Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге
Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге Башҡортостандын көнбайыш үҙәк өлөшөн биләй. Ул төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған һәм яҫылыҡ көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан дөйөм ауыша һәм ошо йүнәлештә кинәйә бара.
Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге | |
---|---|
башҡ. Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге | |
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 60—280 м |
Күл | Ҡашҡаҙан |
Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге
үҙгәртергәГеографияһы
үҙгәртергәАғиҙел буйы убалы тигеҙлеге Ағиҙел йылғаһы бассейнында урынлашҡан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы кинлегенән алып йылға тамағына тиклем һуҙылған.
Төньяҡ-көнсығыштан Өфө яйлаһы, көньяҡ һәм көнбайышта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы, көнсығышта — Көньяҡ Урал тауҙарынын ситке һырттары менән сикләшә.
Тигеҙлектең төньяҡ өлөшө , ҡалҡыулыҡлы көньяҡ өлөшөнә ҡарағанда сағыштырмаса тигеҙерәк һәм һөҙәк. Көнсығышта рельеф һөҙәк-арҡалы. Тигеҙлектең абсолют бейеклеге 60—280 метр тирәһе.
Тигеҙлектен төньяҡ-көнбайышында Ҡарман һыуһаҡлағысы, үҙәк өлөшөндә — Аҡкүл һәм Ҡашҡаҙан күле бар. Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге ултырма тау тоҡомонан яһалған.
Геологияһы
үҙгәртергәТөньяҡ өлөшө пермден өҫкө бүлеге (гипс, мергель, балсыҡ, эзбизташ һәм ҡомташтар, балсыҡтар), ә көньяҡ өлөшө неоген ҡырсынташтары һәм ҡомдарынан тора. Тигеҙлектә бик күп газ һәм нефть ятҡылыҡтары табылған (Арлан, Маншыр, Сергеевка, Сытырман, Йөгәмеш һәм башҡалар).
Тәбиғәте
үҙгәртергәТигеҙлектен күп өлөшө урман-дала тәбиғи зонаһына ҡарай. Төньяҡта ылыҫлы, ҡара ылыҫлы-киң япраҡлы, киң япраҡлы (йүкә, имән, саған, ҡайын) һәм төрлө урман-дала тупрағындағы туғай ҡыяҡлылары үҫә. Көньяҡта ҡара тупраҡта күп төрлө туғай үләне өҫтөнлөк итә.
Биләмәнен төньяғы 40-60%, ә көньяғы 75% үҙләштерелгән[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
Һылтанма
үҙгәртергә- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)
- Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |