеристикаларҙың (әүсәф) һәм сиктәрҙең (хүдүд) ҡулланылыуын инҡар итеүҙе аңлатҡан термин, сөнки Аллаһтың яралтылмыштары араһында уға оҡшаш бер нәмә лә юҡ[2].
Тәнзиһ «яҡынлыҡ, эргәләлек» тигәнде аңлата. Әммә тәнзиһтең тулыраҡ мәғәнәһе — «сағыштырырлыҡ нәмә булмағанлыҡ», йәғни Аллаһтың кешелектән өҫтөн булыуын раҫлау. Был һүҙҙең төп мәғәнәһе — «башҡа һәр нәмәнән азат һәм саф булыу».
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәТәнзиһ төшөнсәһе Аллаһтың бер ни, бер кем менән менән оҡшашы юҡлыҡты аңлата:
Аллаһуға оҡшаған бер нәмә лә юҡтыр, Ул һәр тауышты ишетеүсе һәм һәр нәмәне күреүселер. |
Был термин исламдың нигеҙе булып торған Аллаһы Тәғәлә бер икәнлеген, Уның бер ниндәй ҙә тиңдәше юҡ икәнлеген өйрәтә торған фән — Тәүхидте раҫлай.
Тәғтил
үҙгәртергәИслам дин белгестәре тәғтил (ғәр. تعطيل — әт-тәғтил) терминын да ҡулланған [3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 231
- ↑ Әш-Шура 42:11
- ↑ Ислам: ЭС, 1991
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ибрагим Т. К. ат-Танзих // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 224. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Tas̲h̲bīh wa-Tanzīh / Ess, J. van. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |