Илаһ һүҙе иңеү
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Илаһи һүҙ иңеү (асылыу) - русса откровение, диндә һәм теологияла — Илаһи көстөң кешеләргә үҙен һәм үҙенең ҡанундарын асыуы, белдереүе. Былар Илаһи көстөң туранан-тура үҙенән дә,аралашсылары (пәйғәмбәрҙәре, нәбиҙәре) аша ла мәғлүм ителеүе мөмкин. Ҡайһы бер диндәрҙә Илаһи көстән иңгән тип һаналған изге яҙмалар бар. Ғәҙәттә Аллаһтан иңгән яҙмалыларға өс ибраһими динде — йәһүдилек, христианлыҡ һәм Исламды индерәләр. Мәгәр Илаһи һүҙ иңеүгә яҡын төшөнсәләр башҡа инаныстарҙа ла осрай (мәҫәлән, зороастризмда, индуизмда).
Илаһи һүҙ иңеү төрҙәре
үҙгәртергәҒәҙәттән тыш иңеү
үҙгәртергәИңеү тураһында иң таралған күҙаллау - кешеләргә Илаһи һүҙ юғарынан ғәҙәттән тыш юл менән тапшырылыу(en:Supernatural revelation).
Универсаль иңеү
үҙгәртергәХристианлыҡта универсаль, йәғни дөйөм тәғәйенләнешле Илаһи һүҙ (Universal revelations) иңгән тигән ҡараш бар, быға Библия, Изге Яҙмалар индерелә. Сиркәү улар дөйөм кешелекте ҡотҡарыр өсөн иңдерелегән тип һанала [1].
Христианлыҡтан тыш Изге яҙмалар
үҙгәртергәЙәһүдилектә ғәҙәттән тыш юл менән Тәүрат, артабан Танахтың башҡа китаптары иңдерелгән тип һанала. Йәһүдиҙәр 613 васыяттан торған Тәүрат улар өсөн генә, ә бына Нух пәйғәмбәргә иңдерелгән 7 васыят барлыҡ кешелек өсөн тип иҫәпләй [2].
Исламда Ҡөрьән Илаһи һүҙ тип таныла.
Зороастризмда юғарынан иңгән изге китап тип Авеста һанала.
Индуизмда шулай уҡ изге китаптар бар. Улар араһында Монотеизм идеяһы булғаны ла осрай. Иң билдәлеләре - дүрт Веда һәм Бхагавадгита.
Изгеләргә иңгән һүҙҙәр
үҙгәртергәДини йолаларҙа изге һаналған кешеләргә иңгән (en:Private revelation) ғәҙәттән тыш риүәйәттәр һәм хәтирәләр һаҡлана. Улар динлеләрҙең рухи тормошонда ярҙам итә, әммә үлемдән һәм тамуҡтан ҡотолоу мөмкинлеге бирмәй [3].
Дауамлы иңеү
үҙгәртергәҠайһы бер диндәрҙә юғарынан иңеү (en:Continuous revelation) дауам итә тигән инаныс йәшәй, тик ул традицияларға ҡаршы килергә тейеш түгел [4][5]. Бындай традицияларға, мәҫәлән, квакерҙар, пятидесятниктар һәм харизматтар, мормондар, бахаи инә.
Тәбиғи иңеү
үҙгәртергәХристиан традицияһында Юғары Көстөң кешенең үҙендә үҙен асыу һәләте (Natural revelation) биреү, выждан буйынса йәшәүҙе аңлау тигән төшөнсә бар. Бының өсөн ғәҙәттән тыш йоғонто кәрәкмәй, бары кешенең аңы эшләүе етә [6].
Экзистенциональ теология
үҙгәртергәҠайһы бер теологтар Илаһ һүҙе иңеүҙе экзистенциализм фәлсәфәһе менән аңлатып ҡарай. Мәҫәлән, Мартин Бубер Илаһ һүҙе иңеүҙе кеше менән Илаһ араһында диалог тип һанай. [7][8]. Франц Розенцвейг да диалог концепцияһы яҡлы була, ул Илаһи һүҙ төрлө эпохала һәм төрлө кешеләргә төрлөсә асыла тип иҫәпләй[9][10]. Пауль Тиллих Илаһты күктән эҙләмәҫкә кәрәк тип яҙа. Гонаһ ҡанундарҙы боҙоу ғына түгел, үҙеңде юғалтыу[11].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәОткровение Викиһүҙлектә | |
Откровение Викикитапханала |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Протоиерей Серафим Слободской.О сверхъестественном Божественном Откровении. О Священном Предании и Священном Писании
- ↑ Зеэв Гейзель. Еврейская традиция. Мир заповедей
- ↑ Private Revelations // Catholic Encyclopedia.
- ↑ B. A. Robinson Progressive revelation 2011 йыл 28 июнь архивланған. // Ontario consultants of religious tolerance
- ↑ Hodge, Charles. Systematic Theology. Vol. 1.Peabody: Hendrickson Publishers, 2003. — P. 446. ISBN 1-56563-459-4
- ↑ Протоиерей Серафим Слободской. О естественном откровении
- ↑ Бубер М. Я и Ты
- ↑ Бубер Мартин — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Розенцвейг Ф. Звезда спасения
- ↑ Розенцвейг Франц — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Тиллих, П. Систематическое богословие, т. 1
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Откровение — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Катехизис Католической Церкви. Глава вторая. Бог идет навстречу человеку 2011 йыл 1 ноябрь архивланған.
- Православная энциклопедия «Азбука веры». Откровение Божественное(недоступная ссылка)
- А. И. Осипов. Путь разума в поисках истины. Глава VI. Откровение