Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы
Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева (21 декабрь 1934 — 23 апрель 2013[1]) — башҡорт совет театр актёры, драматург һәм сценарийҙар авторы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1980).
Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева | |||
Тыуған урыны: | |||
---|---|---|---|
Һөнәре: |
актёр | ||
Әүҙем йылдары: |
1959-2013 | ||
Театр: |
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры | ||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәАтнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы 1934 йылдың 21 декабрендә Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуа.
1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры булып китә.
Зинира Атнабаева өсөн театр комедияһы төп жанр, ул шулай уҡ драматик ролдәрҙә лә уйнай.
Драматург булараҡ та билдәле. Танылған шәхестәрҙең юбилейҙарына 40-тан ашыу сценарий авторы, бер туған ағаһы — драматург Әнғәм Атнабаевтың юбилейына ла сценарий яҙа. «Өҙөлгән туй» тигән драмаһын З. Ҡ. Атнабаева Башҡорт дәүләт академия театрының 85 йыллыҡ юбилейына бағышлай, был спектаклде тамашасылар бик оҡшата[2]. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы З. Ҡ. Атнабаева 2013 йылдың 23 апрелендә вафат була.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
үҙгәртергә- Туцца («Лиола», Л. Пиранделло);
- Ғилми («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури);
- Рәсилә, Ғәндәлибә («Игеҙәктәр», «Хушығыҙ, хыялдарым», Ә. Атнабаев)
- Шәмсиә («Әстәғәфирулла!..», Н. Ғәйетбай)
- Марта («Ят йондоҙ», Х.Вуолийоки)
- леди Макдуф («Макбет», У. Шекспир)
- Йәмилә, Уңғанбикә («Ҡыҙ урлау», М.Кәрим)
- Миңһылыу («Их, Байтимер дуҫ», Р. Кинйәбаев)
- Баныу («Һөйгәнемдең тыуған көнө», И. Юзеев)
- Фәтиха («Атайҙарға хыянат», Ф. Богданов) һәм башҡалар.
Фильмография
үҙгәртергә- «Ауыл өҫтөндә йәйғор» фильмында Мәрхәбә (2000), рёж. Б. Йосопов[3].
Китаптары
үҙгәртергә- Уҙған ғүмер — иҫтәлек / З. Ҡ. Атнабаева. — Өфө : Китап, 2009. — 130 б.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1980);
- БАССР-ҙың халыҡ артисты (1977);
- Әнғәм Атнабаев исемендәге премия[4].
Польша драматургияһының СССР-ҙағы фестивалендә Г. Запольскаяның «Улар дүртәү» (1976, реж. Изабелла-Мария Цивиньска, Польша) трагикомедияһындағы Тегенсе роле өсөн — I дәрәжә диплом, Таганрогта А. П. Чехов драматургияһы буйынса сәхнә әҫәрҙәре смотрында «Иванов» спектаклендәге Сарра роле өсөн II премия (1979, реж. Ш. М. Мортазина) менән бүләкләнә, ә Салауат ҡалаһында үткән «Театр яҙы-94» фестивалендә дипломға лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Информация ИА Башинформ
- ↑ Атнабаева Зинира Касимовна
- ↑ Киностудия «Башкортостан»(недоступная ссылка)
- ↑ Признание своего народа 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.